From Wikipedia, the free encyclopedia
Тәңре-тау йәки Тянь-Шань (ҡыт. ғәҙәти 天山山脈, ябайл. 天山山脉, пиньин: Tiānshān shānmài, уйғ. تەڭرىتاغ, Тәңри тағ, ҡырғ. Ала-Тоо, Теңир-Тоо, ҡаҙ. Алатау, үзб. Tyan Shan, монг. Тэнгэр уул) — Урта Азияның биш иле — Тажикстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай (Синьцзян-Уйғыр автоном районы), Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстан территорияһында урынлашҡан тау системаһы .
Тянь-Шань | |
---|---|
Характеристикалар | |
Оҙонлоғо | 2500 km |
Киңлеге | 400 km |
Бейек нөктәһе | |
Иң бейек түбәһе | Еңеү тау сусағы |
Бейек нөктәһе | 7439[1] м |
Урынлашыуы | |
42°02′ с. ш. 80°08′ в. д._type:landmark HGЯO | |
Тәңре-Тау Викимилектә |
Тянь-Шань һүҙе ҡытайса (天山) «күк тауҙары» тигәнде аңлата. Э. М. Мурзаев фекеренсә, был һүҙҙәр төрки телдең Тәңре (Хоҙай) һәм Нишан (тамға), Тәңре-Нишан һүҙҙәренән күсермәнән килеп сыҡҡан.[2]
Тянь-шань тау системаһына түбәндәге орографик райондар инә:
Тянь-Шань тауҙары донъяла иң юғарыларҙан һанала, улар араһында бейеклеге 6000 метрҙан ашыу утыҙҙан күп түбә иҫәпләнә. Тау системаһының иң юғары нөктәһе — Еңеү тау сусағы (Томор, 7439 м) Ҡырғыҙстан һәм Ҡытайҙың Синьцзян-Уйғыр автоном районы сигендә урынлашҡан; бейеклеге буйынса киләһе нөктә — Ҡырғыҙстан һәм Ҡаҙағстан сиге буйлап үткән Хан-Тәңре (6995 м) тау сусағы[3].
Үҙәк Тянь-Шандән көнбайышҡа өс тау сылбыры китә, көнбайышта Фирғәнә һырты менән тоташа.
Тянь-Шань оҙонлоғо көнбайыштан көнсығышҡа 2500 км тәшкил итә. Терегөмөш, һөрмә, ҡурғаш, кадмий, цинк, көмөш, соҡорҙарҙа нефть ятҡылыҡтары бар. Рельеф күбеһенсә бейек таулы, 3200 м юғарыраҡ — күп йыллыҡ туңлыҡ.
Беренсе Европа тикшеренеүсеһе 1856 йылда Петр Петрович Семенов булды, был эше өсөн «Семенов-Тян-Шанский» титулын алған .
1840 йылдарҙа вулканды эҙләү маҡсатында тикшеренеүҙәрҙе архитектор һәм рәссам Томас Уитлам Аткинсон үткәрә, сәйәхәтен Лондонда 1858 йылда сыҡҡан китабында һүрәтләй.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.