Ҡытайҙың көньяҡ-көнбайышында, Миньцзян йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан субпровинциаль әһәмиәттәге ҡала From Wikipedia, the free encyclopedia
Чэнду (ҡыт. упр. 成都, пиньинь: Chéngdū 成都, пиньинь: Chéngdū) — Ҡытайҙың көньяҡ-көнбайышында, Миньцзян йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан субпровинциаль әһәмиәттәге ҡала, Сычуань провинцияһы властары йәшәгән урын.
Ҡаланың эмблемаһы — 2001 йылда ҡала эсендә Цзиньши мәҙәниәте эҙҙәре булған урында ҡаҙылма эштәре алып барғанда табылған «Алтын Ҡояш Ҡошо» боронғо алтын дискыһы.
Чэндуға беҙҙең эраға тиклем IV быуатта нигеҙ һалына. Шу батшалығына нигеҙ һалыу өсөн килгән кешеләргә шундай һүҙҙәр әйтелә: «тәүге йылда — тораҡ пункты, икенсеһендә — ҡала булһын, өсөнсө йылда баш ҡалаға әйләнһен» (一年成聚,二年成邑,三年成都); «баш ҡалаға әйләнһен» һүҙбәйләнешенән (成都) «Чэнду» атамаһы килеп сыға. Боронғо Шу батшалығында Чэнду, Синьду һәм Гуанду (хәҙерге Шуанлю), бергә «өс Ду» тип аталған (三都) бик билдәле була, әммә тап Чэнду өҫтөнлөк ала, ә Синьду менән Гуанду хәҙерге ваҡытта уның состав өлөшө булып китә.
Беҙҙең эраның башында Чэнду барса (парча) етештереү менән дан тота, һәм Цзиньчэн («барса ҡалаһы») тип атала. Беҙҙең эраға тиклем 316 йылда Шу батшалығының баш ҡалаһы була, Өс батшалыҡ дәүерендә, 221 йылдан 263 йылға тиклем, — Шу-Хань батшалығының баш ҡалаһы, IV быуаттың беренсе яртыһында — Чэн дәүләтенең, V быуат башында — Көнбайыш Шу дәүләтенең, ә биш династия осоронда — Тәүге Шу һәм Һуңғы Шу дәүләттәренең баш ҡалаһы була. 994 йылда Чэнду бер ни тиклем ваҡыт баш күтәргән Ли Шу дәүләтенең баш ҡалаһы булып ала.
1644-46 йылдарҙа Чэндула Чжан Сяньчжундың баш күтәреүселәр армияһы урынлаша, һәм ҡала Бөйөк Көнбайыш Дәүләтенең баш ҡалаһына әүерелә. Бөйөк крәҫтиәндәр һуғышы, Ҡытайҙы маньчжурҙың баҫып алыуы һәм өс кенәз ҡағанлығы һуғышы йылдарында ҡалаға ныҡ зыян килтерелә һәм, ғәмәлдә, ул кешеләрһеҙ ҡала тиерлек. Цин империяһы урынлашҡандан һуң хөкүмәткә бушап ҡалған Сычуань провинцияһына кешеләрҙе кире ҡайтарыу буйынса махсус саралар күрергә тура килә, һәм ҡала әкренләп тергеҙелә. Сычуань провинцияһы айырым хәрби наместниклыҡҡа бүленә, һәм 1731 йылда Чэнду Сычуань наместнигының резиденцияһына әйләнә.
XX быуатҡа тиклем Чэнду үҙенең идара итеү органдары булмаған өйәҙ ҡалаһы була. 1928 йылда Чэнду һәм Хуаян өйәҙҙәре рәсми рәүештә үҙенең власть органдары булған Чэнду ҡалаһы итеп берләштерелә.
1949 йылдың 27 декабрендә Чэнду ҡалаһына Ҡытай халыҡ-азатлыҡ армияһы инә, һәм Чэнду ҠХР составына инә. 1952 йылда Сычуань провинцияһы тергеҙелә, һәм Ченду провинциаль буйһоноуҙағы ҡалаға әйләнә, провинция хөкүмәте лә ошонда урынлаша.
Ҡала Сычуан соҡороноң көнбайыш осонда, Чэнду тигеҙлегендә урынлашҡан. Ҡала округы көнбайыштан көнсығышҡа табан 192 километрға һәм төньяҡтан көньяҡҡа табан 166 километрға һуҙылған, майҙаны — 12 390 км². Дэян, Цзыян, Мэйшань һәм Яань ҡала округтары, шулай уҡ Нгава-Тибетско-Цянским автономиялы округы менән сикләшә. Ҡала территорияһы диңгеҙ кимәленән яҡынса 500 метр бейеклектә ята. Чэнду ҡала округының иң түбән нөктәһе 378 метрҙа, зҡаланан ситтә рельеф төрлө-төрлө.
Чэндуның климаты — дымлы субтропик. Йәшәү өсөн дә, шулай уҡ ауыл хужалығы тармағы буйынса эштәр башҡарыу өсөн дә бик ҡулай. Циньлин тауҙары ҡаланы Себерҙән төньяҡ һауа массаларының үтеп инеүенән ҡаплап тора, шуға ла Чэндула, Янцзының түбән өлөшөндәгегә ҡарағанда, ҡыш йомшаҡ була. Ғинуарҙыа уртаса температура — 5°С; ҡар бик һирәк яуа, ләкин ҡыҫҡа ваҡытлы ҡырауҙарҙың булыуы ихтимал. Йәй — дымлы һәм ярайһы уҡ эҫе. Июль һәм августа уртаса температура — яҡынса 25 °С, көндөҙ температураның 37 °С градустан юғарыраҡ күтәрелеүе лә ихтимал. Ямғыр, нигеҙҙә июндән сентябргәсә яуа.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 20 | 22 | 28 | 32 | 33 | 40 | 40 | 37 | 32 | 28 | 27 | 25 | 40 |
Уртаса максимум, °C | 9,5 | 11,1 | 16,2 | 21,6 | 26,0 | 27,8 | 29,6 | 29,7 | 25,1 | 20,6 | 15,6 | 10,8 | 20,3 |
Уртаса температура, °C | 5,5 | 7,2 | 11,6 | 16,5 | 21,0 | 23,5 | 25,2 | 24,9 | 21,0 | 16,9 | 11,8 | 7,1 | 16,6 |
Уртаса минимум, °C | 2,4 | 4,2 | 8,1 | 12,7 | 17,2 | 20,2 | 22,0 | 21,6 | 18,4 | 14,5 | 9,2 | 4,2 | 12,9 |
Абсолют минимум, °C | −3 | −2 | −1 | 2 | 9 | 12 | 13 | 12 | 10 | 2 | 0 | −6 | −6 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 7,3 | 10,2 | 20,5 | 46,6 | 87,1 | 102,8 | 230,5 | 223,7 | 131,5 | 39,4 | 16,5 | 5,0 | 921,1 |
Сығанаҡ: Weatherbase, |
субпровинциаль әһәмиәттәге Чэнду ҡалаһы 11 район, 5 ҡала өйәҙе, 4 өйәҙгә бүленә:
Карта | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
Статус | Название | Иероглифы | Пиньинь | Население (2010) |
Площадь (км²) | Плотность населения (/км²) |
Район | Цинъян | 青羊区 | Qīngyáng qū | 828 140 | 66 | 12 548 |
Район | Цзиньцзян | 锦江区 | Jǐnjiāng qū | 690 422 | 61 | 11 318 |
Район | Цзиньню | 金牛区 | Jīnniú qū | 1 200 776 | 108 | 11 118 |
Район | Ухоу | 武侯区 | Wǔhóu qū | 1 083 806 | 77 | 14 075 |
Район | Чэнхуа | 成华区 | Chénghuá qū | 938 785 | 109 | 8613 |
Район | Лунцюаньи | 龙泉驿区 | Lóngquányì qū | 767 203 | 558 | 1375 |
Район | Цинбайцзян | 青白江区 | Qīngbáijiāng qū | 381 792 | 392 | 974 |
Район | Синьду | 新都区 | Xīndū qū | 775 703 | 481 | 1613 |
Район | Вэньцзян | 温江区 | Wēnjiāng qū | 457 070 | 277 | 1650 |
Городской уезд | Цзяньян | 简阳市 | Jiǎnyáng shì | 1 420 000 | 641 | 2215 |
Район | Шуанлю | 双流区 | Shuāngliú qū | 1 158 516 | 1067 | 1086 |
Район | Пиду | 郫都区 | Pídū qū | 756 047 | 438 | 1726 |
Городской уезд | Дуцзянъянь | 都江堰市 | Dūjiāngyàn shì | 657 996 | 1208 | 545 |
Городской уезд | Пэнчжоу | 彭州市 | Péngzhōu shì | 762 887 | 1420 | 537 |
Городской уезд | Цюнлай | 邛崃市 | Qiónglái shì | 612 753 | 1384 | 443 |
Городской уезд | Чунчжоу | 崇州市 | Chóngzhōu shì | 661 120 | 1090 | 607 |
Уезд | Цзиньтан | 金堂县 | Jīntáng xiàn | 717 225 | 1156 | 620 |
Уезд | Даи | 大邑县 | Dàyì xiàn | 502 198 | 1327 | 378 |
Уезд | Пуцзян | 蒲江县 | Pújiāng xiàn | 239 562 | 583 | 411 |
Уезд | Синьцзинь | 新津县 | Xīnjīn xiàn | 302 199 | 330 | 916 |
Чэнду — эре иҡтисад, финанстар, фән һәм техника, шулай уҡ мөһим транспорт һәм элемтә үҙәге. Бөтә донъя Банкыһының 2007 йылдағы глобаль инвестиция климаты тураһындағы доклады мәғлүмәттәре буйынса Чэнду Ҡытайҙа инвестиция климаты эталоны тип иғлан ителә
Чэндула метрополитен рәсми рәүештә 2010 йылдың 1 октябрендә асыла. 2017 йыл аҙағына ул, ҡулса линияһын да индереп, 6 линиянан тора. Ҡалала һәм агломерацияла яҡынса 400 автобус маршруты бар.
Шуанлю халыҡ-ара аэропорты халыҡ-ара аэропорты ҡала үҙәгенән яҡынса 16 километрҙа урынлашҡан. Ул кеше һәм йөк ташыу күләме буйынса Ҡытайҙа 2-се урында тора; 2015 йылға трафигы 4,000 млн пассажир тәшкил итә[58]. Илдең бик күп эре ҡалаларына, шулай уҡ Гонконг, Осака, Сеул, Сингапур, Тайбэй, Токио, Куала-Лумпур, Пхукет, Бангкок кеүек һәм башҡа ҡалаларға халыҡ-ара рейстарҙы үтәй[59].
В Чэнду пересекаются множество национальных автотрасс идущих из провинций Шэньси, Юньнань провинцияларынан һәм Тибет автономиялы районынан килгән бик күп милли автотрассалар Чэндула киҫешә. Чэнду—Чунцин автотрассаһы илдәге һәм уның көнбайыш өлөшөндәге тәүге автобан була.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.