Ислам фәлсәфәһе
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ислам фәлсәфәһе – ислам дине тәғлимәтендә булған Шәреҡ аҡыл эйәләре тарафынан, башлыса ғәрәп телендә (һирәгерәк фарсы телендә) Урта быуаттарҙа ижад ителгән, фәлсәфәүи әҫәрҙәр. Һуңраҡ мосолман илдәренең милли телдәрендә (төрөк, урд, һ.б.) Йыш ҡына ислам фәлсәфәһе аңлатмаһына урта быуаттарҙа йәшәгән, ислам дине тәғлимәттәре тәьҫирен алған, башлыса ғәрәп телендә ижад итеүсе йәһүд фәйләсүфтәренең эштәрелә инеп китә. Хәҙерге мосолман фәйләсүфтәре башлыса инглиз телендә ижад итәләр, сөнки уларҙың эштәре инглиз теле менән таныш булған ғәрәп илдәрендә йәшәүсе ғәрәп элитаһына, Пакистанда (унда инглиз теле официаль тел булып тора) һәм Көнбайыш илдәрендә йәшәүсе мосолман диаспораһына, йүнәлтелгән.
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Бөгөнгө көндә, ислам фәлсәфәһе Көнбайыш цивилизацияһы һәм фәлсәфәһе йоғонтоһо аҫтында бер ни тиклем үҙгәрештәр кисерҙе. Был аңлатма аҫтында “ғәрәп фәлсәфәһе” термины бер үҙе генә ҡулланылмай. Шулай уҡ “ислам фәлсәфәһе”, “ғәрәп-мосолман фәлсәфәһе”, “ Ғәрәп Шәреғе фәлсәфәһе” һ.б. терминдар ҡулланыла.
Мосолман илдәрендә ислам дине доктринаһы мотлаҡ булғанлыҡтан, был илдәрҙә фәлсәфәнең традицион йүнәлештәренең ислам теологияһы менән ҡушылдыҡтары (гибридтары) барлыҡҡа килде (М. Ҡәддәфиҙең сәйәси концепцияһы, А. Соруштың “ислам демократияһының” сәйәси-эпистемологик концепцияһы һ.б.) Шулай уҡ бөгөнгө кондә ғәрәп телендәге фәлсәфә Иран фәлсәфәһенә ярайһыуҡ тәьҫир итә, шулай булыуға ҡарамаҫтан – кире тенденция күҙәтелмәй – иран фәйләсүфтәренәң эштәре ғәрәп донъяһында киң билдәле түгел.