Еңеш суҡыһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Еңеш Суҡыһы (ҡырғ. Жеңиш чокусу, ҡыт. 托木尔峰, уйғ. Төмүр) Ҡаҡшал-Тау һыртындағы 7439 метрлыҡ суҡы, ялпы Тәңре-Тауҙың һәм Ҡырғыҙстандың иң бейек нөктәһе.
Еңеш суҡыһы | |
---|---|
ҡырғ. Жеңиш чокусу, ҡыт. 托木尔峰, уйг. Томур | |
Характеристикалары | |
Абсолют бейеклеге | 7439[1] м |
Сағыштырмаса бейеклегеа | 4148 м |
Беренсе күтәрелеү | 1938 или 1956 (Советская экспедиция) |
Урынлашыуы | |
42°02′05″ с. ш. 80°07′43″ в. д.HGЯO | |
Илдәр | |
[[ |Регионы административ бүленеше]] | Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы, Эҫек-Күл өлкәһе |
Тау системаһы | [[Тәңре-Тау|Тәңре-Тау]] |
Тау һырты йәки массив | Ҡаҡшал-Тау |
Еңеш суҡыһы Викимилектә |
Ҡырғыҙстандың Эҫек-Күл өлкәһе менән Ҡытайҙың Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы сигендә урынлашҡан. Элекке ШСЙБ-ның 7000 метрҙан бейек 5 тауының иң ҙур икенсеһе һәм иң хәүефлеһе.
Был тау боронғо афсаналарҙа Хан-Тәңре тип аталып, бөтә Тәңре-Тауҙың иң бейек тауы булып беленгән ине. Ләкин Пётр Петрович Семёнов-Тянь-Шаньский исемле урыҫ йәғрәфиәсе 1857 йылында Тәреҫкәй-Алатау һыртының төнъяғынан килеп ҡарағанда күргән иң бейек һәм матур тауҙы яңылыш итеп әфсанәүи Хан-Тәңре тауы, бөтә Тәңре-Тауҙың иң бейек тауы тип билдәләй. Ҡушсыларҙың ул тауҙы Ҡантау тип атауҙарына иғтибар итмәйсә уны Хан-Тәңре тип атай һәм харитала суҡыны төньяҡҡа 20 км күсереп, уны Тәңре-Тау һырттарының үҙәгенә урынлаштыра.
Семёнов-Тянь-Шаньский артындағы Ҡаҡшал-Тау һыртының бөтә Тәңре-Тау өҫтөнән ҡалҡып торған ҙур ҡарлы-боҙло тауҙарын күрмәй ҡалған ине. Көньяҡтан, Тарым йылғаһы үҙәнендәге уйғыр Аҡһыу ҡалаһынан хәҙерге Еңеш суҡыһы яҡшыраҡ күренә, һәм электән Хан-Тәңре тип аталған ине.
Шуға күрә хәҙерге Хан-Тәңре тауының тарихи исеме Ҡантау ине, Еңеш суҡыһының иһә тарихи исеме Хан-Тәңре ине. Хәҙерге исеме иһә 1946 йылында Бөйөк Ватан һуғышы еңеүе хөрмәтенә бирелгән.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.