Волейбол
Был уйын XIX быуат аҙағында Америкала барлыҡҡа килгән. Волейбол Олимпия уйындары программаһына инә. / From Wikipedia, the free encyclopedia
Волейбол ({{lang-e «туп») — спорт команда менән спорт уйыны, ике команда селтәр менән бүленгән махсус майҙансыҡта волейбол тубын дәғүәселәрҙең майҙансығына төшөрөргә тырышып йә иһә һаҡланыусы команда уйынсыһы хата яһағанға саҡлы, дәғүәселәр яғына ебәрә (иҙәнгә тиклем ҡаҡлыҡтырыу). Шул уҡ ваҡытта һөжүм ойоштороу өсөн бер команданың уйынсыларына тупҡа өс тапҡырҙан артыҡ бер рәттән ҡағылыу рөхсәт ителмәй (блокта ҡағылыуға өҫтәп).
Волейбол | |
Нигеҙләү датаһы | 1947 |
---|---|
Квалифицирован для | мужской волейбол[d] һәм женский волейбол[d] |
Етәксе орган | Халыҡ-ара волейбол федерацияһы |
Ил | Америка Ҡушма Штаттары[1] |
Минимальное число игроков | 12 |
Максимальное число игроков | 12 |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Морган, Уильям Дж.[d] |
Асыу датаһы | 1895 |
Рәсми сайт | fivb.org |
Волейбол Викимилектә |
Халыҡ-ара волейбол федерацияһы — халыҡ-ара спорт төрө булараҡ волейболдың ҡағиҙәләр йыйынтығын билдәләүсе үҙәк органы. 1964 йылдан[2] волейбол Олимпия уйындары программаһына инә.
Волейбол — майҙансыҡта һәр уйынсы ҡәтғи махсуслашыуға эйә булған спорттың контакт булмаған, комбинацион төрө. Волейбол уйынсылары өсөн иң мөһиме булып волейбол селтәренән күберәк юғары күтәрелеү өсөн һикереү һәләте, реакция, координация, һөҙөмтәле һөжүм яһау маҡсатында, физик көс тора.
Волейбол һөйөүселәр өсөн — ҡағиҙәләренең ябайлығы һәм йыһаздарын үҙләштереү мөмкинлеге арҡаһында халыҡ-араһында киң таралған күңел асыу һәм ял итеү ысулы.
Волейболдың төп төрөнән (1996 йылдан олимпия төрө) тармаҡланған (1998 йылдың ноябрендә Токиола раҫланған) төрлө варианттары бар — пляж волейболы, ҡар өҫтөндә уйнай торған волейбол, мини-волейбол, пионербол, парк волейболы[3] ултырма волейбол (Паралимпия спорт төрө).