Рио-де-Жанейро
From Wikipedia, the free encyclopedia
Рио-де-Жанейро — (БСЭ ярашлы, «дөрөҫөрәк Риу-де-Жанейру»[5]; ҡыҫҡаса Рио, порт. Rio de Janeiro — январская река[6]) Бразилия дәүләте территорияһында урынлашҡан ҡала. Шул уҡ исемле Рио-де-Жанейро штатының административ үҙәге.
Ҡала | |||||
Рио-де-Жанейро порт. Rio de Janeiro | |||||
| |||||
Ил |
БразилияБразилия | ||||
---|---|---|---|---|---|
Штат |
Рио-де-Жанейро | ||||
Муниципалитет | |||||
Координаталар | |||||
Префект |
Эдуардо Паэс | ||||
Нигеҙләнгән |
[[1565 йыл]] | ||||
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
1502 йыл | ||||
Майҙаны |
1265 км² | ||||
Высота НУМ |
31 м | ||||
Климат тибы | |||||
Тығыҙлығы |
5334 кеше/км² | ||||
Этнохороним |
риодежанейрцы, риодежанейрец, риодежанейрка[3] | ||||
Сәғәт бүлкәте |
UTC-3, йәйге UTC-2 | ||||
Телефон коды |
+55 21 | ||||
Почта индексы |
20000-000 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Рәсми сайт |
rio.rj.gov.br (порт.) | ||||
Рәсми булмаған исеме |
Чудесный город[4] | ||||
Халҡы — 6,7 млн кеше (2018 йылға ҡарата), ҙурлығы буйынса был илдә икенсе һәм Көньяҡ Америкала дүртенсе ҡала. 12,5 млн артығыраҡ кешеһе менән (2018 йыл) агломерация хасил итә. Континентта иң эре финанс үҙәге һәм диңгеҙ порты, ғилми үҙәк.
Атлантик океандың Гуанабара ҡултығында, ике яҡтан тауҙар һәм диңгеҙ уратып алған тар тигеҙлектә урынлашҡан. Климаты тропик[1][2]. Урынды Португалия диңгеҙсеһе Гашпар ди Лемуш аса, Гуанабара ҡултығын йылға тамағы тип ҡабул итә, йылғаны Ғинуар йылғаһы тип атайҙар. 1531 йылда Сан-Себастьян де-Рио-де-Жанейро португал форты төҙөлә. 1763 йылдан — Бразилия вице-короллегенең баш ҡалаһы, 1822 йылдан — бойондооҡһоҙ Бразилия империяһының баш ҡалаһы, 1889—1960 йылдарҙа — Бразилия Ҡушма штаттары республикаһының баш ҡалаһы.
XVI—XIX быуат ҡоролмалары менән тарихи үҙәк, Копакабана пляжы менән яр буйы, Шәкәрле Баш тауы һәм Христос һыны ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән[7].