нефть компанияһы From Wikipedia, the free encyclopedia
«Башнефть» — Рәсәй нефть компанияһы, асыҡ акционер йәмғиәте. Баш офисы Өфөлә урынлашҡан. «Башнефть» 2014 йылға тиклем «Система» асыҡ акционер йәмғиәте составында ине. Башҡортостанда һалымды иң күп түләүсе ойошма[3]. 21.06.2015 сығарылған Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән Башнефть компанияһының акцияларының 25.7 проценты Башҡортостан Республикаһы милкетенә бирелде.(недоступная ссылка)
«АНК „Башнефть“» асыҡ акционерҙар йәмғиәте | |
Тип |
Асыҡ акционерҙар йәмғиәте |
---|---|
Листинг на бирже |
Ҡалып:MOEX |
Нигеҙләнгән | |
Уранлашыуы |
Башҡортостан: Өфө (де-юре); |
Төп фигуралар |
Текслер Алексей Леонидович (директорҙар советы рәйесе), Корсик Александр Леонидович (президент) |
Тармаҡ |
нефть эшкәртеү, нефть етештереү, нефтехимия, нефть продуктары һатыу |
Әйләнеш |
▲ 517,5 млрд һум (2013 йыл,)[2] |
Операцион килем |
▲ 249,2 млрд һум (2013 йыл, РСБУ) |
Килем |
▲ 69,1 млрд һум (2013 йыл, РСБУ) |
Хеҙмәткәрҙәр һаны |
25 мең кеше |
Материнская компания |
Система АФК-һы |
Аудитор |
(2011 йыл) |
Сайт | |
Башнефть Викимилектә | |
2016 йылдың 10 октябрендә Рәсәй Хөкүмәте етәксеһе Дмитрий Медведев «Башнефть» йәмғиәтенең 50,075 процент акцияларынан торған "дәүләт пакеты"н 329,7 миллиард һумға «Роснефть» йәмғиәтенә һатыу тураһындағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы[4].
Ырымбур өлкәһе, Татарстан, Удмуртия, Ненец һәм Ханты-Манси округтар территорияларында нефть һәм тәбиғи газ ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙе тормошҡа ашыра; нефть һәм газ эшкәртеү, нефть машиналары эшләү, төҙөлөш индустрияһы һәм башҡа киң продукция ассортиментын етештерә. Продукцияһы Башҡортостан Республикаһы һәм Рәcәйҙен башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарыла.
Ойошма ЦСКА футбол клубы спонсоры булды.
Берекмәгә «Ишимбайнефть» (иң беренсе), «Туймазынефть», «Башнефтеразведка», «Башнефтестрой», Ишембай машиналар төҙөү заводы, «Красный пролетарий» заводы, «Башнефтепроект» һәм «Баштехснабнефть» ингән.
«Башнефть» составына «БашНИПИнефть», «Аксаковнефть», «Арланнефть», «Ишимбайнефть», «Краснохолмскнефть», «Октябрьскнефть», «Туймазанефть», «Уфанефть», «Чекмагушнефть», «Южарланнефть» НГДУ лары, Ишембай быраулау эштәре идаралығы, Өфө быраулау эштәре идаралығы, Туймазы быраулау эштәре идаралығы, Бөрө геологик эҙләнеүҙәр контораһы, Нефтекама нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы, Октябрьский нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы, Туймазы газ эшкәртеү заводы, Шкапов газ эшкәртеү заводы, Ҡуғанаҡ керамик кирбес заводы, Стәрлетамаҡ махсус нефть материалдары заводы һ. б. инә).
Компания тармаҡта тәүгеләрҙән булып ҡатламға һыу ҡыуҙырыу менән ятҡылыҡтарҙы эшкәртеү, ҡатлам баҫымын тотоу өсөн промыслала файҙаланылған һыуҙы ҡыуҙырыу, скважиналар селтәре тығыҙлығын ҡулайлаштырыу, горизонталь скважиналар төҙөү, ҡеүәтле станок-качалкалар, үҙәктән ҡыуыусы, электр ярҙамында батырылыусы насостар ҡуйыу, скважиналарҙы турбо- һәм электробурҙар м н быраулауҙы киң ҡулланыу, бәләкәй диаметрлы скважиналар ҡаҙыу, скважиналарҙы вышкаһыҙ, нефть һәм газ йыйыуҙың бер торбалы системаһын файҙаланыу, быялаланған һәм футерланған насос-компрессор торбаларҙы ҡулланыу, тоҙ һәм парафин ҡатламдарын бөтөрөү технологияларын үҙләштерә.
Ленин (1966) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1982) ордендары менән бүләкләнгән.
«Башнефть» менән Казбек Сәғит улы Баймөхәмәтов, С. И. Кувыкин, Г. П. Ованесов, Б. Ф. Сандурский, Е. В. Столяров, А. А. Трофимчук, Мортаза Рәхимов һәм башҡаларҙың эшмәкәрлеге бәйле.
Сайт буйынса[7]:
Әҙләү һәм етештереү | Нефтехимия | Логистика |
---|---|---|
«Башнефть-Добыча» ЯСЙ | «Уфанефтехим» ААЙ | «Башкирнефтепродукт» ААЙ |
"Башнефть-Полюс"ЯСЙ | «Өфө нефть эшкәртеү заводы» ААЙ | «Оренбургнефтепродукт» ААЙ |
«Башминерал» ЯСЙ | «Новойл» ААЙ | «Башнефть-Регион» ЯСЙ |
«Зирган» ЯСЙ | «Уфаоргсинтез» ААЙ | «Башнефть-Удмуртия» ЯСЙ |
«Геонефть» ЯСЙ | «Башнефть-Транс» ЯСЙ | |
«БашНИПИнефть» ЯСЙ | ||
«Башнефть-Бурение» ЯСЙ |
«Башнефть» ҡарамағында «Башкирия» (элекке Башҡортостан) ҡунаҡханаһы.
2010 | 2011 | 2012 | 2012, % | |
Бензин | 4,74 | 4,92 | 4,78 | 25 % |
Дизтопливо | 7,67 | 7,41 | 7,23 | 38 % |
Мазут | 2,65 | 2,61 | 2,86 | 15 % |
Вакуумлы газойль | 1,70 | 1,89 | 1,62 | 9 % |
башҡа | 2,68 | 2,35 | 2,41 | 13 % |
Дөйөм | 19,43 | 19,18 | 18,91 | 100 % |
Бензин сығарыу, (үткән йылға үҫеш)
2010 | 2011 | 2012 | |
Евро-3 | - | 73,0 % | 20,5 % |
Евро-4 | 19,6 % | 12,8 % | 54,4 % |
Евро-5 | 0,0 % | 0,0 % | 20,7 % |
2011 йылдын апрелдән компания авиакеросин етештерә. «Башнефть» керосинды Кольцово, Большое Савино, Ульяновск, Өфө аэропорттарына һата.
«Башнефть» 2012 йылдын июндә Иракта 12-се блокта нефть етештереү тураһында контрактҡа ҡул ҡуйҙы[8].
2010 йылдан «Башнефть» ЦСКА футбол клубының генераль спосноры[9].
Өфөнөн нефть предприятиялары эштә ҡулланған 30 % һыуҙы Ағиҙелғә ташлай.
2013 йылда Башҡортостан Хөкүмәте менән «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында һауаның таҙалығын һаҡлау өлкәһендәге килешеүгә ҡул ҡуйылды.[10]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.