Андреевка (Ауырғазы районы)
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Андреевка (рус. Андреевка) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 235 кеше[1]. Почта индексы — 453489, ОКАТО коды — 80205852003.
Ауыл | |
Андреевка Андреевка | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Андреевка ауылы Туҡай ауылынан алыҫ түгел урынлашҡан. Был алпауыт Аристовтың ҙур ауылы. Стәрлетамаҡ өйәҙе Өршәк‑Мең улусында ауылға 1791 йылда алпауыт подполковник Андрей фон Шмит нигеҙ һала һәм уның хөрмәтенә атала. 1795 йылда унда 20 ир-ат йәшәй, улар Евгений Аристовтың крепостной крәҫтиәндәре була. 1861 йылғы реформанан һуң күп крәҫтиәндәр төрлө урындарға китә. Бында 11 йорт ҡала. Халыҡтың бер өлөшө 1890 йылда үҙенең алпауытынан 100 дисәтинә ер һатып ала һәм Шмитовка ауылына нигеҙ һала, әммә Андреевкала йәшәй. Сиркәү булған, улус идаралығы урынлашҡан. 1906 йылда шулай уҡ сиркәү‑мәхәллә мәктәбе теркәлгән. Игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнәләр[3].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 210 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 588 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 288 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 207 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 227 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 235 | 121 | 114 | 51,5 | 48,5 |
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - урыҫтар (83 %)[4].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Ауылда төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, сиркәү, магазиндар бар.
Скорбященско-Богородицкая сиркәүе, кирбестән, 1870‑се йылдарҙа һалынған, архитектура ҡомартҡыһы
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.