Габороне
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Габоро́не (тсвана Gaborone [χabʊˈrʊnɪ], ингл. Gaborone [ˌɡæbəˈroʊniː]) — Ботсвананың баш ҡалаһы һәм иң ҙур ҡалаһы. 2011 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ҡала халҡы 231 626 кеше тәшкил итә[2], был Ботсвана халҡының дөйөм иҫәбенең яҡынса 10 процентын тәшкил итә. 2011 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса, Габороне агломерацияһы халҡы — 421 907 кеше.
Ҡала | |||
Габороне тсвана Gaborone | |||
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Координаталар | |||
Мэр |
Кагисо Тхутлве | ||
Нигеҙләнгән | |||
Элекке исеме |
Габеронес | ||
Ҡала с | |||
Майҙаны | |||
Бейеклеге |
1100 м | ||
Климат тибы |
ярым ҡоро (семиарид) | ||
Рәсми теле |
инглиз, тсвана]] | ||
Халҡы |
231 626 кеше (2011) | ||
Тығыҙлығы |
1370,57 кеше/км² | ||
Сәғәт бүлкәте |
UTC+2 | ||
Телефон коды |
31, 35, 39 | ||
Һанлы танытмалар | |||
Габороне Ботсвананың көньяҡ-көнсығышында, Көньяҡ Африка Республикаһы сигенән 15 километр алыҫлыҡта, Нготване йылғаһында урынлашҡан. Баш ҡаланы сэр Серетсе Кхама исемендәге халыҡ-ара аэропорты хеҙмәтләндерә. Урындағы халыҡ ҡаланы йыш ҡына GC йәки Моце-Мшате тип йөрөтә.
Габороне шулай уҡ иҡтисади баш ҡала, Ботсвананың күп һанлы компаниялары һәм биржаларының штаб-фатиры булып тора. Габоронела 1980 йылда ойошторолған төбәк иҡтисади берләшмәһенең — Көньяҡ Африка үҫеше берләшмәһенең штаб-фатиры урынлашҡан. Бында күп телдәрҙә һөйләшәләр, төп тел булып сетсвана (тсвана) тора. Шулай уҡ инглиз, радунг һәм кгалагади телдәрендә лә аралашалар.
1890-сы йылдарҙа юлбашсыһы Матлапин Габероне булған ҡәбилә биләмәһендә ҡалаға нигеҙ һалына һәм уның исеме буйынса Габеронес тип атала. 1969 йылда аныҡланған исем формаһы — Габороне ҡабул ителә[3].
Габороне ҡалаһы, Ботсвананан ситтә урынлашҡан Бечуаналендтың элекке баш ҡалаһы Мафекинг урынына, 1969 йылда баш ҡалаға әүерелгән. 1100 метр бейеклектә урынлашҡан.
Тимер юл буйлап төньяҡтан көньяҡҡа һуҙылған. Көнбайыштан көнсығышҡа вокзалдан килгән бульвар менән киҫешкән, унда ярым түңәрәк планда хөкүмәт зонаһы урынлашҡан, аэропортҡа.
Яңы баш ҡала ҙур булмаған ауыл урынында өс йыл эсендә үҫкән. Хөкүмәт учреждениелары, электр станцияһы, дауахана, мәктәптәр, радиостанциялар, телефон узелдары, полиция станциялары, почта бүлексәләре, банктар, магазиндар, сиркәү, отелдәр, стадион һәм меңдән ашыу йорт төҙөлә. 1966 йылдың 30 сентябргә Бойондороҡһоҙлоҡ көнөнә ҡаланың төп инфраструктураһы әҙер була. Иҫке торама ҡаланың the Village (ауыл) районына әүерелгән.
Ҡала климаты ярым ҡоро (семиарид) булараҡ ҡылыҡһырлана. Ғинуарҙың уртаса температураһы 24 °C, ә июлдәең — 12 °C. Бында температура 32 градустан юғары — 74 көн, 26 градустан юғары булған йылына уртаса 196 көн билдәләнә. Шул уҡ ваҡытта йылына уртаса 51 көндә температура 7 градустан түбән төшөүе һәм бер көндә 0 градустан түбәнәйеүе билдәләнә[4].
Габоронела яуым-төшөм бик аҙ һәм тотороҡһоҙ. Уларҙың күбеһе октябрҙән апрелгә тиклем яуа. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ кимәле 500 мм самаһы тәшкил итә. Иң юғары дымлылыҡ июнгә тура килә (90 %), ә иң түбәне — сентябргә (28 %)[5].
2006 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, ҡала халҡы 191 776 кеше тәшкил иткән: 92 859 ир-егет һәм 98 917 ҡатын-ҡыҙ. Шулай итеп, илдең баш ҡалаһында Ботсвана халҡының 10 % ашыуы йәшәй. Улай ғына ла түгел, ил халҡының яртыһы Габороненан 100 саҡрым самаһы алыҫ булмаған территорияла йәшәй[6]. Халыҡ артымы ҡалала 3,4 процент тәшкил итә — был Ботсванала иң юғары күрһәткес. Был илдең башҡа төбәктәренән мигранттарҙың әүҙем килеүе менән аңлатыла.
2011 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ҡала халҡы 227 333 кеше тәшкил итә[7].
Габороне халҡының йылдар буйынса һаны динамикаһы:
1971 | 1981 | 1991 | 2001 | 2011 | 2013 |
---|---|---|---|---|---|
18 799 | 59 657 | 133 468 | 186 007 | 227 333 | 235 884 |
СПИД Ботсвананың баш ҡалаһында йәшәүселәр өсөн етди проблема булып тора. Бөтә Габороне халҡының 17,1 проценты — ВИЧ-инфекциялы. Ә ҡатын-ҡыҙҙар араһында был күрһәткес 20,5 % тәшкил итә, ә ир-егеттәр араһында — 13,6 %. 45-49 йәштәгеләр араһында ВИЧ-инфекциялыларҙың өлөшө күберәк (35,4 %)[8].
Габороне илдең мөһим иҡтисади үҙәге булып тора, бында Ботсвана банкы, Габороне банкы, ABC банкы, Ботсвана фонд биржаһы кеүек дәүләт финанс институттарының, шулай уҡ Air Botswana, Consumer Watchdog, Botswana Telecommunications Corporation һәм Debswana (донъяла иң ҙур алмас етештереүсе) кеүек ойошмаларҙың штаб-фатирҙары урынлашҡан. Шулай уҡ Көньяҡ Африка үҫеше берләшмәһенең штаб-фатиры урынлашҡан. Бынан тыш, Габоронела Hyundai, IBM, Daewoo, Volvo, Owens-Corning һәм Siemens кеүек сит ил компанияларының вәкиллектәре лә бар.
2008 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Габоронела эшһеҙлек кимәле — 11,7 %[8].
Сэр Серетсе Кхама исемендәге халыҡ-ара аэропорт Габороненан төньяҡҡа табан 25 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Рейстар Франсистаун, Хараре, Лусака, Маун, Йоханнесбург кеүек ҡалаларға башҡарыла. Бынан тыш, ҡала аша бер нисә мөһим автомагистраль, шул иҫәптән Транскалахари (Калахари сүллеге аша) автомагистрале, Ҡаһирә—Кейптаун шоссеһы, 1-се шоссе һәм башҡалар үтә. Тимер юл бәйләнеше бар. Йәмәғәт транспорты Африканың башҡа ҙур ҡалалары менән сағыштырғанда ярайһы уҡ ышаныслы, башлыса маршрут таксийҙары менән күрһәтелгән. Бынан тыш, автобус маршруттары Габоронены ҡала янындағы ауылдар менән бәйләй.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.