From Wikipedia, the free encyclopedia
Әгер — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районы ауылы. Тымытыҡ ауыл биләмәһе составына керә.
Ауыл | |
Әгер татар. Әгер | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе |
Тымытыҡ |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы |
112 человек (2000) |
Милли состав |
татарҙар[1] |
Сәғәт бүлкәте |
UTC+4 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Ауыл Ҡурайылға буйында, Аҙнаҡай ҡалаһынан төньяҡ-көнсығыштараҡ 16 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Әгер — юрмый ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. 1750 йылдан билдәле[1]. Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Стәрлетамаҡ улусы составына керә.
1859 йылда мәсет, ХХ быуат башында мәсет ҡарамағында мәктәп теркәлгән[1].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Тымытыҡ районы, 1935 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1935 йылдан — Тымытыҡ районы, 1958 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1963 йылдан — Әлмәт районы, 1965 йылдан — йәнә Аҙнаҡай районы составында була[1].
1795 йылда ауылда ир енесле 21 йән башҡорт, 70 йән типтәр, 24 йән яһаҡлы татар; 1816 йылда — 30 башҡорт һәм 65 типтәр; 1834 йылда — 39 башҡорт һәм 87 типтәр; 1859 йылда — 265 башҡорт һәм ҡаҙна крәҫтиәне йәшәй[2].
1795 | 1856 | 1897 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
115 | 264 | 705 | 869 | 499 | 404 | 328 | 294 | 263 | 203 | 109 | 112 |
Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда клуб бар[1].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.