From Wikipedia, the free encyclopedia
Хәлифә — (ғәр. خليفة — Хәлифә) Пәйғәмбәрҙең эшен дауам иттереүсе, вариҫы) — Ислам дине киң таралған илдәрҙә дәүләт башлығы титулы, идара итеүсе, хөкөмдәр, хаким. Мосолмандар мөхитендә иң ҙур дәрәжә.
Хәлифә | |
ғәр. خَلِيفَة ғосман. خلیفه | |
Нигеҙләү датаһы | 632 |
---|---|
Идара ителеүсе ойошма | хәлифәлек |
Юрисдикция таралышы | билдәһеҙ |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1924 |
Хәлифә Викимилектә |
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Төрлө заманда төшөнсәгә төрлө мәғәнә һалынған. Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм вариҫтарынан Әбү Бәкер, Ғүмәр ибн әл-Хәттаб, Усман ибн Әффан һәм Али ибн Әбү Талип хәҙрәттәре беренсе хәлифәләр булалар. Улар сәйәси власты ла ҡулдарында тоталар. Фикһ тап ана шундай власты алға һөрә һәм идеаллаштыра.
Исламдың Изге китабы Ҡөрьән Кәримдә Аллаһы тәғәлә кеше ер йөҙөндә хәлифә (йәғни, Уның вәкиле итеп яралтылған зат тип әйтелә.
Һәм бына Раббың фәрештәләргә: «Мин Ер йөҙөндә Үҙемдең урынбаҫарымды булдырасаҡмын»,— тине. Улар: «Һин әллә унда боҙоҡлоҡ ҡылыусыны һәм ҡан түгеүсене булдырмаҡсы булаһыңмы? Ә беҙ Һине маҡтайбыҙ, Һине изге тибеҙ»,— тинеләр. Ул: «Ысынлап та, Мин һеҙ белмәгән нәмәләрҙе беләм!» — тине. |
Хәлифәлеккә идара итеүсе мәғәнәһендә был термин Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдең вафатынан һуң ҡулланыла башлай. Ғәрәп дәүләтенең беренсе хәлифәһе — Әбү Бәкер хәҙрәттәре.
Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең вафатынан һуң хәлифә һайлау зарурлығы тыуа. Ансарҙар башта икенсе кешене һайлаған булалар, әммә йыйылышҡа Үмәр ибн әл-Хаттаб, Әбү Үбәйдә һәм Әбү Бәкер килгәс, һуңғыһын хәлиф итеп һайлайҙар[2].
Өсөнсө хәлифә Усман ибн Әффанды үлтерәләр, һәм дүртенсе хаҡиҡи хәлифә итеп хәҙрәте Алиҙы һайлайҙар. Әммә Сүриә әмире Мүәвиә үҙен хәлифә тип иғлан итә һәм арала һуғыш башлана. Хәҙрәте Али власть өсөн көрәшмәҫкә була һәм өсөнсө яҡ хөкөмөнә тапшыра. Һөҙөмтәлә яҡтар килешеүгә килмәй һәм шул ваҡыттан «хәлифә» төшөнсәһе үҙгәреүгә дусар була.
Мөхәммәт (Пәйғәмбәр) Мәҙинәлә 632 йылда вафат була һәм Мәҙинәлә ерләнә. Уның янында тоғро сәхәбәләре, хаҡ (хаҡиҡи) хәлифәләр Әбү Бәкер әс-Ситдиҡ һәм Ғүмәр ибн әл-Хәттаб ерләнгән.
Тарихтағы хәлифәлектәр исламға нигеҙләнгән сәйәсәт алып барған, улар күп милләтле трансмилли империяларҙа үҫешкән[3]. урта быуат осоронда өс төп хәлифәлек бер-береһен алмаштыра: Хаҡ хәлифәт (632—661), Өмәүиҙәр хәлифәлеге (661—750), Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге (750—1258). Дүртенсе оло хәлифәтлек — Ғосман империяһы 1517 йылда хәлиф хакимиәтен иғлан итә. Ислам тарихы буйынса бер нисә мосолман дәүләте, мәмлүктәр солтанлығы (Ҡаһирә) һәм Әйүбиҙәр[4][5] үҙҙәрен хәлифәлек тип атаған.
Беренсе хәлифәлек, Хаҡ хәлифәт (Рәшидиә), Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең 632 йылда вафатынан һуң барлыҡҡа килә[6]. Рәшидиәнең дүрт хәлифе шура, йәмәғәт консультациялары юлы менән һайлап алына[7]. Шиғыйҙар дүртенсе хәлифәне — хәҙрәте Алиҙы ғына Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙән һуң беренсе хаҡ хәлифә тип һанай. Али Беренсе Фетнә ваҡытында (656—661) йылдарҙа хакимлыҡ итә, Али тарафдарҙары һәм унан алдағы үлтерелгән хәлифә хәҙрәте Усман яҡлылар араһындағы, шулай уҡ Мысырҙа баш күтәреүселәр менән граждандар һуғышы һөҙөмтәһендә Мүәвиә Iосоронда, 661 йылда, Өмәүиҙәр хәлифәлеге төҙөлә.
Икенсе хәлифәлек — Өмәүиҙәр хәлифәлегенә Үмәйә ибн Абдушәмстән киткән Мәккә нәҫелдәре идара итә. Өмәүи хәлифәт Хаҡ хәлифәттең ғазауаттар сәйәсәте дауам итә, уның тарафынан Төньяҡ Африка, Пиреней ярымутрауының Әл-Әндәлүс (Әндәлүсия) өлөшө, Урта Азия, Синд, Тәбәристан менән Журжан яулап алына[8].Хәлифәлек христиандарҙы үҙ территорияһында ҡыҫырыҡламай, сөнки был ерҙәрҙә, бигерәк тә Сүриә биләмәләрендә күп булған[9][10][11] . Хәлифәттең яулап алынған барлыҡ ерҙәренә дәүләт хужа булып тора. Ер биләүселәрҙән дәүләт ер һалымы (ғөшөр һәм хараж) йыя [8]. Быны хәлифә Ғүмәр Ғәбд әл-Ғәзиз 718—719 йылдарҙа туҡтата. Әммә унан һуңғы вариҫтары законды яңынан тергеҙә һәм болғаныштар сығыуға сәбәп була. 746—750 йылдарҙа ғәббәсиҙәр инҡилаб яһай, һөҙөмтәлә хакимлыҡ Ғәббәсиҙәргә күсә[8].
Өсөнсө хәлифәлек — Ғәббәсиҙәр хәлифәлегенә, ғәббәсиҙәр идара итә, улар Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ҡарт олатаһы Хашимдан Ғәббәс тигән ағаһы аша киткән киткән нәҫел. Хәлифә әл-Мансур 762 йылда Бағдад ҡалаһын икенсе баш ҡала итеп нигеҙләгән, ул иң ҙур фәнни, сәнғәти һәм мәҙәни үҙәк булып китә — был осор исламдың алтын быуаты булараҡ билдәле. 10-сы быуатта ғәббәсиҙәр дәүләтенә төрлө илдәрҙән баҫым көсәйә. 1258 йылда Монгол империяһы Бағдадты тар-мар итә, ғәббәсиҙәр хәлифәлеге баш һала. 1261 йылда мәмлүктәр Мысырҙа хәлифәлекте тергеҙә. Сәйәси власы булмауға ҡарамаҫтан, ғәббәсиҙәр династияһы дини мәсьәләләр буйынса йоғонто яһарға тырыша һәм 1517 йылда Мысырҙа мәмлүктәрҙе ғосманлылар яулап алғанға тиклем власҡа дәғүә итеү дауам итә[12].
Дүртенсе төп хәлифәлек, Ғосман хәлифәлеге, 1517 йылда Мысырҙа мәмлүктәрҙе яулап алғандан һуң барлыҡҡа килә. Был еңеү османлыларға изге ҡалалар Мәккә һәм Мәҙинәне контролдә тоторға мөмкинлек бирә. Ғосмандар яйлап мосолман дөньяһы лидерҙары һәм вәкилдәре булараҡ ҡарала башлай.
1916 йылда Яҡын Көнсығышта Ғәрәп инҡилабы хәл торошон Антанта файҙаһына үҙгәртә. Беренсе донъя һуғышында еңелгәндән һуң Константинополь оккупациялана һәм Ғосман империяһы бүлгеләнә.Уның бүлгеләнгән территорияһы Антанта державаларына беркетелә.
1923 йылдың 29 октябрендә Төркиә Республикаһы иғлан ителә , һәм Төркиәнең Бөйөк Милли Мәжлесе 1924 йылдың 3 мартында хәлифәлекте ғәмәлдән сығара
Хәҙерге заманда хәлифәлек институтын тергеҙеүҙе байтаҡ мосолман хәрәкәттәре һәм ойошмалары яҡлап сыға.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.