From Wikipedia, the free encyclopedia
Байым (рус. Баимово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2010 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 487 кеше[1]. Почта индексы — 453672, ОКАТО коды — 80206840006.
Указлы мулла булып хеҙмәт иткән тәүге төпләнеүсе Байым Тәнебәков (1733—1816) исеме менән Муллабайым тип аталған. 1786 һәм 1802 йылдарҙағы карталарҙа әлеге ауыл Кинйәғол тип күрһәтелгән[2]. Филолог-тикшеренеүсе Усманова М. Ғ. үҙенең хеҙмәтендә ауыл исеме Байым антропонимынан алынған тип яҙа, шулай уҡ ауылдың башҡа исемдәрен күрһәтә: Ҡырҡсусҡалар, Атъетәр (гидронимдар). Информанттар мәғлүмәттәренә ярашлы, Байым хәҙрәт үҙ дәүеренә өсөн бик уҡымышлы, белемле кеше булғанға күрә, Атъетәр ауылының исеме 175 йылдан һуң Байым хәҙрәт хөрмәтенә Байым тип үҙгәртелә. 1795, 1816 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы составында Байым ауылы (Мулла Байым йорто, Муллабаимова) теркәлгән[3]
Таулы һәм Саҡмағош йылғалары янында урынлашҡан[4]
Проф. Ә. З. Әсфәндиәров билдәдәүенсә, ауыл XVIII быуаттың 70-се йылдарында Таулы йылғаһы буйында барлыҡҡа килгән. 1775 йылдан алып Муллабайым исеме аҫтында билдәле, 1786, 1802 йылдарҙағы карталарҙа Кинйәғол тип күрһәтелгән. Хәҙерге ваҡытта Байым тип йөрөтөлә[2]. Байым ауылына 2-се Этҡол һәм Яйыҡбай ауылы кешеләре нигеҙ һалған. Байымдың улдары — Мөхәмәтғәле (уның улдары — Мифтахетдин, Тажетдин), Заһритдин (улдары — Насибулла, Сәхиулла, Әхтәм, Ғәзиз), Хәжиәхмәт (улдары — Хәммәт, Ғәлләмитдин), Тажиәхмәт. Был ауылда Байым мулланың ҡустыһы Торсонбай (1770 йылғы) ҙа йәшәгән. 1811 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, ауылда ҡаҙаҡтар Үҙәнбай, Яныбай, Килмөхәмәт Ҡылҡанаевтар ҙа иҫәпкә алынған[2]. 1795 йылда 30 йортта 230 кеше йәшәгән, Х ревизия мәғлүмәттәре буйынса, 48 йортта — 305 кеше. Ауыл халҡы башлыса малсылыҡ менән шөғөлләнә, йылдың йылы миҙгелендә — йәйләүҙә, ҡышын ихаталарҙа йәшәй. 1843 йылда 262 кеше йәненә 200 йылҡы малы, 320 һыйыр, 85 һарыҡ тура килгән, 44 бот ужым һәм 440 бот ярауай иген сәселгән[2]. </ref>. Мәсет булған.
Рядовой Үҙәнбай Ғәҙелгәрәев 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша, көмөш миҙалдар кавалеры. Тайғуба Иткөсөкөв Францияға ҡаршы [[Пруссия)) һәм Польша территорияһындағы һуғышта (1806—1807) ҡатнаша[4].
Совет осоро
1920 йылда ауыл күпкә үҫешкән була: 140 йортта 793 кеше йәшәй. 1929 йылда ауыл халҡы — «Ҡыҙыл ҡарағай» ауыл хужалығы артеленә, 1930 йылда Сталин исемендәге колхозға берләшә. Колхоз күп тапҡыр төрлө эреләтеү-бүленеү үҙгәрештәрен кисерә, исемдәре лә төрлө була. Аҙаҡҡы ваҡытта ауыл ауыл хужалығы етештереү комплексы (СПК) — «Урал» колхозына ингән[4].
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы менән 50 кеше наградланған[5].
Бөгөнгөһө
Ниғәмәт ауыл Советына ҡарай. Ауылда төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар. Ағинәйҙәр ойошмаһы булдырылған.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | 304 | 156 | 148 | 51,3 | 48,7 |
1920 йыл 26 август | 793 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 228 | 103 | 125 | 45,2 | 54,8 |
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 474 | 244 | 230 | 51,5 | 48,5 |
2002 йыл 9 октябрь | 521 | 261 | 260 | 50,1 | 49,9 |
2010 йыл 14 октябрь | 487 | 239 | 248 | 49,1 | 50,9 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, ауылда бөрйән ырыуы башҡорттары йәшәй (100 %)[6].
— Әүлиәләр зыяраты
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.