From Wikipedia, the free encyclopedia
Үрге Әбдрәш (рус. Верхнее Абдряшево) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 458 кеше[1]. Почта индексы — 453605, ОКАТО коды — 80201804004.
Ауыл | |
Үрге Әбдрәш Үрге Әбдрәш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 458 | 227 | 231 | 49,6 | 50,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Әбдрәш ауылы XVIII быуат аҙағынан Нуғай утары булараҡ билдәле. 1795 йылда унда 12 ихата 63 кеше йәшәгән була. Шуныһы мәғлүм: хәҙерге Баймаҡ районы Яйыҡбай (Нуғай) ауылы халҡының Ҡыҙыл йылғаһы буйында үҙ утары булған, ул яҙлау һәм көҙләү урыны булған. 1816 йылда бында 19 ғаилә күсеп килгәс, утар ауылға әйләнә. Улар араһында Самаш һәм Туҡан Бәширов, Зәбир һәм Нәзир Вәлитов, Усман (улы Сәйфулла) һәм Ҡарағол Сөләймәнов, Юныс Ҡунаҡбаев, Йософ Хәмзин, Теләүбай Азбуров, Муса Үтәмәев, Тейенбай һәм Төлкөбай Ҡалҡаманов, Ишҡул һәм Ишбулды Барыҫкилдиндар, Нурбулат Мостафин, Аҡназар Ишбаев, Ҡулбай Солтанбәков һәм башҡаларҙың ғаиләләре була. Туҡандың улы Кинйәбай 1812 йылда армияла һәләк була.
Ауыл старшина ярҙамсыһы Әбдрәшит Араповтың исемен йөрөтә. Уның улдары һәм ейәндәре 1850 йылғы рәүиз мпатериалдарында теркәлгән. Улар араһында иң олоһо — Этҡол (1770—1817), унан һуң Шәмғүн (1793—1823), Байғужа (1796 йыл) һәм 1799 йылғы Батырша. Шәмғүндең балалары — Ғибәҙәт, Мөхәмәтсадиҡ, Мөхәмәтҡазы, Йыһанша, Байғужаныҡы — Ишмөхәмәт, Мөхәмәтсафа, Мөхәмәтшәриф, Мөхәмәтҡунафия, Батыршаныҡы — Шаһыбал, Мөхәмәҙиәр, Сәғәҙәт, Мәһәҙиә, Суфиян, Сөләймән. Тәүге төпләнеүсенең улдары старшина ярҙамсыһы, зауряд-яҫауыл, урядник, 14-се класлы чиновник булып хеҙмәт иткән.
1807 йылда Тильзит килешеүе төҙөлгәнгә тиклем Рәсәйҙең Францияға ҡаршы һуғышы ваҡытында Пруссия һәм Польша биләмәләрендә рядовой Назар Усманов була. Урядник Ибниәмин Бикҡолов һәм рядовой Нәҙирбай Нурбулатов — 1812 йылда ҡаһарманлыҡ өсөн көмөш миҙал менән бүләкләнәләр.
1859 йылда ауыл 2-се Бөрйән улусына ингән саҡта унда 39 хужалыҡта 280 кеше йәшәгән. 1920 йылда Үрге Әбдрәштәге 40 йортта (Нуғайҙа) 213 кеше йәшәгән, Түбәнге Әбдрәштә (Нуғайҙа) 267 кеше 57 йортта донъя көткән.
Халҡы малсылыҡ менән шөғөлләнгән. 229 кеше йәшәгән 37 хужалыҡта 100 ат, 80 һыйыр, 125 һарыҡ һәм 70 кәзә булған. Һандар күрһәтеүенсә, әбдрәштәр мал үрсетеп кенә йәшәмәгән, улар һөнәрселек менән дә шөғөлләнгәндәр. Ләкин XIX быуаттың 40-сы йылдарында ер эшкәртеү менән ныҡлап шөғөлләнмәгәндәр. Барлыҡ халыҡҡа 216 бот яҙғы иген сәселгән[5].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.