Мазар (кәшәнә)
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мазар (ғәр. مزار — «зыярат ҡылыу урыны») — мосолман әүлиәһе ҡәбере.
Ислам тарихының тәүге быуаттарында ниндәй ҙә булһа объекттарға табыныу күренеше мәжүсилек тип һаналған. X быуат уртаһына тиклем хатта Мөхәммәт пәйғәмбәр ҡәбере ғибәҙәт ҡылыу урыны булмаған[1]. IX быуат аҙағында Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең сәхәбәләренең һәм хөрмәт ҡаҙанған ислам дине белгестәренең (ғөләмә) ҡәберҙәре өҫтөндә маҡамдар төҙөү теркәлгән.
«Әүлиәләр» һәм уларҙың ҡәберҙәре культы X быуат аҙағынан тиҙ үҫешә башлай. Был йәһәттән айырыуса суфыйҙар ҙур роль уйнай, уларҙа рухи остаздарҙы — мөршидтәрҙе, шәйехтәрҙе ололау һәм уларҙың ҡәберҙәренә зыярат ҡылыу йолаһы барлыҡҡа килә. Суфыйҙар фекеренсә, шәйех-аралашсылар аша Аллаһҡа тапшырылған доғалар Уға туранан-тура ялбарған доғаларҙан көслөрәк. [1].
Ғибәҙәт ҡылыу объекты булып шулай уҡ Библия һәм Ҡөрьән пәйғәмбәрҙәре менән бәйле урындар ҙа тора. Башта "әүлиә " ҡәберҙәре, башҡа дини иҫтәлекле урындар кеүек үк, мәшһәд тип аталған. Мазарҙар тирәләй ҡайһы берҙә мәсеттәр һәм монастырҙар барлыҡҡа килә. Йыш ҡына улар тотош ҡалаларҙың үҙәгенә әйләнә (Афғанстанда — Мазари-Шәриф , Ираҡта — Нәжеф һ. б.)[1].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.