Бразилия Олимпия уйындарында
From Wikipedia, the free encyclopedia
Бразилия беренсе тапҡыр 1920 йылда йәйге Олимпия уйындарында ҡатнаша, шул ваҡыттан алып Бразилия спортсылары, 1928 йылғы йәйге уйындарҙан тыш, артабанғы һәр йәйге Олимпия уйындарында ҡатнаша. Илдең йыйылма командаһы ҡышҡы Олимпия уйындарында 1992 йылдан ҡатнаша, әммә әлегә ҡышҡы дисциплиналарҙа бер миҙал да яулай алмай.
Бразилия Олимпия уйындарында | |||||||||
Код МОК |
BRA | ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
НОК |
Бразилия Олимпия комитеты | ||||||||
Миҙалдар |
| ||||||||
Йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыу | |||||||||
| |||||||||
Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыу | |||||||||
| |||||||||
См. также | |||||||||
Шаблон: просмотр • обсуждение • править |
Бразилия вәкилдәре волейбол, елкән спорты, еңел атлетика, дзюдо, йөҙөү һәм пляж волейболы буйынса ярыштарҙа бөтәһе 150 миҙал яулай (37 алтын). Дөйөм алғанда, Бразилия Олимпия уйындарында алға бара: 1980 йылға тиклем бразилиялылар бер уйында ла өстән артыҡ миҙал яулай алмай, ә 1996 йылда 15 миҙалға эйә була, шул ваҡыттан алып улар һәр Уйындан кәм тигәндә 10 миҙал алып ҡайта.
Бразилия Олимпия комитеты 1914 йылда ойошторола.
Бразилияла 2016 йылда йәйге Олимпия уйындары ойошторола. Ул Рио-де-Жанейрола үтә. Был — Көньяҡ Америкала үткән тәүге Олимпия уйындары.