Ваҡыт
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ваҡыт — физик һәм психик процестарҙың үтеү формаһы, үҙгәреү ихтималлығы шарты[1]. Философияның һәм Физиканың төп төшөнсәләренең береһе, бөтә объекттарҙың йәшәү оҙайлығы үлсәме, процестарҙа уларҙың торошо һәм процестарҙың үҙҙәренең бер-бер артлы алмашыныуы, үҙгәреүе һәм үҫеше характеристикаһы[2], шулай уҡ берҙәм арауыҡ-ваҡыт координаталарының береһе, уның тураһында төшөнсә сағыштырмалыҡ теорияһында үҫешә.
Ваҡыт | |
Ҡайҙа өйрәнелә | арауыҡ-ваҡыт философияһы[d], ДСТ һәм социология времени[d] |
---|---|
Дәүмәл билдәһе | t һәм τ |
Тасуирлау биттәре | w3.org/2006/time |
Ваҡыт Викимилектә |
Фәлсәфәлә — ул кире ҡайтмаҫ ағым (бер генә йүнәлештә — үткәндән хәҙерге ваҡыт аша киләсәккә ағыусы)[3].
Метрологияла — физик дәүмәл, халыҡ-ара физик дәүмәлдәр системаһының ете төп дәүмәлдәренең береһе (ингл. International System of Quantities, франц. Système International de grandeurs, ISQ)[4], ә ваҡыт үлсәү берәмеге «секунд» — Халыҡ-ара берәмектәр системаһының (СИ) ете төп берәмегенең береһе(франц. Le Système International d’Unités, SI, ингл. International System of Units, SI).