![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/b/b1/MicrometerInside5-30_25-50.jpg/640px-MicrometerInside5-30_25-50.jpg&w=640&q=50)
Метрология
үлсәмдәр, уларҙың берҙәмлеген тәьмин итеү һәм теүәллектәренә өлгәшеү ысулдары һәм саралары тураһындағы фән / From Wikipedia, the free encyclopedia
Метроло́гия (грек. μέτρον «үлсәм» + λόγος «фекер; сәбәп») — үлсәмдәр, уларҙың берҙәмлеген тәьмин итеү һәм теүәллектәренә өлгәшеү ысулдары һәм саралары тураһындағы фән[1]. Объекттарҙың үҙенсәлектәренең һаны тураһында мәғлүмәтте тәғәйен теүәллек һәм дөрөҫлөк менән алыу метрология предметы булып тора; бының норматив базаһы — метрология стандарттары.
Метрология төп өс киҫәктән тора:
- Теоретик йәки фундаменталь — дөйөм теоретик проблемаларҙы ҡарай[2] (физик дәүмәлдәр үлсәмдәренең теорияһын, берәмектәрен, үлсәү ысулдарын эшләү).
- Ҡулланма — теоретик метрология эшләнмәләрен ғәмәлдә ҡулланыу мәсьәләләрен өйрәнә. Метрологик тәьминәт һорауҙарын ҡарай.
- Ҡануниәт — физик дәүмәл берәмектәрен, үлсәү ысулдары һәм сараларын ҡулланыу буйынса мотлаҡан техник һәм юридик талаптарҙы булдыра.
Метро́лог — метрология белгесе.
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/3/39/Microarcsecond_testbed.jpg/280px-Microarcsecond_testbed.jpg)