Белорет — Башҡортостан Республикаһындағы ҡала, Белорет районының административ үҙәге. Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм дан ҡалаһы (2020). Ағиҙел йылғаһы буйында, Өфөнән 245 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми атамаһы ...
Белорет
Белорет
Байраҡ[d]
Нигеҙләү датаһы
1762
Рәсми атамаһы
Белорет һәм Белорецкий завод
Ҡушамат
Горная столица Башкирии [1]
Рәсми тел
башҡортса һәм урыҫ теле
Дәүләт
Рәсәй
Административ үҙәге
Белорет ҡалаһы ҡала биләмәһе [d] [2] , Белорет районы һәм Тамьян-Ҡатай кантоны
Административ-территориаль берәмек
Белорет районы , Верхнеурал өйәҙе һәм Тамьян-Ҡатай кантоны
Сәғәт бүлкәте
UTC+05:00 [d]
Халыҡ һаны
8300 кеше (1897 )[3] ,19 900 кеше (1926 )[3] ,27 400 кеше (1931 )[3] ,40 600 кеше (1939 )[3] ,55 000 кеше (1943 )[4] ,54 500 кеше (1944 )[4] ,45 700 кеше (1945 )[4] ,44 900 кеше (1946 )[4] ,46 100 кеше (1947 )[4] ,59 315 кеше (1959 )[5] ,62 000 кеше (1962 )[3] ,64 000 кеше (1967 )[3] ,67 099 кеше (1970 )[6] ,69 000 кеше (1973 )[3] ,70 000 кеше (1976 )[3] ,71 246 кеше (1979 )[7] ,73 000 кеше (1982 )[8] ,74 000 кеше (1986 )[3] ,75 000 кеше (1987 )[9] ,72 434 кеше (1989 )[10] ,73 800 кеше (1992 )[3] ,73 400 кеше (1996 )[3] ,72 900 кеше (1998 )[3] ,73 300 кеше (2000 )[3] ,73 300 кеше (2001 )[3] ,71 093 кеше (2002 )[11] ,71 100 кеше (2003 )[3] ,70 300 кеше (2005 )[3] ,69 700 кеше (2006 )[3] ,69 100 кеше (2007 )[3] ,68 842 кеше (2008 )[12] ,68 308 кеше (2009 )[13] ,68 806 кеше (2010 )[14] ,68 800 кеше (2011 )[3] ,68 363 кеше (2012 )[15] ,67 735 кеше (2013 )[16] ,66 939 кеше (2014 )[17] ,66 584 кеше (2015 )[18] ,66 171 кеше (2016 )[19] ,65 801 кеше (2017 )[20] ,65 477 кеше (2018 )[21] ,65 054 кеше (2019 )[22] ,64 921 кеше (2020 )[23] ,64 525 кеше (2021 )[24]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек
500 метр
Майҙан
41 км²
Почта индексы
453500
Рәсми сайт
beladmin.ru
Иң тәүге яҙма ваҡыты
1762
Урындағы телефон коды
34792
Белорет Викимилектә
Ябырға
«Башҡорт АССР-ы буйынса материалдар» китабында (Т.4. 183-187-се бит), XVIII быуатта Иван Борисович Твердышев һәм Иван Семенович Мясников тигән ике Сембер сауҙагәре Ағиҙел буйында суйын ҡойоу заводы төҙөргә рөхсәт алыуҙары тураһында документ бирелгән. Улар унда йәшәгән башҡорттарҙан, ҡайҙа алдап, ҡайҙа ҡурҡытып 180 мең дисәтинә ер һатып алып, 1762 йылда Белорет суйын ҡойоу заводы һалдыра башлай.
Заводты төҙөү, унда эшләү өсөн Ҡазан губернаһының Сембер, Арзамас өйәҙҙәренән, һуңынан хәҙерге Татарстан биләмәләрендә йәшәгән Арский фамилиялы помещиктан һатып алынған крепостной крәҫтиәндәр килтерелә. Хәҙерге «Арский ташы» тигән исем тап ана шул осорҙан һаҡланып ҡалған да инде.
Завод крәҫтиәндәре Пугачев яуында ҡатнаша. 1773 йылдың октябрендә завод баш күтәргән крәҫтиәндәр ҡулында була. Ноябрь айында хөкүмәттең Е. Козловский отряды заводты хужаларына ҡайтарып бирә. Декабрь һәм ғинуар айҙарында баш күтәргән башҡорт һәм завод крәҫтиәндәре заводты үҙ ҡулдарына ала. Апрель урталарынан 2 майға тиклем бында Емельян Пугачёв була.
Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге завод тураһында:
Ырымбур губерняһы Верхнеуральск өйәҙендә, Верхнеуральскиҙән көнбайышҡа 60 саҡрымда, Ағиҙелгә Нура йылғаһы ҡойған ерҙә, 1628 р. фут абсолют бейеклектә, 53°58' төньяҡ киңлектә һәм 53°49' көнсығыш оҙонлоҡта. 1762 йылда Твердышев менән Мясников, Балаҡатай волосынан башҡорттарҙан һатып алынған ерҙә заводҡа нигеҙ һалалар. Әлеге ваҡытта Тирлән заводы менән бергә Белорет заводтары йәмғиәтенә ҡарай. Заводҡа бүленгән 170041 дисәтинә ерҙең 152020 дисәтинаһы һирәк осраған уҫаҡ һәм ҡайын, ҡарағай, аҡ шыршы, шыршы урманынан тора. Таулы ер; үҙәндәре балсыҡлы тупраҡ булыуға ҡарамаҫтан, уңдырышлы. Рудниктары Урал йылғаһы аръяғында, заводтан 90 саҡрым алыҫлыҡта, Ҡырғыҙ далаһындағы Атач тауында урынлашҡан. Заводта домна, металл ҡойоу мейестәре бар, тимер эшкәртелә һәм сым етештерелә. Бында һыу ярҙамында әйләнеүсе 20 тәгәрмәс, 6 турбина, 6 пар машинаһы һәм локомобиль эшләй (дөйөм көс һаны - 1232). 1888 йылда 728453 бот сөгөн иретелә, 419906 бот тимер һәм 11081 бот тимер әйберҙәр эшкәртелә[25] .
Бөгөн Белорет ҡалаһы ярайһы уҡ ҙур ғына — унда 70 мең самаһы кеше йәшәй. Белорет районы муниципаль районы хакимиәте башлығы — Иванюта Андрей Иванович (2020 йылдың февраленән).
2020 йылдың апрелендә, Бөйөк Еңеүҙең данлы 75 йыллығы алдынан, Дәүләт-ара Герой-ҡалалар союзына тарафынан Белоретҡа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм даны ҡалаһы» тигән абруйлы халыҡ-ара исем бирелде. Ул ҡала халҡының Икенсе донъя һуғышы йылдарында күрһәткән хеҙмәт ҡаһарманлығы, Ватан алдындағы ҙур ҡаҙаныштары өсөн бирелә[26] [27] .
Һыу һурҙырғыс башня
Белореттағы тарихи һыу һурҙырғыс башня
Ҡалала 1916 йылда «Вогау и К» тигән Сауҙа йорто хужалары ситтән килтерелгән сифатлы ҡыҙыл кирбестән эклектика стилендә һыу һурҙырғыс башня төҙөтә. Ул ҡаланың иң бейек ҡоролмаһы була һәм Үрге биҫтә тип йөрөтөлгән өлөштә инженерҙарҙың йорттарына, больницаға, ҡунаҡханаға, улус идаралығына, магазиндарға һәм һыу алғыс будкаларына һыу ебәрә. Һыу үткәргестәр 8,4 км оҙонлоҡта булған. Иң өҫтәге күҙәтеү майҙансығында янғын һүндереүсе нәүбәттә торған. 1956 йылда ул һыу биреүҙән туҡтаған, ә 1967 йылда бик ныҡ туҙған ротондаһы һүтеп алынған [28] .
2021 йылдың июль айында, реставрациянан һуң, башня асылып, экскурсиялар үткәрелә башлай [29] .
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө
Бөтә халыҡ
Ир-егеттәр
Ҡатын-ҡыҙҙар
Ир-егеттәр өлөшө (%)
Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 72653 32873 39780 45,2% 54,8%
2002 йыл 9 октябрь 71093 31989 39104 45,0% 55,0%
2010 йыл 14 октябрь
Халыҡ һаны буйынса аңлатма
төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989 , 2002 , 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Халыҡ һаны буйынса сығанаҡтар
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897 , 1920 , 1939 , 1959 , 1970 , 1979 , 1989 , 2002 , 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865 , 1879 , 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Куйбышев һәм Көньяҡ Урал тимер юлдарының Башҡортостан Республикаһы территорияһы буйлап үткән 310 километрлыҡ өлөшө, шул иҫәптән «Ҡарлыман–Белорет–Магнитогорск» арауығы. Ҡырмыҫҡалы, Архангел, Белорет, Учалы, Әбйәлил райондары аша үтә. Рәсәйҙең үҙәк райондарын Урал аръяғы һәм Урта Азия менәнн тоташтыра. 1961 йылда «Магнитогорск–Белорет» линияһы (105) төҙөлә, 1977 йылда «Ҡарлыман–Белорет» линияһы (205 км) ҡушыла. Электрлаштырылған.
Ҡалалағы төп иҡтисад предпиятиелары:
Билдәле шәхестәре
Артамонов Владимир Иванович (20.11.1906 — 29.09.1944) — Советтар Союзы Геройы (17.11 .1939 ), Халхин-Гол йылғаһындағы һуғыштарҙа 38-се бомбардировка авиацияһы полкының эскадрилья командиры вазифаһында һәм Бөйөк Ватан һуғышында 288-се һәм 209-сы бомбардировка авиация полктары командиры вазифаһында ҡатнаша. 1944 йылдан — Эшсе-крәҫтиәндәр Ҡыҙыл Армияһының Хәрби-һауа көстәре генерал-инспекторының өлкән ярҙамсыһы, полковник.
Аҫылғужин Ғайсар Бәхтегәрәй улы (1.01.1944) — хеҙмәт ветераны, 1971—2004 йылдарҙа Белорет металлургия комбинатының сым һуҙыу цехы бригадиры, мастеры һәм өлкән мастеры. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.
Бармин Леонид Николаевич (6.04.1931—16.06.1995), ғалим -инженер -металлург . 1955 йылдан Свердловск ҡалаһындағы Урал политехник институты (хәҙер Рәсәйҙең беренсе Президенты Б. Н. Ельцин исемендәге Урал федераль университеты ) уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1970 йылдан технология факультеты деканы, 1972—1979 йылдарҙа уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор, 1975 йылдан — һаҡлағыс һәм нығытҡыс ҡаплауҙар кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1972), профессор (1972). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1991), СССР -ҙың уйлап табыусыһы (1978) һәм дәүләт премияһы лауреаты (1982).
Байдәүләтов Рафаэль Ибраһим улы (16.08.1943), энергетик , дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1999—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер‑министры, 2008—2010 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советында Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы башҡарма органынан вәкил. Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Рәсәй Берҙәм энергетика системаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003), Рәсәй яғыулыҡ—энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (1993). Почёт (2004), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2003), Салауат Юлаев (2008) ордендары кавалеры. Белорет ҡалаһы һәм Белорет районының почётлы гражданы. (Тикшерелеү көнө: 14 август 2018) .
Белорецкий (Ларионов) Григорий Прокопьевич (псевдонимы — Белорецкий ; 19 ғинуар 1879 йыл — 6 март 1913 йыл ) — хәрби табип, яҙыусы, фольклорсы. 1904—1905 йылдарҙағы рус-япон һуғышында ҡатнашыусы.
Бикбаев Азамат Иҙебай улы (9.06.1986 — спортсы, классик (грек-рим) стилдәге көрәшсе. Халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2012).
Бикбулатов Илдар Ғәлимнур улы (4.11.1953), рәссам, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1986 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1999). (Тикшерелеү көнө: 25 октябрь 2018)
Ғәбитов Рәйеф Лотфулла улы (25.11.1913 — 1943) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт композиторы. Башҡортостандың тәүге профессиональ композиторҙарының береһе. 1941 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы.1932 йылда Ырымбур педагогия техникумын тамамлай һәм Белорет ҡалаһына металлургия заводының уҡыу комбинатына уҡытыусы булып китә.
Зимина Нина Николаевна (11.10.1942 - 24.06.2014) — уҡытыусы , шағир , яҙыусы , тәржемәсе һәм йәмәғәтсе. 1996 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союздары ағзаһы. Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (2011). «Радуга над Агиделью» әҙәби премияһы лауреаты, «Лучшая башкирская книга 2007 года» республика конкурсы еңеүсеһе.
Казаков Рауил Яғмур улы (25.01.1982), спортсы . Пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2002). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2003). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2006).
Ҡасимов Салауат Фитрат улы (19.11.1934 — 21.11.2018) — ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1995). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986) һәм Салауат Юлаев (2014) ордендары кавалеры. 1934 йылдың 19 декабрендә Башҡорт АССР-ының Белорет ҡалаһында тыуған.
Косоротов Василий Емельянович (5.08.1871 — 1.12.1957) — Башҡортостанда революцион хәрәкәттә ҡатнашыусы, Рәсәй Империяһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт думаһы ағзаһы, большевик-депутаты; Ленин ордены кавалеры (1954).
Ларионов Григорий Васильевич (14.1905—23.11.1995), табип-хирург. 1946—1974 йылдарҙа ҡала дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта ҡаланың баш хирургы, 1975—1980 йылдарҙа физкультура диспансеры табибы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Ватан һуғышы , ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (1987)[30] .
Литвинова Лидия Михайловна (17.05.1950) — Белорет металлургия комбинаты сым һуҙыусыһы. СССР-ҙың X һәм XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (1987).
Миронов Ринат Ғаян улы (24.05.1959), ғалим-хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, эске эштәр органдарының элекке хеҙмәткәре. Юридик фәндәр докторы (2007)[31] .
Мөхәмәтдинова Сәғиҙә Хашим ҡыҙы (25.09.1931 — 19.03.2018 йыл) — Белорет металлургия комбинатының шәхси келәймәгә эйә булған канатсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981), ике Ленин , «Почёт Билдәһе» һәм Октябрь Революцияһы ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған металлургы (1982), Белорет ҡалаһы һәм районының Почётлы гражданы (2006).
Немкова Татьяна Ивановна (22.11.1937), Үҙән ауылы, Белорет районы БАССР — 9 март 2012 йыл , Белорет ҡалаһы) — Белорет металлургия комбинатының 5-се ҡорос сым-арҡан етештереү цехы эшсеһе; Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.
Падин Андрей Викторович (20.02.1968), Рәсәй биатлонсыһы . Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1997). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1997). Биатлон буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2003).
Паль Роберт Васильевич (15.04.1938) — Башҡортостандың рус телендә ижад иткән шағиры һәм яҙыусыһы, тәржемәсе һәм журналист, 1969 йылдан СССР Яҙыусылар һәм журналистар союздары ағзаһы, БАССР -ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988).
Ситдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы (10.06.1952) — башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе һәм йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы яҙыусылар берлектәре ағзаһы (1995), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007). Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2017)[32] . 1983 йылдан "Урал" район гәзите әҙәби хеҙмәткәре, 1989-1995 уның етәксеһе була.
Сөләймәнов Фәтих Ҡәйүм улы (25.07.1924 — 14.05.1997) — хеҙмәт алдынғыһы, йәмәғәтсе. 1942—1979 йылдарҙа Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Белорет металлургия комбинатының сым һыҙыусыһы һәм участка мастеры. СССР -ҙың 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1974—1979). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (1987).
Сурин Вениамин Константинович (10.03.1929—24.07.1995), партия эшмәкәре. 1964—1988 йылдарҙа КПСС-тың ҡала комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының VII—XI саҡырылыш Юғары Советы , КПСС-тың XXIII съезы делегаты. Октябрь Революцияһы , ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Ҡаланың почётлы гражданы (1996, үлгәндән һуң).
Сәлимов Мөхәррәм Әхмәтша улы (1.05.1935) — инженер-металлург, үҙешмәкәр композитор, ҡаланың башҡорт йәмәғәт ойошмаларының әүҙем ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990).
Татаринов Дмитрий Иванович (18.10.1877—25.07.1956), ғалим-терапевт, юғары мәктәп хеҙмәткәре һәм йәмәғәт эшмәкәре. Медицина фәндәре докторы (1905), профессор (1934). РСФСР-ҙың 1-се һәм 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1940), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1944), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1944) кавалеры.
Фәттәхова Вәсилә Разиф ҡыҙы (31.11.1979 — 26.01.2016 йыл) — Башҡортостан[33] йырсыһы. Башҡортостан Республикаһының (2015)[34] һәм Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2015)[35] .Вәсилә Разиф ҡыҙы Фәттәхова 1979 йылдың 31 декабрендә Башҡорт АССР-ының Белорет ҡалаһында тыуған.
Хәмзин Ғәли Ғәббәс улы (12.06.1950 — 15.11.2009) — башҡорт йырсыһы, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989). Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1997). Белоретта профтехучилищела уҡый.
Шобухова Лилиә Булат ҡыҙы (ҡыҙ фамилияһы — Шаһбалова , беренсе никахтан һуң — Волкова ; 13.11.1977) — оҙон дистанцияларға йүгереүҙә Рәсәйҙең иң көслө спортсыларының береһе, 2009 йылдан марафонда махсуслаша. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры[36] .
Щепарёв Андрей Михайлович (22.04.1974), тренер. Биатлон буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2005) һәм Рәсәйҙең спорт мастеры (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2017)[37] .
Белорет ҡалаһы
Белорет металлургия комбинаты ҡояш байығанда
Комбинаттың дөйөм күренеше
Белорет быуаһы яҙ көндәрендә
Ағиҙел быуаһы аша баҫма
Һаҡлыҡ банкының үҙәк офисы
Металлургия комбинаты идараһы
Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы
Чернобыль аварияһы эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларға һәйкәл
Тыуған яҡты өйрәнеү музейы
Ленин һәйкәле
2021 йыл 24 июль архивланған . // Белорецк: вчера и сегодня - Том 1. Глава 26. Водонапорная башня
Указ Главы Республики Башкортостан от 20 августа 2015 года № УГ-192 «О присвоении почетных званий Республики Башкортостан»