From Wikipedia, the free encyclopedia
Таймаҫ (рус. Таймасово) — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл.
Ауыл | |
Таймаҫ рус. Таймаcово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453358 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Таймаҫ — Бөрйән улусының кешеләре йәшәгән төп ауылы. Беренсе тапҡыр ауыл исеме 1795 йылда lX рәүиздә (перепись) рәсми иҫкә алына, ул ваҡытта ауылда 21 хужалыҡта 160 кеше йәшәгән, X рәүиздә 1816 йыл — 251 кеше, 1834 йылда — 349 кеше, 1850 йылда — 504 кеше, 1859 йылғы рәүиз буйынса 569 кеше йәшәй, шул уҡ ваҡытта Юғары Юлдаш ауылынан (хәҙерге Федоровка районы) 86 ир, 65 ҡатын ҡыҙ күсенеп киләләр һәм ауылда 720 кеше көн күрә. Рәсәй картаграфияһында Таймаҫ ауылы беренсе тапҡыр Ырымбур крайының Генераль картаһында 1854 йылда күренә.[2] һәм [3] Таймаҫ ауылы батша хөкүмәтенә тоғро хеҙмәт иткән Табын ырыуы тарханы, старшина Таймаҫ Шәһимовтың балалары тарафынан Рәсәй батшалығы менән ҡаҙаҡтар араһындағы сикте һаҡлау өсөн 1780-се йылдарҙа погранпункт булараҡ барлыҡҡа килә. Уның менән бер арала ауыл кешеһе — 9-сы башҡорт кантонының икенсе бүлегенең 14-се класлы дистанция начальнигы Тунас Аҡҡужин — Яматов (1770—1816) етәкселек итә, ул Ырымбур ил сиге буйына һаҡсылырҙы (үҙ йәшәү сығанаҡтары менән -аҙыҡ, ҡорал, аттары…) алып бара һәм хеҙмәт иткәндәрҙе алып ҡайта.
Бөрйән ырыуы кешеләре йәшәгән ауылға табын ырыуы старшинаһы исеме Таймаҫ көсләп тағыла, уға 1700—1740 йылдарҙағы ихтилалдарҙа табын ырыуы менән бөрйән ырыуы араһындағы ҡатмарлы мөнәсәбәттәр сәбәпсе була. (Белешмә: Табын ырыуы тарханы, старшина Таймаҫ Шәһимов 1700-се йылдарҙың башындағы бөрйән ырыу вәкилдәре башлаған ихтилалдарҙа үҙенең ырыу вәкилдәрен ҡатнаштыртмай, ә инде 1735—1740 йылдарҙа уның етәкселегендәге ҡораллы көстәр башҡорт ихтилалдарын баҫтырыуҙа әүҙем ҡатнаша). "Арғаяш башҡорттарының ауыҙ-тел ижады ҡомартҡылары" китабында, профессор Дамир Валиев бына ниҙәр бәйән итә Таймаҫ Шәһимов тураһында https://nazir1965.com/tarix/ar%D2%93ayash-bash%D2%A1orttary-tarixynan.html
Бөгөнгө Таймаҫ ауылы халҡының ата-бабаларының 140 ғаиләһе 1700 йылдың башынан алып 1780-сы йылдарға тиклем (80 йыл) батша карателдәренең эҙәрлектәреүенән юл яҙҙырып Көнъяҡ Урал тауҙарында ҡасып урын алыштырып йөрөйҙәр. Буй еткереп ҡорал тоторға яраған ир-егеттәре батша власына ҡаршы көрәшкә китә торған булған[4].
Таймаҫ ауылы 9-сы контон, 31-се йортҡа ҡарай, 1864 йылдан өйәҙ үҙәге була, 1919—1935 йылдарҙа Көйөргәҙе улусына керә.
Дөйөм халыҡ һаны[5] | |||||
Халыҡ һаны | 2002—2009 халыҡ үҙгәреше | ||||
2002 | 2009 | кеше | % | ||
297 | 342 | +45 | +15,15 |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.