Бонн
From Wikipedia, the free encyclopedia
Бонн (нем. Bonn) — Көнбайыш Германиялағы ҡала (Төньяҡ Рейн-Вестфалия еренә инә, Рейн йылғаһы буйында урынлашҡан)[17]. Халҡы — 318 809 кеше, илдә халыҡ һаны буйынса 19-сы урынды биләй.
1949 йылдың 3 ноябренән 1990 йылдың 3 октябренә тиклем — Германия Федератив Республикаһының баш ҡалаһы. 1990 йылда Германияның ике өлөшө - ГФР һәм ГДР берләшкәс, 1991 йылдың 20 июнендә бундестаг баш ҡаланы Берлинға күсереү тураһында ҡарар ҡабул итә. Бонн — Германияның ҙур сәйәси үҙәге, бер нисә федераль ведомство бында эшләүен дауам итә, федераль дәрәжәләге ҡала тип иҫәпләнә.
Тарих
Бонн урынында б.э.т. 11-се йылда рим ғәскәре лагеры төҙөлә (Castra Bonnensia)[18]. Ҡаланың исеме бәлки эбурон тигән герман ырыуы исеме менән бәйлелер тип иҫәпләйҙәр. 1000-се йыл тирәһендә «Бонн» атамаһы ҡулланыла башлай.
- 1770 йылда — Людвиг ван Бетховен тыуған.
- 1786 йылда — Бонн университетына нигеҙ һалынған. 1835—1836 йылдарҙа Бонн университетында философ, йәмғиәт эшмәкәре, марксизмға нигеҙ һалыусы сәйәсмән Карл Маркс, 1864—1865 йылдарҙа — философ Фридрих Ницше,1877—1879 йылдарҙа — буласаҡ Германия императоры — кайзер Вильгельм II Гогенцоллерн уҡыған.
- 1815—1945 — Пруссия составына ингән.
- 1845 — Бетховенға һәйкәл асылған, уның хөрмәтенә беренсе фестиваль ойошторола.
- 1949 — Бонн ГФР-ҙың баш ҡалаһына әйләнә.
- 1994 — федераль министрлыҡтарҙы Берлинға күсереү тураһында закон ҡабул ителә.
1998 — федераль министрлыҡтар, ГФР Бундестагы, канцлеры, президенты Берлинға күсә, ҡайһы бер ведомстволар элеккесә Боннда эшләй.
Ҡалала педагогия академияһы, консерватория бар.
Иң яҡын аэропорт — Кёльн/Бонн халыҡ-ара аэропорты.
Бонн музейҙары
- Немец музейы
- Рейндың региональ музейы
- Людвиг ван Бетховен тыуған йорт, хәҙер музей
- «Bundeskunsthalle» федераль күргәҙмә залы
- Германия тарихы музейы (нем. Haus der Geschichte)
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.