Башҡортостандың белешмә-энциклопедик баҫмаһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Башҡорт энциклопедияһы (рус. Башкирская энциклопедия) — универсаль белешмә-энциклопедик баҫма.
Башҡорт энциклопедияһы | |
Жанр |
Белешмә-энциклопедик баҫма |
---|---|
Төп нөхсә теле | |
Нәшер итеүсе | |
Сығарылыш | |
Биттәр |
4344 (624+624+672+672+576+544+624) |
Носитель |
ҡағыҙ, электрон |
ISBN | |
Ҡағыҙ энциклопедия 7 томдан тора (2015 йылдың башына ҡарата, урыҫ телендә — 7 том, башҡорт телендә — 2 том нәшер ителгән[1]) һәм үҙ эсенә 17 меңдән ашыу мәҡәләне туплай. Башҡорт энциклопедияһының электрон версияһы башҡорт һәм урыҫ телдәрендә ҡағыҙ энциклопедияһын яңы мәғлүмәттәр менән яңыртылған мәҡәләләре нигеҙендә «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы тарафынан эшләнелгән.
Башҡортостанда тәүге «Аҫар» (рус. «Наследие») энциклопедияһы XIX—XX быуаттар араһында Ризаитдин Фәхретдинов тарафынан әҙерләнә. Был баҫма Урал-Волга буйындағы дин әһелдәренең, яҙыусыларҙың, йәмәғәт эшмәкәрҙәренең, эшҡыуар-меценаттарҙың биографияларын туплаған. Нәшер ителеүгә әҙерләнгән дүрт томлыҡ энциклопедияның ике томы 1900—1908 йылдарҙа 15 китап булып баҫылып сыға[2].
1991 йылдың 19 мартында Башҡорт ССР-ы Министрҙар Советы тарафынан «Башҡорт Совет Энциклопедияһын әҙерләү һәм нәшер итеү тураһында» (рус. «О подготовке и издании Башкирской Советской Энциклопедии») ҡарар ҡабул ителә. Уға ярашлы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты янында Башҡорт Совет Энциклопедияһы ғилми-ойоштороу советы (бүлеге) булдырыла[3]. 1993 йылда Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советы һәм Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы ҡарарҙарына ярашлы, был бүлек нигеҙендә айырым ғилми учреждение — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының Башҡорт энциклопедияһының баш редакцияһы ойошторола[4]. Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Ғ. Рәхимовтың 1995 йылдың 16 ғинуарында сыҡҡан «Башҡорт энциклопедияһын төҙөүҙе тиҙләтеү буйынса саралар тураһында» (рус. «О мерах по ускорению создания Башкирской энциклопедии») указына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының Башҡорт энциклопедияһының баш редакцияһы «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте тип үҙгәртелә[5].
1996 йылда республикала тәүге энциклопедик баҫма — «Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия» (рус. «Башкортостан: краткая энциклопедия») урыҫ телендә нәшер ителә. 1997 йылда был баҫманың башҡорт телендәге версияһы донъя күрә.
1999 йылдың 26 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты «Күп томлы Башҡорт энциклопедияһын нәшер итеү тураһындағы» (рус. «Об издании многотомной Башкирской энциклопедии») ҡарар ҡабул итә[6]. Уға ярашлы, ете томлы Башҡорт энциклопедияһын әҙерләү һәм нәшер итеү ҡаралған.
Энциклопедияның 7 томлыҡ материалдарын әҙерләү һәм уны нәшер итеүгә 13 йылға яҡын ваҡыт китә. Баҫма башта рус телендә донъя күрә, һәм был күп томлы хеҙмәтте башҡорт теленә тәржемә итеү йәйелдерелә. 2014 йылда «Башҡорт энциклопедияһы» тигән исем менән хеҙмәттең башҡорт телендәге беренсе томы баҫылып сыға. Ул башлыса рус телендәге «Башкирская энциклопедия» баҫмаһы мәҡәләләре нигеҙендә төҙөлгән, бер уҡ ваҡытта унда булмаған яңы мәғлүмәттәр менән дә тулыландырылған. Артабанғы йылдарҙа энциклопедияның башҡа томдары ла баҫыла.
2019 йылдың июнендә ошо ете томлыҡ «Башҡорт энциклопедияһы» Мәскәүҙә уҙғарылған V «Ҡыҙыл майҙан» китап фестивалендә «Иң яҡшы һүҙлек-энциклопедик баҫма» номинацияһында еңеү яуланы[7].
Том | Библиографик тасуирлау | Иҫкәрмәләр |
---|---|---|
1 | Башкирская энциклопедия. В 7 т.: Т. 1. А — Б / гл. ред. М. А. Ильгамов.. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005. — 624 с. | Эстәлегендә 2700-ән ашыу мәҡәлә (шул иҫәптән яҡынса 900 биографик) һәм 630-ан ашыу иллюстрациялар бар. |
2 | Башкирская энциклопедия. В 7 т.: Т. 2. В — Ж / гл. ред. М. А. Ильгамов.. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2006. — 624 с. — ISBN 5-88185-062-9. | Эстәлегендә 2200-ән ашыу мәҡәлә (шул иҫәптән яҡынса 800 биографик) һәм 600-ән ашыу иллюстрациялар бар. |
3 | Башкирская энциклопедия. В 7 т.: Т. 3. З — К/ гл. ред. М. А. Ильгамов.. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2007. — 672 с. — ISBN 978-5-88185-064-7. | Эстәлегендә 2800-ән ашыу мәҡәлә (шул иҫәптән 1000 биографик) һәм 750-ән ашыу иллюстрациялар бар. |
4 | Башкирская энциклопедия. В 7 т.: Т. 4. Л — О / гл. ред. М. А. Ильгамов.. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2008. — 672 с. | Эстәлегендә 2700-ән ашыу мәҡәлә (шул иҫәптән яҡынса 800 биографик) һәм 750-ән ашыу иллюстрациялар бар. |
5 | Башкирская энциклопедия. В 7 т.: Т. 5. П — Советы / гл. ред. М. А. Ильгамов.. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2009. — 576 с. — ISBN 978-5-88185-072-2. | Эстәлегендә 2300-ән ашыу мәҡәлә (шул иҫәптән яҡынса 800 биографик) һәм 650-ән ашыу иллюстрациялар бар. |
6 | Башкирская энциклопедия. В 7 т.: Т. 6. Советы народного хозяйства — У / гл. ред. М. А. Ильгамов.. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2010. — 544 с. — ISBN 978-5-88185-071-5. | Эстәлегендә 2400-ән ашыу мәҡәлә (шул иҫәптән яҡынса 530 биографик) һәм 640-ан ашыу иллюстрациялар бар. |
7 | Башкирская энциклопедия. В 7 т.: Т. 7. Ф — Я / гл. ред. М. А. Ильгамов.. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2011. — 624 с. | Эстәлегендә 2200-ән ашыу мәҡәлә (шул иҫәптән яҡынса 900 биографик) һәм 640-ан ашыу иллюстрациялар бар. |
Том | Библиографик тасуирләу | Иҫкәрмәләр |
---|---|---|
- | Башҡорт энциклопедияһы. Электрон нөсхә. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2013-2016. — 672 с. | Баҫма 18000-дән ашыу мәҡәләнән тора (Эшләнеп бөтмәгән). |
1 | Башҡорт энциклопедияһы. 7 т.: 1-се том. А — Б / баш мөх. М. Ә. Илһамов.. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2014. — Т. 1. — 672 с. | Эстәлегендә 2700-ән ашыу мәҡәлә (шул иҫәптән 900 биографик), яҡынса 40 карта һәм 630-ан ашыу иллюстрациялар бар. |
2 | Башҡорт энциклопедияһы. 7 т.: 2-се том. В — И / баш мөх. М. Ә. Илһамов.. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2014. — Т. 2. — 672 с. | Эстәлегендә 2900-ән ашыу мәҡәлә (шул иҫәптән 1370 биографик) һәм 650-ән ашыу иллюстрациялар һәм карталар бар. |
3 | ||
4 | ||
5 | ||
6 | ||
7 |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.