Мангейм
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мангейм (шулай уҡ Манхайм; нем. Mannheim, алеман. Manne, пфальц. Monnem, Mannem) — ҡала, Германияның ҙурлығы буйынса өсөнсө (Штутгарт һәм Карлсруэ) ҡалаһы, Баден-Вюртемберг федераль ерендә урынлашҡан 2,5 миллионлы «Өсмөйөш Рейн-Неккар» агломерацияһының үҙәге.
|
|
Mannenheim ауылы Лдошр кодексында тәүге тапҡыр 766 йылда телгә алына. 1607 йылда ҡала булып китә, ҡала даға формалы һарайлы булып, урамдары бер-береһенә перпендикуляр төҙөлә Үҙәгенең исеме шул : «квадрат» һүҙенән барлыҡҡа килә. 1720 йылда ҡалаға Гейдельбергтан пфальц курфюрсты резиденцияһы күсерелә, шуның арҡаһында ҡаланың сәйәси әһәмиәте тағы ла ҙурая. XVIII быуатта барокко стилендә Мангейм замогы төҙөлә, был замок Европала иң эреләрҙең береһе.
Мангейм уйлап табыу тарихы менән бәйле: Карл Дрез 1817 йылда беренсе дрезина төҙөгән, 1880 йылда электр лифтын беренсе булып Вернер фон Сименс күргәҙмәгә ҡуйған, 1886 йылда беренсе Карл Бенц автомобиле ҡала урамдары буйлап үтә, 1921 йылда — беренсе трактор. Шулай уҡ 1930 йылда — троллейбус хәрәкәте асыла.
Икенсе донъя һуғышынан ҡала бомбаларҙа тулыһынса тиерлек емерелә, һуңынан яңынан төҙөкләндерелә.
Мангейм урынлашҡан Баден-Вюртемберг федераль еренең төньяҡ-көнбайышында, Рейнланд-Пфальц һәм Гессен ерҙәре сиктәрендә урынлашҡан. Ҡала «Рейн-Неккар» төбәгенең ҡалаһы, ул Неккар йылғаһының Рейнға ҡушылған ерендә тора. Күрше ҡаршы ярында Людвигсхафен ҡалаһы (Рейнланд-Пфальц федераль ере) тора, ике ҡала үҙәге Рейн йылғаһы аша күпер менән тоташҡан.
|
|
XVIII быуатбыуатта ҡалала Гете, Шиллер һәм Моцарт ҡунаҡта була. 1782 йылдың ғинуарында ҡала театрында Шиллерҙың «Юлбаҫарҙар» драмаһының пермьераһы була, Шиллерға ул уңыш килтерә[43].
Академик музыкала Мангейм мәктәбе, тип аталған хәрәкәт бар, шул иҫәптән Мангейм капеллаһы (симфоник оркестры — XVIII быуат уртаһында Европалағы иң яҡшы оркестр). Был мәктәп барокко стиленән Вена мәктәбенең (Гайдн, Моцарт, Бетховен) классицизм стиленә күсеү сраһы була.[44]. Мангеймский оркестры етәксеһе булып Ян Стамиц — билдәле композитор, дирижер һәм скрипкасы торған. Ул мәктәптең сағыу вәкилдәр булып Мангейм, композиторҙары менән бер рәттән уның өлкән улы К. Стамиц, Х. Каннабих, Ф. К. Рихтер, А Фильц тора[45].
1952 йылдан алып йыл һайын Халыҡ-ара Мангейм — Гейдельберг кинофестивале үткәрелә[46].
Мангеймский һарайы (нем. Mannhemier Schloss) — Европала, XVIII быуатта иң ҙур һарай була, ул курфюрст Пфальцтың резиденцияһы. Һарай Мангейм ҡалаһының үҙәгендә тора — ҙурлығы буйынса Штутгарттан һуң Баден — Вюртемберг[47] иң ҙур һарай.
Мангеймский 1720-1760-сы йылдарҙа. курфюрст Карл Филипп (III von Karl Philipp der Pfalz, 1661-1742) һәм Карл Теодор (Karl Theodor Philipp, 1724-1799) идара иткән осорҙа төҙөлә, Мангейм һарайы улапҙың ҡышҡы резиденцияһы булып хеҙмәт итә, 6.гектар майҙанды биләй, һарай фасадының оҙонлоғо 450 метр тәшкил итә. Мангейм һарайы күләме буйынса — Европала Версалдән һуң икенсе урынды биләүсе бароккоһы һарайы.
Әлеге ваҡытта һарайҙа китапхана һәм музей (2007 йылда реставрациянан һуң бина асылған) урынлашҡан, бинала офис һәм лекция залдары бар; төньяҡ ҡанатын — Һарай сиркәүе һәм суд палатаһы биләй. Һарайҙың ҙур өлөшө Мангейм университетына ҡарай (Германияның[47]иң яҡшы юғары уҡыу йорто)
Ҡалала «Вальдхоф», «Мангейм» футбол клубтары төпләнгән. Шулай уҡ ҡалала иң көслө немец хоккей клубы «Адлер Мангейм» урынлашҡан..
1969 йылда Мангеймда Германияның иң билдәле теннисисткаһы Штеффи Граф тыуған.
ХХ быуаттың. Мангейм иң эре индустриаль ҡала, Европаның мөһим транспорт үҙәге булып тора .
Мангеймда бик күп завод һәм фабрикалар, юғары уҡыу йорттары урынлашҡан.
2007 йылда Мангейм (ҡала) үҙенең 400 йыллыҡ юбилейын билдәләй.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.