БМО-ның Генераль Ассамблеяһы йәки Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы, (ингл. United Nations General Assembly, франц. L’Assemblée générale des Nations unies) — 1945 йылда БМО резолюцияһы буйынса ойошҡан БMO-ның вәкилдәр, директив, кәңәшсе баш органы.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Ҡыҫҡаса атамаһы ...
БМО-ның Генераль Ассамблеяһы
ингл. United Nations General Assembly
Нигеҙләү датаһы 1945
Thumb
Ҡыҫҡаса атамаһы UNGA, AGNU, AGNU һәм GS ZN
Ойошма етәксеһенең вазифаһы председатель Генеральной Ассамблеи ООН[d]
Етәксе Чаба Кёрёши[d]
Рәсми тел Ғәрәп теле[1], Ҡытай теле[1], инглизсә[1], Француз теле[1], урыҫ теле[1] һәм Испан теле[1]
Юрисдикция таралышы БДО
Баш компания (ойошма, предприятие) БДО
Бойһонған ойошма (филиал) ЮНИСЕФ[d], Программа развития ООН[d], Колледж персонала системы ООН[d], Комиссия ООН по праву международной торговли[d] һәм ЮНКТАД[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы БМО-ның штаб-фатиры[d], Манхэттен[d], Нью-Йорк, Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары
Нигеҙендәге текст Устав ООН[d][2]
Рәсми сайт un.org/ga
Тасуирлау биттәре media.un.org/en/search/c…
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы United Nations General Assembly
 БМО-ның Генераль Ассамблеяһы Викимилектә
Ябырға

БMO-ның Именлек Советының ҡарарҙарынан айырмалы булараҡ, БМО-ның Генераль Ассамблеяһы ҡарарҙары мәжбүри көскә эйә түгел.

Ассамблея 193 БМО ағзаһынан тора. БМО Уставында[3] тасуирланған халыҡ-ара мәсьәләләргә ҡағылышлы фекер алышыу майҙаны булып тора.

Ассамблея сессияларына йыл һайын сентябрьдекабрь айҙары араһында йыйыла, улар араһында зарурлыҡ тыуғанда йыйылыуы мөмкин.

Тауыш биреү тәртибе

Мөһим мәсьәләләр — солох һәм именлек, финанс һорауҙары, ағзалар һайлау, алмаштырыу, вазифаларын туҡтаты, сығарыу хаҡында ҡарарҙар ҡабул итеү һәм башҡалар. Улар күпселектең өстән ике тауышы менән ҡабул ителә.

Һәр бер ағза-ил бер тауышҡа эйә. Ассамблеяның ҡарарҙары ағзалар өсөн мәжбүри түгел

БMO-ның Именлек Советы сиктәрендәге солох һәм именлек мәсьәләләренән тыш, Ассамблея БMO эшендә кәңәш бирә ала.

Идара

Баш комитет Ассамблея Рәйесенән, 21 рәйес урынбаҫарынан,6 төп комитет рәйесенән тора.

Планлы йыйылыштарҙан тыш махсус һәм ғәҙәттән тыш сессиялар үткәрелә.

Ассамблеяның эш барышы

БМО-ның эше байтаҡ дәрәжәлә Генераль Ассамблея ҡарарҙарына таяна һәм улар түбәндәгеләр тарафынан ғәмәлгә ашырыла:

  • Ҡоралһыҙланыу, йыһан киңлектәрен үҙләштереү, тыныслыҡ тәьмин итеү, иҡтисади үҫеш, кеше хоҡуҡтарын һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләрен аныҡ өйрәнеү маҡсатында Ассамблея булдырған комитеттар һәм башҡа органдар, — ярашлы докладтар әҙерләй;
  • БМО Секретариаты — Генераль секретарь һәм уның халыҡ-ара гражданлыҡлы хеҙмәткәрҙәре.

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.