Дамаск
From Wikipedia, the free encyclopedia
Димәшҡ (ғәр. دمشق, Димәшҡ[6] йәки ғәр. الشام, Әш-Шәм[6] йәки боронғо иврит דַּמֶּשֶׂק — Даммэсэк) — баш ҡала, ҙурлығы буйынса икенсе һәм (Алеппанан һуң) Сүриәләге ҡала. Донъя баш ҡалаларының иң боронғоһо. Сүриәнең көньяҡ-көнбайышында Көнсығыш Ливан тау һыртының көнсығыш тау итәге янында Көнсығыш яҫы таулыҡта (диңгеҙ кимәленән 680 метр бейеклектә) Барада йылғаһының түбәнге ағымында урынлашҡан, унда ете тармаҡҡа бүленә. Димәшҡ территориаль яҡтан субтропик бүлкәттә урынлашҡан; шулай ҙа, Урта диңгеҙҙең яҡын булыуына ҡарамаҫтан, ҡаланың климаты эҫе һәм ҡоро.
Дамаск | |
ғәр. دمشق | |
Флаг | |
Рәсми атамаһы | دمشق |
---|---|
Этнохороним | Damascene, دِمَشْقِيّ, دِمَشْقِيّة, damasceno, damaskolainen, Damaskano, damascenus, damaschino, Damasquin, Damasquine, Damascène[1] һәм damasceni |
Рәсми тел | Ғәрәп теле |
Дәүләт | Сүриә |
Административ үҙәге | Сүриә |
Административ-территориаль берәмек | Дамаск[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Барада[d] |
Хөкүмәт башлығы | Bishr Al Sabban[d] |
Ойошма ағзаһы | Organization of World Heritage Cities[d][2] |
Халыҡ һаны | 2 584 771 кеше (2023)[3] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 680 ± 1 метр |
Туғандаш ҡала | Анкара, Денизли, Истанбул, Буэнос-Айрес, Дубай, Ереван, Малага[d], Сан-Паулу[4], Торонто, Ҡаһирә, Токио, Амман, Афина, Феррара[d], Флоренция, Рабат, Бухарест, Кордова[d][5], Мадрид, Будапешт, Дубай, Бәйрүт, Толедо[d] һәм Бағдад |
Майҙан | 105 км² |
Рәсми сайт | damascus.gov.sy |
Вики-проект | Проект:Сирия[d], Проект:Ҡалалар[d], Проект:Всемирное наследие[d], WikiProject Arab world[d] һәм WikiProject Former countries[d] |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | б. э. т. 2500 |
Урындағы телефон коды | 011 |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Дамаске[d] |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Damascus[d] |
Дамаск Викимилектә |
Димәшҡ — хәҙерге баш ҡалаларҙың[7] һәм донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе; уның тураһында беренсе тапҡыр беҙҙең эраға тиклем 2500 йылда телгә алына. Бынан тыш, Димәшҡ Леванттың эре мәҙәни-дини үҙәге булып тора (soleil levant — «ҡояш сығыу», традицион урыҫ тәржемәһендә — Яҡын Көнсығыш).