From Wikipedia, the free encyclopedia
Зыярат ҡылыу (ғәр. زِيارة — күрергә барып сығыу; рус. Зиярат, зыярат, зийара) — изге урындарға (пәйғәмбәрҙәр, әүлиәләр, шәйехтәр) ҡәберҙәренә ғибәҙәт ҡылырға барыу.
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Төньяҡ Африкала шулай уҡ тере суфый шәйехтәрҙе, имамдарҙы күрергә барыу ҙа зыярат ҡылыу тип атала. Шулай уҡ был изге урындарҙың үҙҙәрен дә зыярат (ҡара: мазарҙар, мәҡамдар) тип атайҙар.
Хаж ҡылғандан һуң Мәҙинәгә Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ҡәберенә барыу мосолмандар өсөн айырыуса әһәмиәтле. Йола башҡарыуға ҡәбер эргәһендә Ҡөрьән сүрәләре уҡыу һәм доға ҡылыу, төрбә тирәләй йөрөү, уны биҙәү, шулай уҡ ҡорбан салыу һәм хәйер-саҙаҡа таратыу инә. Зыяраттың төп маҡсаты — әүлиәнән бәрәкәт һәм ҡурсыу алыу[1].
«Халыҡ исламында» ҡайһы берҙә «изге урындар» тип ата-бабалар ҡәберҙәре атала, уларға байрам көндәрендә махсус йөрөйҙәр (Ҡорбан байрамы)[2]. Мәҫәлән, ингуштарҙың изге Батал-Хажи ҡәберенә рамаҙан айы алдынан килеү йолаһы бар[3]. Дағстанда Заһиттар Зыяраты бар, унда йыл һайын ғибәҙәт ҡылыусылар һәм зекерҙәр башҡаралар, мәүлит үткәрәләр. Зыярат кәшәнәнән һәм ағас ҡолғаларҙан ғибәрәт, уларға аҡ һәм йәшел таҫмалар бәйләйҙәр[4].
Шиғый исламында «зыярат» термины ике мәғәнәгә эйә:
Айырыуса хөрмәт ителгән кешеләрҙең кәшәнәләренә (мәҫәлән, имамдар — Нәжәфтә Али ибн Әбү Талип һәм Кәрбәләлә Хөсәйен ибн Али ҡәберҙәре) зыярат ҡылыу Мәккәгә кесе хаж ҡылыуға тиң булыуы мөмкин тип һанала[5].
Башҡорт телендә «зыярат» һүҙе бер нисә мәғәнәлә ҡулланыла:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.