From Wikipedia, the free encyclopedia
Юғары Стәрле[3] (Стәрлетамаҡ, Усман; татар. Югары Эстәрле, рус. Верхнее Стярле) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районы ауылы.
Юғары Стәрле | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Верхнестярлинское сельское поселение[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Верхнестярлинское сельское поселение[d][1] |
Халыҡ һаны | 571 кеше (2002)[2] |
Почта индексы | 423314 |
Ауыл Стәрле йылғаһы буйында, Аҙнаҡай ҡалаһынан көнсығышҡа табан 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].
Ауылға юрмый ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Юрмый улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Стәрлетамаҡ административ-территориаль улусы составына керә һәм уның үҙәге була[5].
XX быуат башында ауылда улус идаралығы, 2 мәсет, 2 һыу тирмәне теркәлгән[4].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан Тымытыҡ районы, 1931 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1935 йылдан — Тымытыҡ районы, 1958 йылдан — Ютазы районы, 1963 йылдан — Бөгөлмә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҙнаҡай районы составында була[4].
1816 йылда ауылда 34 ир затлы башҡорт, 110 типтәр һәм 54 татар; 1859 йылда — 1457 дәүләт крәҫтиәне һәм башҡорт иҫәпләнгән[5].
1859 | 1897 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1457 | 1628 | 1704 | 1128 | 1420 | 904 | 849 | 906 | 770 | 605 | 611 |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.