From Wikipedia, the free encyclopedia
Усманова Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы (1 май 1950 йыл) — башҡорт теле белгесе, педагог-методист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2003), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2017) һәм мәғариф отличнигы (2000), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2010).
Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы Усманова | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
РСФСР, БАССР, Баймаҡ районы, Ишмөхәмәт ауылы |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
функциональ грамматика, ономастика, топонимика, башҡорт телен уҡытыу методикаһы |
Эшләгән урыны | |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
филология фәндәре докторы (2003) |
Ғилми исеме |
профессор |
Награда һәм премиялары | |
Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы Усманова 1950 йылдың 1 майында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Ишмөхәмәт (Ҡарамалы) ауылында тыуған.
1972 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай һәм СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эш башлай. 1990 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1991 йылдан — Башҡорт дәүләт университетында уҡыта. 2002 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
2008 йылдан — М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыта, башҡорт теле һәм уны уҡытыу методикаһы кафедраһы профессоры. Башҡорт филологияһы факультетында — «Тыуған яҡты өйрәнәбеҙ» һәм «Ауылымдың һөйләше» исемле проекттары тормошҡа уңышлы ашырыла. Уларға ярашлы республика мәктәптәренең һәләтле уҡыусылары араһында конкурс үткәрелә.
Фәнни тикшеренеүҙәре диалектологияға, функциональ грамматикаға, башҡорт теле ономастикаһына, топонимикаға, башҡорт телен урыҫ телле һәм милли мәктәптәрҙә уҡытыу методикаһына бағышланған. Яҡынса 360 фәнни һәм уҡытыу — методик эштәр, шулай уҡ мәктәп һүҙлектәре һәм электрон дәреслектәре авторы.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.