Көньяҡ Африка үҫеше берләшмәһе

From Wikipedia, the free encyclopedia

Көньяҡ Африка үҫеше берләшмәһе
Remove ads

Көньяҡ Африка үҫеше берләшмәһе (ингл. Southern African Development Community (SADC)) — Көньяҡ Африка илдәренең сауҙа-иҡтисади союзы, 1992 йылда Көньяҡ Африка үҫешен координациялау буйынса конференциялар (Southern African Development Coordination Conference, ҡыҫҡаса SADCC) нигеҙендә ойошторола.

Ҡыҫҡа факттар Ағза, Ойошма төрө ...
Remove ads

Көньяҡ Африка үҫешен координациялау буйынса конференциялары субрегиондың 11 иле тарафынан 1980 йылда булдырыла. Көньяҡ Африка үҫеше берләшмәһенең төп маҡсаты — ағза-илдәрҙең сауҙа бәйләнештәрен либералләштереү, социаль-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм интеграция, шулай уҡ көньяҡ Африканың 16 иле араһында сәйәсәт һәм хәүефһеҙлек өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү[1].

Хәҙерге ваҡытта берләшмәлә таможня пошлиналары ярайһы уҡ кәмегән һәм үҙ-ара сауҙа бәйләнештәрендә тариф булмаған сикләүҙәрҙе бөтөрөүҙә ярайһы уҡ алға китешкә өлгәшелгән. Ирекле сауҙа зонаһын булдырыу юлында берләшмә һиҙелерлек алға киткән.

Remove ads

Ҡатнашыусы илдәр

Көньяҡ Африка үҫеше берләшмәһе 16 илде берләштерә[2].

Ентеклерәк мәғлүмәт Илдәр, Майҙаны (км2) ...

Бурунди берләшмәгә ҡушылыу үтенесе менән мөрәжәғәт иткән[7].

Remove ads

Тарихы һәм етәкселеге

Thumb
Көньяҡ Африка үҫешен координациялау буйынса конференциялар логотибы (1980—1992)
Thumb
Көньяҡ Африка үҫешен координациялау буйынса конференциялар флагы (1980—1992)

Көньяҡ Африка үҫеше берләшмәһе тураһында килешеүгә 1992 йылдың авгусында Намибияның баш ҡалаһы Виндхукта ҡул ҡуйыла. Берләшмәнең нигеҙендә — субрегиондың 11 иле тарафынан 1980 йылда булдырылған Көньяҡ Африка үҫешен координациялау буйынса конференциялары (Southern African Development Coordination Conference, ҡыҫҡаса: SADCC).

Көньяҡ Африка үҫеше берләшмәһе — Африканың иң ҙур һәм йоғонтоло төбәк-ара берекмәләренең береһе булып тора. Берләшмә ағзалары илдәрендә халыҡтың дөйөм һаны 248 миллион самаһы кеше тәшкил итә, тулайым эске продукты — 432 миллиард АҠШ доллары.

Ойошманың бюджеты — яҡынса 50 миллион АҠШ доллары. Көньяҡ Африка үҫеше берләшмәһенең юғары органы — дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтары саммиты (ғәҙәттә, саммиттар йыл һайын үткәрелә, ләкин шулай уҡ юғары кимәлдәге сираттан тыш осрашыуҙар ҡулланыла). Ул Берләшмәнең ғәмәлдәр стратегияһы һәм тактикаһының төп мәсьәләләре буйынса ҡарарҙар концептуалы нигеҙендә ҡабул итә, уның эшсе органдары менән етәкселек итә, Башҡарма секретарҙе һәм уның урынбаҫарын тәғәйенләй. Берләшмәнең башҡа төп структуралары — Министрҙар Советы һәм Парламент форумы.

Remove ads

Үҫеше

Донъя баҙарында Африка тауарҙарының конкуренцияға һәләтлелеген күтәреү маҡсатында, Көньяҡ Африка үҫеше берләшмәһе илдәренең етәкселәре тарафынан Көньяҡ Африкала ирекле сауҙа зонаһын булдырыу тураһында килешеү төҙөлә.

Килешеү әкренләп Африка континентының көньяҡ өлөшөндә таможня ҡаршылыҡтарын бөтөрөүҙе күҙ уңында тота. Килешеүгә ярашлы, 2008 йылға ирекле сауҙа зонаһын, 2010 йылға таможня союзын ойоштороу ваҡыты билдәләнә. Ә 2015 йылда Берләшмә илдәренең дөйөм баҙары булдырылырға тейеш була.

2005 йылда Көньяҡ Африка Республикаһы Үҙәк банкы башлығы Тито Мбовени, ҡитғаның иҡтисади яҡтан иң үҫешкән иле — Көньяҡ Африка Республикаһының бизнес-берләшмәһе алдында сығыш яһап, 2016 йылға ҡарай донъяла Көньяҡ Африка үҫеш берләшмәһенең яңы валютаһы барлыҡҡа килеүе ихтимал, тип белдерә. Быға тиклем алыҫыраҡ ваҡыт — 2021 йыл күҙалланған була.

Бөтә 15 ҡатнашыусы ил дә донъяла алдан «афро» тип йөрөтөлгән яңы валютаға күсә ала. Берҙәм валюта ҡуйғанда Европа берләшмәһенең евро төҙөү буйынса тәжрибәһен иҫәпкә аласаҡбыҙ, тип вәғәҙәләй ойоштороусылар[8]. Улар Көньяҡ Африка Республикаһының рэндын һәм Ботсвананың пулаһын валюта союзының нигеҙе итеп күрә.

Көньяҡ Африка Республикаһы һәм Ботсвана — алмазға эйә ошо ике ил, ҡайһы бер иҫәпләүҙәр буйынса, берләшмәнең 90 процентҡа тиклем эске тулайым продуктын тәьмин итә (шуларҙың өстән ике өлөшө — Көньяҡ Африка Републикаһына тура килә).

Берҙәм виза

Берләшмәлә шенген тибы буйынса берҙәм виза индереү мәсьәләһе ҡарала. 2005 йылдың авгусында Көньяҡ Африка Республикаһы, Мозамбик, Намибия һәм Лесото граждандарҙы ирекле йөрөтөү тураһында протоколға ҡул ҡуя.

Берләшмә территорияһында хәүефһеҙлек

Дөйөм Африка коллектив именлек системаһын булдырыу алымдарын яйға һалыу һәм ҡитғаның көньяғында хәрби-сәйәси хәлде анализлау өсөн 1996 йылдан алып Сәйәсәт, оборона һәм хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса Көньяҡ Африка үҫеш берләшмәһенең Директораты эшләй. Уның төп бурыстары — төбәктә эске һәм дәүләт-ара көрсөктө көйләү, шул иҫәптән тыныслыҡ урынлаштырыу операциялары үткәреү, стихиялы бәлә-ҡаза эҙемтәләрен бөтөрөү, шулай уҡ Берләшмә дәүләттәренең берлектәге хәрби күнегеүҙәрҙе әҙерләү һәм үткәреү. Йәмәғәт палатаһы рәйесе — Эсватини короле Мсвати III (2009 йылдың мартында һайлана).

Төбәктә тыныслыҡты һәм тотороҡлоҡто һаҡлау проблемаларына айырым иғтибар бирелә. 2007 йылдың авгусында Лусака ҡалаһында (Замбия) үткән Көньяҡ Африка үҫеш берләшмәһе саммитында берләшмәнең 11 ағза-дәүләтенән 600 кешенән торған «SADCBRIG» тыныслыҡ урынлаштырыусы бригадаһы ойошторола. Берләшмәнең тағы ла 4 ағзаһы ҡушылғандан һуң уның һанын 1 мең кешегә тиклем еткерергә ниәтләйҙәр.

Remove ads

Тышҡы сәйәсәт: ҡатнашыусы илдәрҙең ҡараштары һәм ҡаршылыҡтары

Был субтөбәк ойошмаһында ҡатнашыусы дәүләттәрҙең тышҡы сәйәси эшмәкәрлеген яраштырыу буйынса аҙымдар яһала.

Көньяҡ Африка үҫеш берләшмәһенең айырым илдәре һәм Европа Берлеге араһында иҡтисади партнерлыҡ тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу мәсьәләһен ойошма эсендә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. 2007 йылда Европа Берлеге менән иҡтисади партнерлыҡ тураһында килешеүҙәргә Ботсвана, Намибия, Лесото һәм Эсватини ҡул ҡуя. Бындай килешеүҙәргә Көньяҡ Африка Республикаһы ҡаршы сыға, улар Африканың көньяғында таможня союзын ойоштороуға хәүеф тыуҙыра аласаҡ, тип иҫәпләй.

Ике йылға бер тапҡыр Европа Берлеге-Көньяҡ Африка үҫеш берләшмәһе һәм АҠШ-Көньяҡ Африка үҫеш берләшмәһе форумдары үткәрелә. Һиндостан, Ҡытай, Япония, Скандинавия илдәре Берләшмә менән хеҙмәттәшлек итеү менән ҡыҙыҡһына.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Loading content...

Әҙәбиәт

Loading content...

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads