БМО-ның Именлек Советы (ингл. United Nations Security Council, фр. Conseil de sécurité de l'ONU, ғәр. مجلس أمن الأمم المتحدة‎‎, ҡыт. 联合国安全理事会, исп. Consejo de Seguridad de la ONU) — даими эшләп килгән БМО органы. Именлек Советы - БМО-ның тыныслыҡ хөкөм һөрөүен күҙәткән төп органы.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Ҡыҫҡаса атамаһы ...
БМО-ның Именлек Советы
Нигеҙләү датаһы 24 октябрь 1945
Thumb
Thumb
Ҡыҫҡаса атамаһы UNSC, 国連安保理, 안보리, CSNU, Weltsicherheitsrat, CSNU, СБ ООН, 安理会, 安理會, РБ ООН, СС на ООН, СБ ААН, BMGK, RB ONZ, V-Raad, BMT TŞ, BR OSN, CSNU, RB OSN һәм VNVR
Юрисдикция таралышы государство-член ООН[d]
Баш компания (ойошма, предприятие) БДО
Бойһонған ойошма (филиал) Миссия ООН по стабилизации ситуации в Гаити[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы БМО-ның штаб-фатиры[d], Манхэттен[d], Нью-Йорк, Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары
Нигеҙендәге текст Устав ООН[d]
Рәсми сайт un.org/securitycouncil
Тасуирлау биттәре un.org/press/en/content/…
media.un.org/en/search/c…
securitycouncilreport.org/…
 БМО-ның Именлек Советы Викимилектә
Ябырға
Thumb
БМО-ның Именлек Советының региональ төркөмдәрҙән урындар диаграммаһы      Африка     Азия һәм Тымыҡ океан регионы     Көнсығыш Европа     Латин Америкаһы һәм Кариб дәүләттәре (GRULAC)     Көнбайыш Европа һәм башҡа илдәр (WEOG)

1945 йылда үткән Ялта конференцияһында Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының нигеҙҙәре эшләнелә: еңеүсе илдәр БМО Именлек Советына инәләр, һәр береһенә вето хоҡуғы бирелә. Вето ҡуйылған осраҡта резолюция ҡабул ителмәй.

Ғәҙәттә вето хоҡуғы һирәк ҡулланыла, ләкин бер нисә киҫкен халыҡ-ара низағ ваҡытында вето куйылған, мәҫәлән, Изсраилгә ҡағылышлы АҠШның ветоһы, Ираҡҡа ҡағылышлы Франция ветоһы, Ҡырымға ҡагылышлы Рәсәй ветоһы.

Именлек Советының даими ағзалары

Именлек Советының даими ағзалары вето хоҡуғына эйә була.

Даими булмаған ағзалар

Именлек Советының 10 даими булмаған ағзаһы география буйынса һайланыла:

  • 5 - Африка , Азиянан;
  • 1— Көнсығыш Европанан;
  • 2 — Латин Америкаһынан;
  • 2 — Көнбайыш Европанан һ.б.

Кәңәшмә форматтары

Именлек Советы кәңәшмәләре түбәндәге форматтарҙа үтә:[1]

  • Именлек Советы ултырыштары, асыҡ һәм ябыҡ;
  • Именлек Советы ағзалары ултырыштары;
  • Рәсми булмаған диалог;
  • Аррии формулаһы буйынса ултырыш.

Ҡарар ҡабул итеү

Именлек Советы ҡарарҙарына (процедураға ингәндән тыш) 15 тауыштан 9 -ы бирелгән булыу талап ителә, быға даими ағзаларҙың тап килгән тауышы ла инә. Шул уҡ ваҡытта бер яҡҡа ла тауыш бирмәү ҙә вето итеп ҡарала. Мәгәр Советтың даими ағзаһы быны ҡарар ҡабул итеүгә ҡамасау итеп ҡарамаҫҡа тип белдерә ала. Ыңғай яуаптар тейешле кимәлдә йыйылған осраҡта документ ҡабул ителгән һанала. .

Бәхәстә ҡатнашҡан яҡ тауыш бирмәй[2]

Ҡағиҙә булараҡ, Именлек Советы ҡарарҙары БМО-ның Именлек Советы резолюциялары итеп рәсмиләштерелә.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.