Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһындағы Ишембай районы ауылы From Wikipedia, the free encyclopedia
Байғужа (рус. Байгузино) — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 504 кеше[2]. Байғужа ауыл Советының административ үҙәге. Почта индексы — 453223, ОКАТО коды — 80231815008.
Ауыл | |
Байгузино башҡ. Байғужа | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципальный район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы | |
Милли состав | |
Этнохороним |
байғужалар |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 34794 |
Почта индексы |
453223 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Ауылға XVIII быуат урталарында Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Байғужа Мәрҙәнов исеме менән аталған. Беренсе күскенсе 1790 йылдағы бер документта телгә алына, ул саҡта Воскресенск заводы өсөн завод хужаһы Дарья Пашковаға Юрматы ерҙәрен һатҡан. Был Байғужа Маразанов, старшина Көҫәпҡол Азатов1 командаһының абруйлы аҫабаһы. Ошо уҡ ауылда уның улдары Аҡкөсөк (1753—1820) һәм Муллағол (1783—1853) йәшәй. 1795 йылда 22 ихатала 176 кеше йәшәгән. X ревизия 504 кеше һәм 72 йорт күрһәткән. 1816 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа 35 йәшлек Иҫәнбәт Ураҙғолов поход старшинаһы тип күрһәтелгән. Уның атаһы Ураҙғол Апасев, ағаһы Сыртлан Ураҙғолов (35 й.). 1834 йылғы ревизия ваҡытында Сыртландың игеҙ улдары Ҡотломөхәмәт менән Ҡолмөхәмәт (14 йәштә, уларҙың нәҫелендә Сыртланов фамилияһы һаҡлана), ҡыҙҙары Хәбибә, Сәғиҙә, Сәбилә (Һәбилә) (3 йәштә, Смаҡай ауылында Ғүмәр Абдрахмановҡа кейәүгә сыға, билдәле нефтсе Ғүмәровтар нәҫелен дауам иттерә), Мәликә күрһәтелгән. 1865 йылда 93 йортта — 484 кеше. Малсылыҡ, игенселек, ылаусылыҡ, арба һәм сана яһау менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. Ул Аҙнай земство училищеһы тип йөрөтөлгән, 1876—1882 йылдарҙа унда уҡытыусы булып хәҙерге Мәләүез районы Ҡамбулат ауылынан Арҫланғәли Әлимғолов эшләй. 1920 йылда ауылда 139 йорт хужалығында 601 кеше йәшәгән.
Байғужалар — малсылар, умартасылар, ҡайһы берҙәре игенселек менән шөғөлләнгән. 1839 йылда 320 кеше йәшәгән 57 йорт хужалығында 760 ат, 695 һыйыр, 160 һарыҡ, 280 кәзә була; 236 умарта булған. Уларҙың барыһына 408 бот көҙгө һәм 1888 бот яҙғы иген сәселгән[3]. 1906 йылда шулай уҡ мәҙрәсә, 2 һыу тирмәне, мануфактура һәм 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан[4].
Байғужа ауыл Советының үҙәге. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп — Кинйәбулат урта мәктәбенең филиалы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар[5]. Урындағы мосолман дини ойошмаһы Лагерь урамы, 1 а йорт адресы буйынса урынлашҡан.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 601 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 860 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 722 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 448 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 447 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 504 | 240 | 264 | 47,6 | 52,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Байғужа янында 1944 йылдан алып Кинйәбулат нефть ятҡылығы эшкәртелә. Эргәлә генә ҡом ятҡылығы[6], Тупаҡбаш йылғаһы буйлап карьерҙар бар[7].
Ҡала подстанцияһынан Байгужа подстанцияһына 35/10 кВ[8], ауылға тиклем һәм артабан районға тиклем Ишембай ТЭЦ-ы — Байғужа ВЛ-35 кВ линияһы бара[6]
Традицияға әйләнгән, Советтар Союзы Геройҙары Халиҡов Т. Ғ. һәм Бирҙин Ғ. И. иҫтәлегенә арналған «Кинйәбулат — Байғужа» еңел атлетика уҙышы үтеп тора[9][10].
Урам исеме[11]:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.