From Wikipedia, the free encyclopedia
Континенталь хоккей лигаһы (КХЛ) (рус. Континентальная хоккейная лига, ингл. Kontinental Hockey League) — халыҡ-ара хоккей лигаһы. Лиганың баш бүләге Гагарин Кубогы өсөн Рәсәй, Беларусь, Казахстан, Латвия, Финляндия һәм Ҡытай илдәренән командалар көрәшә. Европала иң көслө лига тип һанала. КХЛ 2008 йылда барлыҡҡа килә һәм башта 24 команданы эсенә ала. 2018/19 йылдар миҙгелендә Лигала 22 ҡаланан 24 команда ҡатнаша.
Континенталь хоккей лигаһы | |
КХЛ 2019/2020 йылдар миҙгелендә | |
Шайбалы хоккей | |
Нигеҙләнгән: | |
---|---|
Илдәр: |
Рәсәй (19) |
Регион: | |
Башлыҡ: |
Дмитрий Чернышенко |
Ваҡыт: |
һәр йыл |
Командалар һаны: |
24 |
Ғәмәлдәге еңеүсе: |
ЦСКА (Мәскәү) (1-се кубок) |
Титулдарҙың иң ҙур һаны: |
Аҡ Барс (Ҡазан) (өс кубок) |
Рәсми сайт: |
Лиганы 32 командаға тиклем ҙурайтыу планлаштырыла тәүҙә, әммә 2017 йылда яңы стратегия ҡабул ителә — командалар һаны 2023 йылға тиклем 24-кә тиклем әҙәйергә тейеш. Был план 2019 йылға тиклем үтәлеп ҡуйыла.
1996 йылда Милләт-ара хоккей лигаһы тарҡалғас, БДБ илдәренең көслө командалары үҙ чемпионаттарына таралдылар. 2005 йылдың октябрендә физик культураһы һәм спорт бкйынса федераль агентствоһының башлығы Вячеслав Фетисов Рәсәй, Беларус, Ҡазағстан һәм Украина (киләсәктә — Көнбағыш Европа һәм Алыҫ Көнсығыш) илдәренең командалары өсөн берҙәм лига проектын тәҡдим итә, тик был лига Евро-азиат хоккей лигаһы тип аталырға тейеш (ЕАХЛ)[1]. Был лига Рәсәй (РХФ) һәм башҡа милли хоккей федерацияларынан һәм Профессиональ хоккей лигаһынан (Рәсәй суперлигаһын үткәрә торған организация) бойондороҡһоҙ буларға тейеш ине[2]. Һәм был лига, Милли хоккей лигаһы кеүек, коммерциялы структураға ориентирлана. Туғыҙ Рәсәй клубы үҙҙәренең ҡултамғаларын килешеүҙә ҡуйылар. Яңы лига 2006/07 йылда башланырға тейеш ине. Тәүге сезонда 12 команда ҡатнашһа, киләсәктә — 20 һәм күберәк һанға еткерергә уйлайғандар[3]. Әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында уйлағанса килеп сыҡманы. 2006/07 йылда яңы лиганы башлау тураһында күп һөйләшеүҙәр үтте[4], әммә һөҙөмтәһеҙ булды был эштәр. Ниһайәт, 2008 йылдың февралендә, РХФ яғынан булған ҡаршылыҡтарға ҡарамайынса, Асыҡ Рәсәй хоккей лигаһы барлыҡҡа килә. Аҙаҡтан ул Континенталь Хоккей Лигаһына (КХЛ) үҙгәртелә. КХЛ президенты итеп Александр Медведев һайлана, ә директорҙар советының рәйесе урынына Вячеслав Фетисов килә. Был проектта ЕАХЛ өсөн тәғәйәнләнгән бөтә идеалар тиерлек бар: башта БДБ илдәренең командаларының ҡатнашыуы, ә аҙаҡтан — Көнбайыш Европаның; таланттар йәрминкәһе; исемле дивизиондарға һәм конференцияларға бүленеү; эш хаҡтарының түбәһе; исемле кубок; командаларға инфраструктура буйынса ҡаты талаптар; дүрт еңеүгә тиклем «оҙон» плей-офф сериялары[5]. Тик бер айырма ғына бар: Евро-азиат хоккей лигаһында Рәсәй суперлигаһының 12 һайланма командалары инергә тейеш ине, ә был лигаға бөтә 20 командыла керҙе.
Организаторҙар эксперименталь тип һанаған тәүге КХЛ чемпионаты 2008/09 сезонда үтә. Тәүге шайбаны 2008 йылдың 2 сентябрендә Риганың «Динамо» командаһының һөжумсеһе Александр Неживий Хабаровскиҙың «Амур» ҡапҡаһына керетә. 2008 йылдың сентябрендә Новокузнецкийҙың «Металлург»тың уйынсыһы Александр Шинкарь, Риганың «Динамо» ҡапҡаһына өс шайба керетеп, КХЛ тарихында тәүге хет-трик яһай. КХЛ Рәсәй суперлигаһы нигеҙендә барлыҡҡа килә һәм шул ваҡытта лига эсенә 24 команда инә. Уларҙың 21 Рәсәйҙән, тағы ла Белоруссия, Латвия һәм Ҡаҙағстан илдәренән берешер команда. Суперлиганан айырмалы рәүештә КХЛ чемпионатты үҙ аллы ойоштора. РХФ менән булған өс йыллы контракт буйынса Гагарин кубогын яулаусы үҙенең ниндәй илдән булыуына ҡарамаҫтан Рәсәй чемпионы исемен ала.
2009 йылдың 12 апрелендә «Аҡ Барс» хоккей клубы Гагарин кубогының тәүге яулаусыһы һәм КХЛ 2008/2009 йылдар миҙгеленең чемпионы була.
2009/10 миҙгелдән башлап лигаға икенсе командалар ҙа керә башлайҙар. Чемпионаттан ҡыуылған воскресенскиҙың «Химик» урынына Екатеринбургтан «Автомобилист» килә.
2010 йылда «Югра», Юғары лиганың 2008/09 һәм 2009/10 йылдар миҙгелдәрендә чемпионы, КХЛ ҡатнашыусылар составына инә. Финанс мәсьәләләр арҡаһында «Лада» Лиганан сығырға мәжбүр була. Мәскәүҙең «Динамо»һы менән ҡушылғандан һуң ХК МВД тарҡала.
2011 йылдың 9 май көнөдә Братиславала махсус брифинг үтә, шунда КХЛ президенты Александр Медведев Лигаға 2011/12 миҙгеленән башлап «Лев» хоккей клубы инеүе тураһында рәсми рәүештә әйтә. 2011 йылдың 7 сентябрендәге Ярославль өлкәһендәге авиакатастрофа арҡаһында «Локомотив» хоккей клубы чемпионатта ҡатнашыуҙан баш тарта. 2011/2012 миҙгелде клуб Юғары хоккей лигаһында үткәрҙе.
2012/2013 йылдар миҙгелендә, ярославльдең «Локомотив» командаһының киренән ҡатнаша башлауынан башҡа, Лигаға братиславаның «Слован» һәм Донецктан булған «Донбасс» хоккей клубтары керә. «Донбасс» үткән керер алдынан Юғары хоккей лигаһында бер миҙгел уйнай. «Лев» клубы Попрад ҡалаһынан Чехияның баш ҡалаһы Прагаға күсә, әммә ул словакия хоккейының вариҫы түгел.
2013/2014 миҙгелдә КХЛ-ға ике клуб керә: ««Адмирал»» һәм «Медвешчак».
2014/2015 йылдар миҙгелендә Лигаға «Лада», «Йокерит» һәм «Сочи» хоккей клубтары керә[6]. Шул уҡ миҙгелде Лига составынан «Лев», «Донбасс» һәм «Спартак» командалары сыға.
2015/2016 йылдар миҙгелендә «Спартак» хоккей клубы ҡайта, ә «Атлант» Лига составынан сыға.
2016 йылдың 24 июнендә КХЛ директорҙары кәңәшмәһе Лига составына Ҡытайҙан «Куньлунь Ред Стар» ҡабул итә[7].
2017 йылдың 24 май көнөндә КХЛ-дың директорҙар кәңәшмәһендә лиганың үҫешеүенең ете йылға яңы стратегияһы иғлан ителә[8]. Стратегия буйынса лигала командалар һаны егерме туғыҙҙан егерме дүрткә тиклем әҙәйергә тейеш. Чемпионат составынан тәүгеләрҙән булып Новокузнецкиҙан «Металлург» һәм Загребтан «Медвешчак» хоккей клубтары сыға. 2018 йылдың 28 мартында КХЛ директорҙары кәңәшмәһендә Лига составынан «Югра» һәм «Лада» хоккей клубтары сығарыла.
2018/19 йылдар миҙгеленән һуң финанс ауырлыҡтары булғанға күрә, Словакиянан «Слован» хоккей клубы чемпионатта ҡатнашыуҙар баш тарта[9].
Континенталь хоккей лигаһының йондоҙҙар уйыны 2009 йылдан башлап йыл һайын үткәрелә. Тәүҙә уйындар иң яҡшы сит ил уйынсылары һәм иң яҡшы Рәсәй уйынсылары йыйылған командалар ҡатнашлығында үтә, ә командалар Ягр-тим һәм Яшин-тим исемдәрен үҙҙәренең капитандары исемдәренән (Яромир Ягр һәм Алексей Яшин) ала. 2010/11 йылдар миҙгелендә уйындың форматы үҙгәрә — Көнбайыш конференцияһынан булған уйынсыларҙан йыйыған команда Көнсығыш конференцияһының уйынсыларынан тупланған командаға ҡаршы уйнай. 2017 йылдан башлап йондоҙҙар уйыны мини-турнир форматында үтә. Унда дивизиондар йыйылма командалары ҡатнаша. Сергей Мозякин һәр 11 йондоҙҙар уйынында ҡатнаша һәм 41 мәрәй йыя[10].
КХЛ тәү тапҡыр асыҡ һауала уйындарын юбилейлы 10-сы миҙгелдә уҙғара башлай. Шунда «Йокерит» һәм СКА хоккей клубтары Хельсинки ҡалаһының бер паркында осраша. Уларҙан һуң Ригала урындағы һәм Минскиҙан «Динамо» командалары уйнай. Ә 2018 йылдың 22 декабрендә СКА Санкт-Петербургта футбол өсөн ҡулланылған Газпром-Аренаһында ЦСКА хоккей клубын ҡабул итә[11].
КХЛ даими чемпионатының ҡайһы бер уйындары Лига составына кермәгән илдәрҙә үткәрелә. 11 йыл эсенда рәсми уйындар Швейцарияла, Австрияла һәм Эстонияла үткәрелә.
Редрафт — клубҡа состав йыйырға ярҙам иткән ваҡиға. Клуб «Локомотивтан» һәм сит ил командаларынан башҡа һәр команда тәҡдим иткән 5 кешенән берәүҙе һайлай. Ете сит ил уйынсыһын һәм бер ҡапҡасыны һайларға ярай[12]. .
Континенталь хоккей лигаһы тарихында ике редрафт үтә. Тәүгеһе 2013/14 йылдар миҙгеле башланыр алдынан «Адмирал» хоккей клубы өсөн булһа, икенсеһе — 2014/15 миҙгел башланыр алдынан «Сочи» һәм «Лада» клубтары өсөн.
КХЛ юниорҙар йәрминкәһе йәки Юниорҙар драфты — клубтарҙың йыл һайын үҙҙәренең рәттәрен Канада, Америка, Европа һәм Рәсәйҙең иң яҡшы юниорҙары һәм олораҡ уйынсылар менән тулыландырыу. Тәүге тапҡыр һәүәҫкәр драфт 2009 йылда КХЛ офисында үтә, 2011 йылдан башлап драфт хоккей клубтарының боҙ ареналарында үтә башлай. 2015 йылда башлап ул КХЛ юниорҙар йәрминкәһе тип атала башлай. Йәрминкә йылына бер тапҡыр һәм үткән миҙгел бөтөүенә бер-ике айҙан үткәс. 2016 йылда үткән йәрминкә һуңғы була.
2019 йылдың май айында КХЛ етәкселәре кәңәшмәһендә Юниорҙар йәрминкәһен кире ҡайтарырға тәҡдим ителә, был һорау буйынса эш төркөм төҙөлә[13].
КХЛ уйынсылар профсозы (рус. Профсоюз игроков КХЛ) — Континенталь хоккей лигаһында хоккейсыларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн хоккейсыларҙы берләштергән профсоюз.
КХЛ директорҙар советы ағзалары
Холдинг булараҡ КХЛ составына 6 ойошма керә:
Лига Көнсығыш һәм Көнбайыш конференцияларына географик принцип буйынса бүленә. Һәр конференция эсенә ике дивизион инә. Көнбайыш конференцияһы: Тарасов дивизионы һәм Бобров дивизионы, Көнсығыш конференцияһы: Чернышёв дивизионы һәм Харламов дивизионы. Һәр дивизионда алтышар команда сығыш яһай.
Чемпионаттың даими миҙгелендә һәр команда бөтә клубтар менән икешәр (берәү — өйҙә, берәү — ҡунаҡта) уйын үткәрә. Шунан үҙ конференцияһындағы командалар менән тағы өҫтәмә осрашыу уҙғара, һәм даими миҙгелдә уйындар һаны 62-гә тиклем етә.
Еңгән өсөн команда ике мәрәй ала, өҫтәмә ваҡытта йә булиттар серияһында еңелгәндәргә бер мәрәй бирәләр, ә төп ваҡытта еңелеү өсөн бер-нимә лә бирелмәй. Даими миҙгел бөткәс үҙ дивизионында иң күп мәрәй йыйған команда дивизион чемпионы исемен яулай (үҙ дивизиондың командалары менән уйындарҙан ғына түгел, ә бөтәһе менән уйындар мәрәйҙәре һаналасаҡ).
Тимәк командалар 62 уйын үткәреп билдәләйҙәр:
Иң күп мәрәй йыйған команда даими чемпионаттың еңеүсеһе була, һәм уға Континент кубогын бирәләр[14][15].
Беренсе этап һөҙөмтәләре буйынса үҙ конференцияларында беренсе һигеҙ урында булған командалар чемпионаттың икенсе этабында ҡатнаша, шул уҡ ваҡытта тәүге ике урынды спорт һөҙөмтәләре әҙәйә барыу тәртибендә дивизион чемпиондары яулай.
Икенсе этапта һәр конференциянан икешәр команда (16 команда) плей-офф системаһы буйынса Көнбайыш һәм Көнсығыш конференцияларында еңеүселәрҙе билдәләйҙәр, шул еңеүселәргә «Көнбайыш конференцияһы еңеүсеһе» һәм «Көнсығыш конференцияһы еңеүсеһе» кубоктарын бирәләр[15]. Конференцияларҙың еңеүселәре үҙ-ара уйындар серияһында Контиененталь хоккей лигаһының чемпионын һәм Гагарин кубогы хужаһын билдәләйҙәр.
Шул уҡ ваҡытта Рәсәй чемпионы билдәләнә. Плей-офф сериялары һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы Рәсәй командаларына алтын, көмөш йә бронза миҙалдарын бирәләр. Конференцияларҙа сирекфиналдар, ярымфиналдар һәм финал уйындары үткәрелә. Гагарин кубогы финалында конференция еңеүселәре ҡатнаша. Плей-офф сериялара дүрт еңеүгә тиклем бара[16].
2012/2013 йылдар миҙгеленән башлап Лига Өмөт кубогы өсөн турнир үткәрә. Был турнирҙа беренсе этап һөҙөмтәләре буйынса икенсе этапҡа эләкмәгән командалар уйнай.
Турнир дүрт стадиянан тора һәм квалификацион раундтан башлана. Дүрт команда сирекфиналға сығыр өсөн икешәр уйын уйнай. Квалификацион раундта һөҙөмтәләр уйындың төп ваҡыты буйынса билдәләнә, ә өҫтәмә ваҡыттар яуаплы уйында командалар берешәр уйын еңһә йә ике уйынды ла тигеҙ иҫәп менән уйнаһалар ғына үткәрелә. Артабан бөтә сериялар өс еңеүгә тиклем форматында үтә. Шул уҡ ваҡытта командалар сикһеҙ өҫтәмә ваҡыттарҙы тәүге кереткән шайбаға тиклем уйнайҙар. Дүрт уйын һөҙөмтәһе буйынса еңеүҙәр иҫәбе тигеҙ булһа, командалар еңеүсене булиттар серияһында асыҡлай.
2014 йылдың 29 октябрендә Континенталь хоккей лигаһының идара ултырышы барышында лиганың перспектив һәм оператив эшмәкәрлегенә ҡағылған һорауҙар күтәрелә. Директорҙар кәңәшмәһенең Гагарин кубогы өсөн плей-офф ярыштарына эләкмәгән командалар өсөн булған Өмөт кубогы турнирын үткәреү оптимизациялау программаһын КХЛ Идараһы тикшерә. Фекер алышыуҙар һөҙөмтәләре буйынса Идара ағзалары әлеге экономика хәле ваҡытында Өмөт кубогын үткәрмәүе дөрөҫөрәк булыр тигән һөҙөмтәгә киләләр.
Элекке КХЛ вице-президенты Дмитрий Курбатов Лига Идараһының экономик сәбәптәр арҡаһында Өмөт кубогын үткәрмеүе ҡарары тураһында үҙенең фекерен әйтте: — Башта был турнирҙың мәғәнәһе Гагарин кубогы өсөн плей-офф ярыштарына эләкмәгән командалар өсөн миҙгелде оҙонайтыу була. Шул уҡ ваҡытта беҙ командаларҙа бюджеттарында ҡаралмаған өҫтәмә аҡса сарыф итеүҙәр килеп сығыуын аңлайбыҙ. Шуның өсөн Лига клубтарҙың күсеп йөрөүҙәрен үҙе түләй һәм турнирҙың приз фондон эшләй. Беҙҙең илдә һәм Европала әлеге экономик хәлдең яҡшынан йыраҡ булыуы сер түгел, һәм хужалыҡ эшмәкәрлегенең бөтә субъектары тиерлек үҙҙәренең сығымдарын әҙәйтергә мәжбүр булалар. Был Континенталь хоккей лигаға ла ҡағыла. Килеп сыҡҡан иҫәпләүҙәр быйылғы миҙгелдә һәм артабан Өмөт кубогы экономик яҡтан эффектив тугел булғанын күрһәтә. Беҙ был турнирҙы яратып өлгөргәндәрҙән һәм турнирға күнеккәндәрҙән ғәфү итеүҙе һорайбыҙ һәм ҡасандыр киләсәктә ошондайыраҡ ярыш КХЛ календаренә ҡайтыуын иҫтән сығармайбыҙ.
Бобров дивизионы | |||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Команда | Ҡала | Арена | Нигеҙләнгән | КХЛ | Дивизионды еңеү | Конференцияны еңеү | Гагарин кубогы | Баш тренер | Капитан |
Динамо | Мәскәү | ВТБ Арена | 1946 | 2008 | 2011, 2014* | 2012, 2013 | 2012, 2013 | Владимир Крикунов | Вадим Шипачёв |
Динамо | Рига | Арена Рига | 1946 | 2008 | — | — | — | Гиртс Анкипанс | Лаурис Дарзиньш |
Йокерит | Хельсинки | Хартвалл Арена | 1967 | 2014 | 2016 | — | — | Лаури Марьямяки | Петер Регин |
Северсталь | Череповец | Боҙ һарайы | 1956 | 2008 | — | — | — | Андрей Разин | Юрий Трубачёв |
СКА | С.-Петербург | Боҙ һарайы | 1946 | 2008 | 2010, 2012—2015, 2017—2019 | 2015, 2017 | 2015, 2017 | Алексей Кудашов | Сергей Плотников |
Спартак | Мәскәү | ЦСКА Арена | 1946 | 2008 һәм 2015 | — | — | — | Олег Знарок | Андрей Кутейкин |
Тарасов дивизионы | |||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Команда | Ҡала | Арена | Нигеҙләнгән | КХЛ | Дивизионды еңеү | Конференцияны еңеү | Гагарин кубогы | Баш тренер | Капитан |
Витязь | Подольск | «Витязь» боҙ һарайы | 1996 | 2008 | — | — | — | Михаил Кравец | Александр Сёмин |
Динамо | Минск | Минск-Арена | 1976 | 2008 | — | — | — | Крэйг Вудкрофт | Александр Павлович |
Локомотив | Ярославль | Арена 2000 | 1959 | 2008 | 2009*, 2011 | — | — | Крэйг Мактавиш | Стаффан Кронвалль |
Сочи | Сочи | «Большой» боҙ һарайы | 2014 | 2014 | — | — | — | Сергей Зубов | Никита Щитов |
Торпедо | Түбәнге Новгород | «Нагорный» профсоюздар спорт һарайы | 1946 | 2008 | 2012 | — | — | Дэвид Немировски | Михаил Варнаков |
ЦСКА | Мәскәү | ЦСКА Арена | 1946 | 2008 | 2009, 2015—2019 | 2016, 2018—2019 | 2019 | Игорь Никитин | Сергей Андронов |
Харламов дивизионы | ||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Команда | Ҡала | Арена | Нигеҙләнгән | КХЛ | Дивизионды еңеү | Конференцияны еңеү | Гагарин Кубогы | Баш тренер | Капитан | |
Автомобилист | Екатеринбург | «Уралец» МКК | 2006 | 2008 | 2019 | — | — | Андрей Мартемьянов | Найджел Доус | |
Аҡ Барс | Ҡазан | Татнефть-Арена | 1956 | 2008 | 2009*, 2011, 2013, 2015, 2018 | 2010, 2015, 2018 | 2009, 2010, 2018 | Дмитрий Квартальнов | Данис Зарипов | |
Металлург | Магнитогорск | Арена-Металлург | 1955 | 2008 | 2010, 2014, 2016—2017 | 2014, 2016—2017 | 2014, 2016 | Йозеф Яндач | Сергей Мозякин | |
Нефтехимик | Түбәнге Кама | «Нефтехимик» СМК | 1968 | 2008 | — | — | — | Вячеслав Буцаев | Андрей Нестрашил | |
Себер | Новосибирск | Концерт-спорт комплексы «Себер» | 1962 | 2008 | 2015* | — | — | Николай Заварухин | Александр Логинов | |
Трактор | Силәбе | «Трактор» БА | 1947 | 2008 | 2012 | 2012 | — | Петерис Скудра | Александр Шинин |
Чернышёв дивизионы | ||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Команда | Ҡала | Арена | Нигеҙләнгән | КХЛ | Дивизионды еңеү | Конференцияны еңеү | Гагарин Кубогы | Баш тренер | Капитан | |
Авангард | Омск | Балашиха Арена | 1950 | 2008 | 2011-2013, 2016—2017 | 2012, 2019 | — | Боб Хартли | Алексей Емелин | |
Адмирал | Владивосток | Фетисов-Арена | 2013 | — | — | — | Сергей Светлов | Константин Глазачев | ||
Амур | Хабаровск | Платинум Арена | 1957 | 2008 | — | — | — | Александр Гулявцев | Максим Кондратьев | |
Барыҫ | Астана | Барыҫ-Арена | 1999 | 2008 | 2014, 2019 | — | — | Андрей Скабелка | Даррен Диц | |
Куньлунь Ред Стар | Пекин | Шоуган Арена | 2016 | — | — | — | Курт Фрэйзер | Брэндон Ип | ||
Салауат Юлаев | Өфө | Өфө-Арена | 1961 | 2008 | 2009*, 2010, 2018 | 2011 | 2011 | Николай Цулыгин | Григорий Панин |
2008 йылда Лига барлыҡҡа килгәндән бирле КХЛ чемпионаттарында бөтәһе 35 команда ҡатнаша. 28 команда миҙгелдәрҙең береһендә булһа ла плей-офф ярыштарында ҡатнаша. Дүрт команда бар миҙгелдә лә плей-оффҡа эләгә.
Таблицала КХЛ чемпионаттарының даими өлөштәре һөҙөмтәләре буйынса командаларҙың урындары һәм КХЛ һәр миҙгеленең еткән плей-офф раунды күрһәтелгән (төҫ менән билдәләнгән). Командалар КХЛ чемпионаттарында һөҙөмтәләр әҙәйә барыу менән урынлашҡан.
|
|
* 2010 йылда ХК МВД менән ҡушылғанға тиклем «Динамо» Мск ҡатнашыу тарихтары ла һанала.
Сезон | Гагарин кубогы яулаусы | Гагарин кубогы финалисы | Континент кубогы яулаусы | Асыш кубогы яулаусы | Өмөт кубогы яулаусы |
---|---|---|---|---|---|
2018/19 | ЦСКА | Авангард | ЦСКА | СКА | |
2017/18 | Аҡ Барс | ЦСКА | СКА | СКА | |
2016/17 | СКА | Металлург (Магнитогорск) | ЦСКА | Металлург (Магнитогорск) | |
2015/16 | Металлург (Магнитогорск) | ЦСКА | ЦСКА | ЦСКА | |
2014/15 | СКА | Аҡ Барс | ЦСКА | Металлург (Магнитогорск) | |
2013/14 | Металлург (Магнитогорск) | Лев | Динамо (Мәскәү) | Динамо (Мәскәү) | Авангард |
2012/13 | Динамо (Мәскәү) | Трактор | СКА | Динамо (Мәскәү) | Динамо (Рига) |
2011/12 | Динамо (Мәскәү) | Авангард | Трактор | Салауат Юлаев | |
2010/11 | Салауат Юлаев | Атлант | Авангард | Динамо (Мәскәү) | |
2009/10 | Аҡ Барс | ХК МВД | Салауат Юлаев | Аҡ Барс | |
2008/09 | Аҡ Барс | Локомотив | Салауат Юлаев | ||
* Чемпионаттың даими өлөшө һөҙөмтәләре буйынса беренсе урын өсөн бүләк 2009/10 миҙгелдә ҡабул ителә. 2008/09 миҙгелдә «Салауат Юлаев» хоккей клубы даими беренселектең еңеүсеһе була.
Командалар | Титул |
---|---|
Аҡ Барс | 3 |
Динамо (Мск) | 2 |
Металлург (Мг) | 2 |
СКА | 2 |
Салауат Юлаев | 1 |
ЦСКА | 1 |
Йыл һайын КХЛ етәкселәре, генераль менеджерҙар, тренерҙар, уйынсылар һәм спорт журналистары һайлауҙары ярҙамында Лига тамамланған чемпионаттың иң яҡшы уйынсыларын билдәләй. Номинантар һәм еңеүселәр исемдәре миҙгел аҙағында финал уйындан һуң махсус кисәлә билдәле була. Шул кисә иң яҡшы командаларҙы, уйынсыларҙы, тренерҙарҙы, судьяларҙы, команда етәкселәрен һәм КМС билдәләүгә һәм тамамланған миҙгелде йомғаҡлауға бағышлана. Иң престиж кубок — Гагарин кубогы, ул Гагарин кубогы плей-оффы тамамланыуы менән еңеүсегә бирелә. Даими миҙгелдә иң күп мәрәй йыйған команда Континент кубогын еңә. Плей-оффҡа эләкмәгән командалар үҙ-ара Өмөт кубогы өсөн уйнайҙар. Шулай уҡ даими миҙгелдә уйынсыларҙың статистикаһы нигеҙендә уларға күп төрлө бүләк бирелә. Даими беренселектең бүләктәренә өҫтәүенә плей-офф һәм бөтә миҙгел һөҙөмтәләре буйынса трофейҙар бирелә. Улар араһында ике хоккейсыға чемпионаттың иң тиҙ һәм иң һуң керетелгән голдары өсөн бирелгән «Секунда» призы; Алексей Черепанов исемендәге трофей — бөтә уйынсылар араһында тәүге тулы миҙгел уйнаған иң яҡшы хоккейсыға; «Алтын сәкән» призы — даими чемпионаттың иң яҡшы уйынсыһына; «Плей-офф оҫтаһы» призы — плей-офф иң яҡшы уйынсыһына. Тағы ла Континенталь Хоккей Лигаһы клубтарының иң яҡшы етәксеһе Валентин Сыч исемендә приз ала. Командаларҙан һәм клуб етәкселәренән башҡа, Лига иң яҡшы судьяны һайлай һәм уны махсус трофей менән бүләкләй.
КХЛ командалары ҙур халыҡ-ара хоккей турнирҙарында ла ҡатнаша.
Йыл һайын бер-нисә саҡырылған КХЛ клубтары Шпенглер кубогында ҡатнаша.
йыл | клуб | һөҙөмтә |
---|---|---|
2008 | Динамо М | Еңеүсе |
2009 | Динамо Мн | Еңеүсе |
2010 | СКА | Еңеүсе |
Спартак | Сирекфинал | |
2011 | Динамо Р | Финалсы |
2012 | Салауат Юлаев | Сирекфинал |
2013 | ЦСКА | Финалсы |
2014 | Салауат Юлаев | Финалсы |
Йокерит | Сирекфинал | |
Медвешчак | ||
2015 | Автомобилист | Сирекфинал |
Йокерит | ||
2016 | Автомобилист | Сирекфинал |
Динамо Мн | Ярымфинал | |
2017 | Динамо Р | Сирекфинал |
2018 | Металлург Мг | Сирекфинал |
2019 | Салауат Юлаев |
Ике тапҡыр КХЛ клубы Континенталь кубогында ҡатнаша.
Йыл | Команда | Һөҙөмтә |
---|---|---|
2013 | Донбасс | Еңеүсе |
2014 | Донбасс | 2 урын |
КХЛ клубтары чемпиондар лигаһының берҙән-бер ярышында ҡатнаша. 2014 йылда старт алған яңы Хоккей чемпиондар лигаһында КХЛ клубтары ҡатнашмай.
Йыл | Команда | Һөҙөмтә |
---|---|---|
2008/09 | Металлург Мг | Финалсы |
Салауат Юлаев | Ярымфинал |
Уйындарҙың трансляцияларына хоҡуҡтарына БДБ, Балтия, АҠШ һәм Канада илдәрендә күрһәткән КХЛ каналы эйә. Шулай уҡ ҡайһы бер уйындарҙы ҡатнашыусы илдәрҙең федераль каналдары һәм Рәсәйҙең региональ партнёрҙары күрһәтә. Федераль каналдар араһында уйындарҙы күрһәтә: Матч ТВ (Рәсәй), Беларусь-5 (Белоруссия), LTV7 (Латвия), 7 канал (Ҡаҙағстан).
Шулай уҡ КХЛ көн һайын лиганың интернет сайтынан тура трансляциялар ойоштора. Түләүле (шулай уҡ HD форматында) һәм түләүһеҙ трансляциялар YouTube Лиганың рәсми каналында. Дөйөм алғанда, КХЛ уйындарын 32 илдә ҡарайҙар[19].
КХЛ дүртенсе миҙгеленән башлап YouTube популяр видеохостингта лиганың каналы эшләй башлай.
Каналдың эсенә инә:
2008 йылдан башлап КХЛ Чемпионатының генераль партнёры һәм страховкалаған компанияһы.
2008 йылдан башлап КХЛ Чемпионатының партнёры.
2012 йылдан башлап КХЛ партнёры.
2015 йылдан башлап КХЛ рәсми партнеры.
2015 йылдан башлап КХЛ чемпионатының партнёры.
2015 йылдан башлап КХЛ Чемпионатының партнёры.
2017 йылдан башлап КХЛ Чемпионатының партнёры.
2017 йылдан башлап КХЛ Чемпионатының партнёры.
2018 йылдан башлап КХЛ Чемпионатының партнёры.
Телевизион контракттарҙан башҡа, боҙ майҙансығында һәм унан ситтә үҙҙәренең тауарҙарын ҡулланыу өсөн тәҡдим иткән күпселек компаниялар һәм ойошмалар менән бергә КХЛ эшләй.
КХЛ етәкселеге һүҙҙәре буйынса Лигаға Көнсығыштан да, Көнбайыштан да яңы клубтар керә ала. Ҡытай менән Ҡаҙағстандан икенсе һәм Япония менән Көньяҡ Кореянан яңы клубтар инеүе ихтимал. 2018 йылда Франция клубтары менән әңгәмәләр алып барыла, был йә Париждан, йә Марсельдән клуб була ала. Шулай уҡ Германиянан, Эстониянан һәм Бөйөк Британиянан клубтар өҫтәлеүе мөмкин.
2019/2020 йылдар миҙгеленән алып КХЛ-да Санкт-Петербургтан яңы команда килеп сығыуы көтөлә.
Команда | Маскот |
---|---|
Авангард | Ябай ҡарсыға һәм ҡарсыға-трансформер |
Автомобилист | Автик исемле мышы |
Адмирал | Капитан Врунгель һәм бесәй Матроска |
Аҡ Барс | Барыҫ |
Амур | Юлбарыҫ |
Барыҫ | Барыҫ |
Витязь | Святогор исемле баһадир |
Динамо М | Бүре |
Динамо Мн | Зубр һәм Динамомен |
Динамо Р | Хоккейсы |
Йокерит | Джокер |
Куньлунь Ред Стар | Аждаhа |
Локомотив | Мишка исемле айыу |
Металлург Мг | Тимоша исемле төлкө |
Нефтехимик | Каучонок һәм Бүре |
Салауат Юлаев | Салауат һәм Юлай исемле һыуһарҙар |
Себер | Ҡар бабай |
Северсталь | Сева исемле һеләүһен |
СКА | Ат-ут |
Слован | Харви исемле диңгеҙ бөркөтө |
Спартак | Гладиатор |
Сочи | Леопард |
Торпедо | Торрик һәм Виктория исемле боландар |
Трактор | Аҡ айыу |
ЦСКА | Ат |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.