дәүләт тарафынан физик шәхестәрҙән һәм юридик шәхестәрҙән алынған түләүҙәр From Wikipedia, the free encyclopedia
Һалым — мәжбүри, шәхси ҡайтарылмаған түләү, дәүләт органдары тарафынан ойошма һәм физик шәхестәрҙән дәүләт һәм муниципаль ойошмаларҙы матди яҡтан тәъмин итеү өсөн йыйыла[1][2][3]. Һалымдың рәсми һәм йәшерен төрө була.
Һалымдан айырмалы рәүештә, йыйым (пошлина) билдәле бер эште эш итеү өсән түләнә.
Һалымды йыйыу һалым ҡануниәте менән ойошторола. Бар һалымдар, уларҙы булдырыу, үҙгәртеү, юҡҡа сығарыу, йыйыу, күҙәтеү нигеҙе, төрө, юлдары дәүләттең һалымдар системаһын тәшкил итә[4].
Һалым бер юлы дүрт төп функция үтәй: фискаль (ҡаҙнаны тулыландырыу), бүлеү, көйләү һәм контроль функциялары.
— Һалым һалыуҙың «фискаль функцияһы»— Һалым һалыуҙың төп функцияһы. Тарихи яҡтан иң боронғо һәм бер үк ваҡытта төп һалымдар: һалымдар дәүләт бюджеты керемдәренең өҫтөнлөклө өлөшө булып тора. Функцияны ғәмәлгә ашырыу һалым контроле һәм һалым санкциялары иҫәбенә башҡарыла, улар билдәләнгән һалымдарҙың максималь йыйылыуын тәьмин итә һәм һалым түләүҙән ҡасыуға ҡаршылыҡ тыуҙыра.
Ябай ғына итеп әйткәндә, был дәүләт файҙаһына һалым йыйыу. Был функция арғаһында һалымдың төп тәғәйенләнеше үтәлә: дәүләт финанс ресурстары булдырыла һәм туплана. Һалым һалыуҙың ҡалған функциялары фискаль функциянан килеп сыға. Һәр хәлдә, финанс фискаль (йыйыу) маҡсаттар белән бер рәттән, һалымдар башҡа, әйтәйек, иҡтисади йәки социаль маҡсаттарҙы ла күҙ уңында тота. Башҡаса әйткәндә, финанс маҡсаттары иң мөһим булһа ла, берҙән-бер маҡсат түгел.
— Һалым һалыуҙың бүлеү (социаль) функцияһы — йәмәғәт керемдәрен яңынан бүлеүҙән ғибәрәт (халыҡтың көслөрәк категорияларына һалым йөгөн һалыу иҫәбенә граждандарҙың көсһөҙөрәк һәм яҡлауға мохтаж категориялары файҙаһына аҡса тапшырыу башҡарыла).
— Һалым һалыуҙың көйләүсе функцияһы (регулирующая) — дәүләттең иҡтисади сәйәсәтенең теге йәки был бурыстарын һалым механизмдары ярҙамында хәл итеүгә йүнәлтелгән. Күренекле инглиз экономисы Джон Кейнс фекеренсә, йәмғиәттә һалымдар тик иҡтисади мөнсәбәттәрҙе көйләр өсөн кәрәк. Һалым һалыуҙың көйләү функцияһына өс вағыраҡ функция (ярым функция) инә :"ҡыҙыҡһындырыу " (стимул биреү), « дестимуляция» (тотҡарлау) һәм «ҡабатлап етештереү».
Һалым һалыуҙың ҡыҙыҡһындырыу ярым функцияһы — теге йәки был иҡтисади процестарҙың үҫешенә ярҙам итеүгә йүнәлтелә. Ул төрлө ташламалар һәм азат ителеүҙәр системалары аша торомошҡа ашырыла. Һалым һалыуҙың хәҙерге системаһы кесе предприятиеларға, инвалидтар предприятиеларына, ауыл хужалығы етештереүселәренә, производствоға һәм хәйриә эшмәкәрлегенә капитал һалыусы ойошмаларға һ. б. бик күп һалым ташламаларын тәҡдим итә.
Һалым һалыуҙың тотҡарлыҡлаусы ярым функцияһы— Һалым йөгө аша ниндәй ҙә булһа иҡтисади процестарҙы үҫтереүгә ҡаршылыҡтар булдырыуға йүнәлтелгән (иҡтисадтағы «Туҡта! Бар!» ҡағиҙәһе буйынса).
Һалым ҡайтарыуҙың ҡайтанан етештереү ярым функцияһы ҡулланылған ресурстарҙы яңынан етештереү өсөн аҡсаларҙы туплау өсөн тәғәйенләнгән. Был функцияны минераль сеймал базаһын яңынан тергеҙеү өсөн аҡса күсереү, һыу өсөн түләү һ. б. үтәй.
Илдәге һалым кимәле эске тулайым продуктта (ВВП) һалымдың дөйөм өлөшө менән иҫәпләнә. ОЭСР төрлө илдәрҙә һалым кимәле тураһында мәғлүмәт бирә.
Илдәр | Тулы һалым | Килемгә, табышҡа, капитал артыуына һ.б.һалым | Социаль түләҙәр һәм пенсиялар | Милеккә һалым (кадастр хаҡының %) | Тауар һәм хеҙмәттәргә һалым | Башҡа һалымдар |
---|---|---|---|---|---|---|
Канада | 33,3 | 16,6 | 4,8 | 3,3 | 7,9 | 0,7 |
Мексика | 18,0 | 5,0 | 2,8 | 0,3 | 9,5 | 0,4 |
АҠШ | 28,3 | 13,9 | 6,6 | 3,1 | 4,7 | 0,0 |
Австралия | 30,8 | 18,2 | 0,0 | 2,7 | 8,2 | 1,5 |
Япония | 28,3 | 10,3 | 10,3 | 2,5 | 5,1 | 0,1 |
Көньяҡ Корея | 26,5 | 8,4 | 5,5 | 3,4 | 8,3 | 0,9 |
Яңы Зеландия | 35,7 | 22,5 | 0,0 | 1,9 | 11,3 | 0,0 |
Австрия | 42,3 | 12,7 | 14,2 | 0,6 | 11,7 | 3,1 |
Бельгия | 43,9 | 16,5 | 13,6 | 2,3 | 11,0 | 0,1 |
Чехия | 37,4 | 9,4 | 16,2 | 0,4 | 11,1 | 0,3 |
Дания | 48,7 | 29,0 | 1,0 | 1,9 | 16,3 | 0,1 |
Финляндия | 43,0 | 16,9 | 11,9 | 1,1 | 12,9 | 0,2 |
Франция | 43,5 | 10,4 | 16,1 | 3,5 | 10,7 | 2,8 |
Германия | 36,2 | 11,3 | 13,2 | 0,9 | 10,6 | 0,2 |
Греция | 32,0 | 7,5 | 11,7 | 1,4 | 11,4 | 0,0 |
Венгрия | 39,5 | 10,0 | 12,9 | 0,8 | 14,9 | 0,9 |
Исландия | 40,9 | 18,5 | 3,1 | 2,5 | 16,5 | 0,3 |
Ирландия | 30,8 | 12,1 | 4,7 | 2,5 | 11,1 | 0,4 |
Италия | 43,5 | 14,7 | 13,0 | 2,1 | 11,0 | 2,7 |
Люксембург | 36,5 | 12,9 | 10,2 | 3,6 | 9,9 | 0,0 |
Нидерланд | 37,5 | 10,9 | 13,6 | 1,2 | 11,2 | 0,6 |
Норвегия | 43,6 | 21,0 | 9,1 | 1,1 | 12,4 | 0,0 |
Польша | 34,9 | 8,0 | 12,0 | 1,2 | 13,3 | 0,4 |
Португалия | 36,4 | 9,4 | 11,7 | 1,4 | 13,7 | 0,2 |
Словакия | 29,4 | 5,8 | 11,7 | 0,4 | 11,3 | 0,2 |
Испания | 37,2 | 12,4 | 12,1 | 3,0 | 9,5 | 0,2 |
Швеция | 48,3 | 18,7 | 12,6 | 1,2 | 12,9 | 2,9 |
Швейцария | 28,9 | 13,2 | 6,7 | 2,4 | 6,5 | 0,1 |
Төркиә | 23,7 | 5,6 | 5,1 | 0,9 | 11,3 | 0,9 |
Ҡалып:Флагификация/UK Бөйөк Британия | 36,1 | 14,3 | 6,6 | 4,5 | 10,5 | 0,2 |
Иҡтисадҡа һалым йөгө тип ил ЭТП-һында (ВВП) дәүләт файҙаһына ысынбарлыҡта түләнгән мәжбүри түләүҙәр өлөшөн атайҙар. Илдәр буйынса һалым йөгө төрлөсә. Ярлы илдәрҙә (в которых нет мощной системы социального обеспечения) һалым йөгө әҙерәк, байыраҡтарҙа — һалым йөгө сағыштырмаса ҙур (Швецияла ҡайһы бер йылдарҙа ВВП-ның 60 %). Ҡайһы бер бай Көньяҡ-көнсығыш Азия илдәрендә һалым йөгө әҙерәк. Рәсәйҙә В России 2012 йылда һалым йөгө 34,99 % тәшкил итте[7], что соответствует среднему уровню по ОЭСР (выше, чем в США, но ниже чем в Германии, см. ).
Номиниаль һәм ысынбарлыҡта йыйылған һалым йөгө араһындағы айырма һалымдан ҡасыу кимәлен күрһәтә. Номиналь йөк ни тиклем күберәк булһа, һалым йөгө шул тиклем күберәк була. Номиналь йөк билдәле бер кимәлде уҙһа, һалымдан ҡасыусылар һаны бик ныҡ арта, ә һалым әҙерәк йыйыла. Күп кенә иҡтисадсылар номиналь һалым йөгө Лаффер "бөгөлөү нөктәһе"нән (графиктың иң бейек нөктәһе) күпкә түбәнерәк булыға тейеш тип иҫәпләй, бик ҙур һалым һалым түләүселәрҙе закон боҙоу юлдарын эҙләргә мәжбүр итә[8].
Предприятиеның һалым йөгө тип һалым менән предприятие түләргә тейешле барлыҡ түләүҙәрҙең предприятие килемдәренә ҡарата нисбәте. Реаль һалым түләүсе субъект:
Белгестәр 15 % артыҡ булмаған һалым йөгө һалым түләүселәр өсөн ҡулай тип иҫәпләй.
Һалым кимәленең түбәнәйеүе тулайым һорау һәм тулайым тәҡдимдең артыуына килтерә[10].
Ни тиклем хужалыҡ һалымды әҙерәк түләһә, шул тиклем уның ҡулына килеп ингән кереме арта. Шулай итеп, тулайым ҡулланыу арта, тимәк, тулайым һорау ҙа арта[10]. Шуға күрә, хөкүмәттәр ҡыҙыҡтырыусы иҡтисади сәйәсәт үткәргәндә, йәки дәүләттең маҡсаты иҡтисади циклдың иң түбән нөктәһенән сығарыу булған осраҡта был механизм ҡулланыла. Тимәк, тотҡарлаусы иҡтисади сәйәсәт һалымды арттырыуҙы күҙ уңында тота, уның маҡсаты— «иҡтисадты артыҡ ныҡ ҡыҙып китеүҙән» һаҡлау[10].
Фирмалар һалымдарҙы арттырыуҙы өҫтәмә сығымдар булараҡ ҡабул итә, был уларҙың үҙ тауарҙарының тәҡдимен кәметеүенә китерә[10].Ҡыҫкаһы, фирмаларҙың тәҡдимдәре кәмеү йыйылма тәҡдимдәрҙе кәметеүгә килтерә[10]. Шулай итеп, һалым күләме тулайым тәҡдим(совокупное предложение) күләменә тиҫкәре пропорциональ. Һалым индереү һәм тулайым тәҡдимдең торошо араһындағы бәйлелекте үҙ эштәрендә АҠШ Президентының иҡтисади кәңәшсеһе, «тәҡдим иҡтисады» теорияһына («supply-side economics») нигеҙ һалған ғалим Артур Лаффер ентекләп тасуирланы[10].
Һалым йөкләмәһе бизнес-системаларҙың үҙ финанс левериджы дәүмәленә ике: тура һәм һәм тура булмаған юл аша йоғонто яһай [11]:
1) Туранан-тура йоғонто хужалыҡ итеүсе субъекттың үҙ һалым һалыу базаһын кәметеүгә иҫәпләнгән сығымдар кимәлендә формалаша. Әгәр әлеге суммаға хужалыҡ итеүсе субъект тарафынан бурысҡа алған аҡса (заем) буйынса түләүҙәрҙе түләүгә киткән сығымдарҙың юғары процентын индерергә мөмкин булһа, был үҫештең агрессив финанс стратегияһын ҡулланыусы предприятиелар үҫешен стимуллаштырасаҡ һәм, тимәк, консерватив финанс стратегияһын ҡулланыусы предприятиелар баҙарҙан ҡыҫырыҡлап сығарыласаҡ; һалым ҡануниәте яғынан әлеге процентты кәметеү агрессив финанс үҫеш стратегияһы һәм уртаса сәскә атҡан хужалыҡ итеүсе субъекттарҙың, бигерәк тә тиҙ арала консерватив финанс стратегияһын ҡулланыусы субъекттарҙың бөлгөнлөккә төшөүенә килтерәсәк.[11].
2) Турана-тура йоғонто заем капиталы белән тәьмин итеүселәр өсөн һалым йөгөн арттырыу йәки кәметеү иҫәбенә формалаша: шуға бәйле рәүештә, һалым йөгөн арттырыу бизнес-системалар өсөн заем капиталы хаҡының ҡиммәтләнүенә, тимәк, агрессив үҫеш стратегияһын ҡулланыусы предприятиеләр үҫешен тотҡарлауға килтерәсәк (был осраҡта бенефициар булып консерватив стратегия менән компаниялар сығыш яһаясаҡ ); һалым йөгөн кәметеү баҙарҙа яҡшы конкуренция булған осраҡта заем капиталы хаҡын кәметеүгә килтерәсәк, был агрессив финанс үҫеш стратегияһы булған компанияларҙың сәскә атыуына һәм, киреһенсә, консерватив финанс стратегияһы булған компанияләрҙың хәлһеҙләнеүенә килтерәсәк. [11].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.