![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/6/64/Historical_boundaries_of_Palestine_%2528plain%2529.svg/langba-640px-Historical_boundaries_of_Palestine_%2528plain%2529.svg.png&w=640&q=50)
Фәләстин
Яҡын Көнсығыштағы тарихи өлкә / From Wikipedia, the free encyclopedia
Тәрихи төбәге Фәләстин (Фәләстан) (бор. грек. Παλαιστίνη [Palaistinê][1]; арам. פלשת [Pelešet]; פלשת — Pelešet, йәһ. ארץ פלשת, лат. Palaestina[1], ғәр. فلسطين — фәләстыйн[2]) — Яҡын Көнсығыштағы тарихи өлкә. Сиктәре яҡынса хәҙерге Ғәззә секторы, Израиль, Голан бейеклектәре, Иордан йылғаһының Көнбайыш яры, Иордания, өлөшләтә Ливан, өлөшләтә Сүриә территорияларын үҙ эсенә алған. Синай ярымутрауы, ҡағиҙә булараҡ, айырым географик зона һанала[3].
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/6/64/Historical_boundaries_of_Palestine_%28plain%29.svg/640px-Historical_boundaries_of_Palestine_%28plain%29.svg.png)
«Фәләстин», йәғни «Филистия» (йәһ. ארץ פלשת, [Э́рец-П(е)ле́шет]) атамаһы хәҙерге Израилдең Урта диңгеҙ яры буйы территорияһында борон замандарҙа йәшәгән пелештиҙәр[4] (йәһ. פלישתים, плишти́м, һүҙмә-һүҙ тәржемәһе «баҫҡынсылар») һәм филистиҙәр менән бәйле[5][6].