минималь 3 тәгәрмәсле моторлы, рельсһыҙ юл транспорты From Wikipedia, the free encyclopedia
Автомоби́ль (бор. грек αὐτο — үҙе һәм лат. mobilis — хәрәкәт итеүсе), автомаши́на, автотранспорт сараһы, дөйөм алғанда автотехника — моторлы, рельсһыҙ, кәмендә дүрт тәгәрмәсле юл транспорты. Төрҙәргә бүленеше: еңел автомобиль, йөк автомобиле, автобус, троллейбус, бронетранспортёр. Ауыл хужалығы машиналары һәм мотоциклдар автомобиль булып иҫәпләнмәй. Ябай телмәрҙә автомобиль һүҙе урынына башлыса машина тип әйтәләр.
Механик транспорт сараһы, ғәҙәттә юлдарҙа кеше йәки йөк ташыу йәки ошо транспорт сараларын юлдарҙа тартып барыу өсөн ҡулланыла. Был термин тролейбустарҙы, йәғни электр үткәргестәре менән тоташтырылған рельсһыҙ транспорт сараларын үҙ эсенә ала; әммә ауыл хужалығы машиналары был иҫәпкә инмәй, сөнки улар өсөн кеше һәм йөк ташыу ярҙамсы эшмәкәрлек кенә булып тора.
— Ст. 1, Юл хәрәкәте конвенцияһы (Вена, 8 ноябрь 1968 йыл)
Ғәҙәттә кеше һәм йөк ташыу йәки транспорт сараларын юлдарҙан буксирлау өсөн ҡулланылған төрлө механик үҙйөрөшлө транспорт саралары,; ул иҫәпкә ауыл хужалығы тракторҙары инмәй.
— Ст. 1, Халыҡ-ара йөк ташыу менән шөғөлләнгән транспорт саралары экипаждары эшенә ҡағылышлы Европа килешеүе, (ЕСТР) Женева, 1970 йылдың 1 июле
Ҡоро ер транспорт саралары — үҙ көсө менән йөрөгән; төрлө һыҙаттан хәрәкәт иткән кәмендә дүрт тәгәрмәсле (улар ергә тейеп торорға тейеш), идара ителеше һәм хәрәкәте лә кәмендә ике тәгәрмәс менән тәьмин ителергә тейешле транспорт сараһы
— Халыҡ-ара спорт кодексы ФИА, ст. 13
Автомобиль | |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Фердинанд Вербист[d] |
---|---|
Асыу датаһы | 1884 |
Менән бәйләнештә | юл һәм пешеход[d] |
Предназначен для перевозки | водитель моторного транспортного средства[d], пассажир[d] һәм груз[d] |
Һыйым | 8 |
Һештег | car |
Энергия сығанағы | Бензин, дизельное топливо[d], электр, зелёный водород[d], Ҡояш энергетикаһы, Биоэтанол[d] һәм сжиженный углеводородный газ[d] |
Меньше чем | грузовой автомобиль[d] һәм автобус[d] |
Вики-проект | Проект:Автомобиль[d] |
Метод обслуживания | техническое обслуживание автомобиля[d] |
Өлөшләтә тура килә | колёсное транспортное средство[d] |
Автомобиль Викимилектә |
Двигателенең төрө буйынса:
Махсус тәғәйенләнешле автомобилдәр (колёсные):
Махсуслаштырылған автомобилдәр (колёсные):
Етештерелгән автомобилдәр күп төрлө булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың ҡулайламаһында һәр ваҡыт өс төп өлөштө айырырға мөмкин: шасси (трансмиссиянан (двигателдең әйләнеүен машиналарға күсерер өсөн билдәләнгән механизмдар һәм деталдәр), йөрөткөс өлөштәрҙән һәм идара итеү механизмдарынан — руль менән идара итеү һәм тормозлау системаһы, тора), кузов (кешеләрҙе йәки йөктө урынлаштырыу өсөн хеҙмәт итә) һәм двигатель.
Автомобилдәр етештереүсе - автомобилдәр уйлап сығарыу, әҙерләү йәки йыйыу менән шөғөлләнеүсе автомобиль заводы, компания, фирма. XX быуат башында Oldsmobile автомобилдәр йыйыу процесында тәүге тапҡыр конвейер йыйыу ҡулланды, һәм бөтә донъяла күпләп автомобиль сығарыуға старт бирҙе, шуның менән автомобиль сәнәғәтендә революция яһаны.
2012 йылға эре етештереүсе компаниялар[1]:
Тиҫтәләгән йылдар дауамында автомобиль етештереү буйынса донъяла алдынғы урынды Америка Ҡушма Штаттары биләй. 1980-се йылдарҙан яңы лидер булып Япония торҙо, 2009 йылдан алып — Ҡытай, ул шулай уҡ 2010 йылдан алып бөтә Евросоюз илдәренә ҡарағанда күберәк автомобилдәр етештерә, ә 2009 йылдан алып донъялағы иң ҙур автомобиль баҙары булып тора. СССР автомобилдәр эшләү буйынса донъяла 5-се (шул иҫәптән йөк машиналары буйынса 3-сө һәм автобустар буйынса 1-се) урынды биләгән, Рәсәй 15 иң эре автомобиль етештереүсе иҫәбенә инә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.