From Wikipedia, the free encyclopedia
Борисов Михаил Дмитриевич (4 октябрь 1900 йыл — 29 май 1987 йыл) — совет хәрби эшмәкәре, генерал-майор (3 май 1942 йыл[1]).
Борисов Михаил Дмитриевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 4 октябрь 1900 |
Тыуған урыны | Быҙаулыҡ өйәҙе, Һамар губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 29 май 1987 (86 йәш) |
Вафат булған урыны | Харьков, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һөнәр төрө | полководец |
Эш урыны | В.Н. Каразин исемендәге Харьков милли университеты |
Уҡыу йорто | Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d] |
Хәрби звание | генерал-майор[d] |
Командалыҡ иткән | 8-се кавалерия корпусы |
Һуғыш/алыш | Рәсәйҙә Граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Михаил Дмитриевич Борисов Ырымбур өлкәһе (хәҙер Быҙаулыҡ районы) Голубовка ауылында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған.
1910 йылда өс синыфлыҡ мәхәллә училищеһын тамамлағандан һуң реаль училищеһына һәм уны 1915 йылда тамамлай.
1917 йылдың апрель айында Рус император армияһы сафтарына алына һәм Һамарҙағы 3-сө запастағы артиллерия бригадаһына рядовой, ә августа — Һарытау прапорщиктар мәктәбендә юнкер итеп ебәрелә, әммә шул уҡ йылдың сентябрендә демобилизациялана.
1918 йылдың декабрендә РККА сафтарына алына, артабан ул ҡыҙылармеец һәм ауыр артиллерия дивизионы адъютанты булараҡ Көнсығыш фронтында хәрбәи ғәмәлдәрҙә ҡатнаша.
1921 йылдың июнендә Төркөстан фронтына йүнәлтелә, унда ул Сәмәрҡәнд коменданты ҡарамағындағы йомоштар өсөн, Сәмәрҡәнд оборона штабының иҫәп-административ бүлексәһе начальнигы, Бохара ғәскәрҙәр төркөмө штабының иҫәп-ойоштороу бүлексәһе начальнигы, 13-се уҡсылар орпусы штабы начальнигы ҡарамағындағы йомоштар өсөн вазифаларҙа хеҙмәт итә.
19824 йылдың ноябрь айындаКиев берләштерелгән хәрби мәктәптең кавалерия бүлегенә уҡырға ебәрелә, уны тамамлағандан һуң 1926 йылдың авгусынан Үзбәк кавалерия полкы (Урта Азия хәрби округы) штабы начальнигы һәм эскадрон командиры ярҙамсыһы вазифаларын биләй. 1927 йылды полк составында Жунайыт хан етәкселегендәге баҫмасылар бандаларына ҡаршы хәрби ғәмәлдәрҙә ҡатнаша. 1928 йылдың май айында Төркмән кавалерия полкы эскадроны командиры итеп тәғәйенләнә. 1930 йылда Айырым отряд командиры булараҡ Керкин районы территорияһында баҫмасылар отрядтарына ҡаршы хәрби ғәмәлдәрҙә ҡатнаша.
1931 йылдың ғинуарынан штаб начальнигы һәм айырым Ҡаҙаҡ кавалерия полкы штабы начальнигы ярҙамсыһы вазифаларында хеҙмәт итә, ә 1936 йылдың октябренән — 48-се кавалерия полкы командиры итеп тәғәйенләнә.
Атлы төркөм штаб начальнигы булараҡ 1937 йылдан алып Борисов Испанияла Граждандар һуғышы барышында хәрби ғәмәлдәрҙә ҡатнаша. Махсус заданиелар үтәгән өсөн 1938 йылдың февралендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.
Испаниянан ҡайтҡандан һуң штабтың 1се өлөшө начальнигы булып хеҙмәт итә, ошо уҡ ваҡытта 19-сы тау-кавалерия дивизияһы штабы начальнигы вазифаһын биләй, ә 1939 йылда М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияһына уҡыуға ебәрелә.
1941 йылда академияны тамамлағандан һуң 31-се кавалерия дивизияһы штабы начальнигы, ә октябрҙә командир итеп тәғәйенләнә. Дивизия Мәскәү тирәһендәге алыштарҙа — Тула обороналау , һуңынан Тула һәм Калуга һөжүм операцияларындағы хәрби ғәмәлдәрҙә ҡатнаша. Калуга операцияһы барышында Борисов етәкселегендәге дивизия өс тәүлек буйы һөжүм алыштарын алып бара, ошо ваҡыт эсендә дивизия 90 километр юл үтеп, Калуганың көньяҡ ситенә сыға, ауыр бәрелештәрҙән һуң 30 декабрҙә ҡала азат ителә. Операция барышында уңышлы ғәмәлдәре өсөн дивизия 7-се гвардия дивизияһы тип үҙгәртелә, ә Борисов М. Д. үҙе полковник дәрәжәһенә тиклем үрләтелә.
1942 йылдың февралендә 9-сы кавалерия корпусыкомандиры итеп тәғәйенләнә, шул уҡ йылдың апрелендә корпус тарҡатыла, ә Борисов 1-се гвардия кавалерия корпусы командиры урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә.
1942 йылдың октябрендә 8-се кавалерия корпусы Борисов командир итеп тәғәйенләнә. Корпус Сталинград алышы барышында Урта Дон һөжүм операцияһы барышында хәрби ғәмәлдәр алып бара, шулай уҡ Тацинская станицаһына һөжүм яһай һәм Морозовск ҡалаһын азат итә. 1943 йылдың февралендә корпус Ворошиловоград һөжүм операция барышында Миллерово һәм Макеевка йүнәлешендәге өҙөклөккә индерелә. Һөжүмде уңышлы үҫтереүҙәге ҡыйыу ғәмәлдәре өсөн 1943 йылдың 14 февралендә 8-се кавалерия корпусы 7-се гвардия кавалерия корпусы итеп үҙгәртелә.
Дебальцево тирәһендәге алыш һөҙөмтәһендә яраланған генерал-майор М. Д. Борисов һәм корпус штабы офицерҙары 23 февралдә әсирлеккә эләгә.
Башта Шпандау төрмәһендә тотола, унда француз телен белгән Борисов, француз тотҡондары араһында ихтилал күтәреү һәм төрмәнән ҡасыу маҡсатында йәшерен төркөм булдырырға маташа, әммә тиҙҙән уны Вайсенбург ҡәлғәһенә күсерәләр, тап шунда ул американ ғәскәрҙәре тарафынан 1945 йылдың 4 майында азат ителә.Совет хәрби миссияһы аша Париждагы репатриация буйынса Мәскәүгә ебәрелә.
Мәскәүгә ҡайтҡандан һуң НКВД органдарында махсус тикшереү үтә, шунан 1945 йылдың декабрендә Совет Армияһы кадрҙарында тергеҙелә[1] һәм К. Е. Ворошилов исемендәге Юғары хәрби академияһы янындағы юғары академия курсына уҡыуға ебәрелә, уны тамамлағандан һуң 1947 йылда хәрби кафедраһы етәксеһе итеп тәғәйенләнә Харьков дәүләт университетының. хәрби кафедраһы начальнигы вазифаһына тәғәйенләнә.
Генерал-майор Михаил Дмитриевич Борисов 1958 йылдың 2 апрелендә һаулыҡ торошо буйынса отставкаға сыға. 1987 йылдың 29 майында Харьковта вафат була[1].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.