Аскания-Нова ҡурсаулығы
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Аска́ния-Но́ва (укр. Асканія-Нова) — Ф. Э. Фальц-Фейн исемендәге «Аскания-Нова» биосфера ҡурсаулығы(НААНУ). Украинаның Херсон өлкәһендә, Аскания-Нова тигән ҡала тибындағы ҡасаба эргәһендә урынлашҡан. Каховканан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 60 км алыҫлыҡта. Аскания-Нова (һүҙмә-һүҙ «Яңы Аскания») 1828 йылда герцог Фердинанд Фридрих Ангальт-Кётенский тарафынан нигеҙләнә (немецтәрҙең Асканийҙар династияһы вәкиле). Уны Ангальт-Кётен герцоглығының һарыҡ үрсетеү колонияһы булараҡ төҙөй.
Ф. Э. Фальц-Фейн исемендәге Аскания-Нова биосфера ҡурсаулығы | |
---|---|
укр. Біосферний заповідник Асканія-Нова ім. Ф. Е. Фальц-Фейна | |
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 33 307,6 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1874 йыл йыл |
Идара итеүсе ойошма | Украина аграр фәндәре Милли академияһы |
Урынлашыуы | |
46°27′07″ с. ш. 33°52′51″ в. д.HGЯO | |
Яҡындағы ҡала | Армянск һәм Каховка |
askania-nova-zapovidnik.gov.ua/… | |
Аскания-Нова ҡурсаулығы Викимилектә |
Ҡурсаулыҡтың майҙаны 33 307,6 га. Шуның 11 054 га — «бөтөнләй ҡурсауҙа булған» дала зона.
Был бөтөнләй һабан тейелмәгән биләмә. Аскания далаһы бүтәгә-ҡылған тибына ҡарай. Европала берҙән-бер кеше аяғы баҫмаған ер булып тора.
Ҡылған — Аскания-Новала иң киң таралған үҫемлек. Ул бөтә үҫемлектәрҙең 75 % -ын тәшкил итә. Ҡуйы үләндәр араһында 1155 төрҙән күберәк быуынтыҡ аяҡлылар, 7 төр ер-һыу хайуаны һәм һөйрәлеүселәр, 18 төр имеҙе-селәр тереклек итә.
Төрлө йылдарҙа 270 төр ҡош булып тора. Шуларҙың 107 төрө оя ҡорорға ҡала. Бынан тыш 478 төр юғары төҙөлөшлө үҫемлек үҫә. «Украинаның Ҡыҙыл китабына» 13 юғары төҙөлөшлө үҫемлек, 3 төр бәшмәк һәм 4 төр лишайник инә.
Аскании-Нова биләмәһендә Ҙур Чапель поды урынлашҡан. Ул — 4-кә 6 км ҙурлығындағы рельефы депрессияланған майҙан. Ваҡыты-ваҡыты менән шәре һыуҙары туплана торған ер. Хәҙерге көндә Рамсар конвенцияһының һаҙлыҡтарҙы һаҡлау буйынса халыҡ-ара исемлегенә индерелгән.
Подтың иң тәрән өлөшөндә гидрофиттар үҫә. Шуларҙан Украинала бик һирәк осраусы төр — Damasonium alisma Mill. (1768) — Звёздоплодник частуховидный осрай. Бында сәскәле үҫемлектәрҙең иң күп төрлөлөгө күҙәтелә.
Ҡурсаулыҡта — 368 төр, шулар эсенән 53 төр эндемик булып тора. 8 төрө Украинаның Ҡыҙыл китабына ингән.
Ҙур Чапель поды биләмәһендә, тәбиғи шарттарҙа төрлө континенттарҙан килтерелгән тояҡлылар йәшәй. Йыл әйләнәһендә бизон, сайгак, европа ланы, Пржевальский аты, төрөкмән ҡуланы, ишәк, аҫыл болан, ала болан, муфлон, ике үркәсле дөйәләр тереклек итә.
Йәйгелеккә ватуси, антилопа канна, кафр буйволдары, гну, нильгау, зебр һәм гаялдар сығарыла.
Көҙгөһөн подтың үҙәгендә күсеп китеп барыусы ҡоштарҙың ҙур-ҙур туптары туҡтала. Бында өйрәктәрҙең бик күп төрҙәре, торналарҙың, һоро ҡаҙҙарҙың, көйәлдәләрҙең туптары йыйыла.[1]
1828 йылда Николай I был ерҙе әҙ генә хаҡҡа (1 гектар ерҙе 8 тиндән) продал немец герцогы Фердинанд Фридрих Ангальт-Кетгенскийға, немецтарҙың Аскания династияһы вәкиленә һатып ебәрә.
Маҡсат-Ангальт-Кётен герцоглығында һарыҡ үрсетеү колонияһы булдырыу 1828 йылдың 1 мартындағы батша указында былай тип йтелә:
«Бында урынлашыуҙың маҡсаты — фабрика сәнәғәте менән бәйләнгән өлгөлө, алға киткән ауыл хужалығы булдырыу» [2]
1841 йылда ер биләүсе был урынды үҙенең ырыу биләмәһе атамаһы буйынса «Аскания-Нова» тип исемләй.[3]
Ангальт-Кётендың герцогы мәрхүм булғандан һуң Аскания-Нова 1856 йылда Фальц-Фейндарҙың ғәиләһенә һатыла. Фридрих Фальц-Фейн был биләмәне ҡурсаулыҡҡа әйләндерә.[2]
Уның урынбаҫары Климент Евдокимович Сиянко була. Ул аҙаҡ Хеҙмәт батыры исеменә лайыҡ була.
1910 йылда бында зоостанция булдырыла. 1916 йылда Петров ауыл хужалығы академияһының һарыҡсылыҡ буйынса бүлеге асыла. Шунда уҡ музей һәм фәнни китапхана булдырыла.
Аскания зоопаркы донъяла беренселәрҙән булып таҙа ҡанлы Пржевальский аттарына эйә була (1889—1904 йылдарҙа бында 12 йәш йылҡы килтерелә) .
Беренсе булып был аттарҙы биктә үрсетеүҙе башлайҙар. Эш шундай уңышлы бара, хатта 1970-се йылдарҙа монгол хөкүмәте үтенесе буйынса зоопарктан бер төркөм аттар тыуған ерҙәренә ҡайтарыла. Тәбиғәттә был төрҙө тергеҙеү өсөн ҙур булмаған көтөү Гоби сүллеге аша Монголияға оҙатыла.
2008 йылда «Аскания-Нова» «Украинаның ете тәбиғәт мөғжизәһе» акцияһында еңеүсе була.
2009 йылда был биосфера курсаулығы «Тәбиғәттең ете мөғжизәһе» тигән Бөтә донъя конкурсында Украинана исеменән ҡатнаша (New 7 Wonders of Nature).[4]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.