From Wikipedia, the free encyclopedia
Гагарин Кубогы (рус. Кубок Гагарина) — 2008/2009 йылдар миҙгеленән башлап Континенталь хоккей лигаһының плей-офф уйындары еңеүсеһенә бирелгән хоккей бүләге.
Гагарин Кубогы | |
Нигеҙләү датаһы | 2008 |
---|---|
Спорт төрө | Шайбалы хоккей |
Кем хөрмәтенә аталған | Гагарин Юрий Алексеевич |
Награда тапшырыусы | Континенталь хоккей лигаһы |
Рәсми сайт | khl.ru |
Ай | Март |
Лауреаттар категорияһы | Категория:Гагарин кубогы еңеүселәре |
Гагарин Кубогы Викимилектә |
Кубок беренсе космонавт Юрий Гагариндың хөрмәтенә атала, күсмә булып тора. Бүләк, плей-оффтың финал серияһы тамамланғандан һуң, еңеүсе команда капитанына тапшырыла.
Лига етәксеһе Александр Медведев һүҙҙәре буйынса[1], Гагариндың исеме Рәсәй халҡында юғары ҡаҙаныштарҙы кәүҙәләндергән, Юрий Гагарин үҙе милләт символы булған өсөн һайланған. Бынан тыш, Континенталь хоккей лигаһын ойоштороусылар фекеренсә, Гагариндың йыһанда яһаған ҡаҙанышы хоккейҙағы алға китеш менән бәйле булырға тейеш. Шулай уҡ финал уйындары апрель башында уҙа, шул иҫәптән 12 апрелдә — Космонавтика көнөндә лә. Кубокка исем һайлағанда варианттар араһында Анатолий Тарасовтың да исеме була, ләкин уның хөрмәтенә лига дивизиондарының береһен атарға ҡарар ителә.
Кубокты Континенталь хоккей лигаһы тарихында тәүге «Бөтә йондоҙҙар матчы» ваҡытында күрһәтелә. Презентацияла уйынсы команда капитандары Алексей Яшин һәм Яромир Ягр була.
Гагарин Кубогын КХЛ-дың даими миҙгелендәге иң яҡшы 16 команда дүрт еңеүгә тиклем серияла уйнай. Әммә 16 иң көслө клуб иҫәбенә мәрәйҙәр буйынса иң яҡшы 16 клуб инмәй. Плей-офф уйындарына һәр конференциянан һигеҙ клуб сыға.
2009 йылдың 12 апрелендә Ҡазандан «Аҡ Барс» командаһы 2008/2009 йылдар миҙгелендә Гагарин кубогын яулай һәм КХЛ чемпионы була. КХЛ тарихында ете команда еңеү яулай: Аҡ Барс (Ҡазан) (2009, 2010, 2018) һәм Мәскәү ЦСКА-һы (2019, 2022, 2023) — өсәр тапҡыр, Мәскәү Динамоһы (2012, 2013), Металлург (Магнитогорск) (2014, 2016), СКА (Санкт-Петербург) (2015, 2017) — икешәр тапҡыр, Салауат Юлаев (2011) һәм Авангард (2021) — берәр тапҡыр.
2019/2020 йылдар миҙгелендә Гагарин Кубогы тарихта беренсе тапҡыр хужаһыҙ ҡала — плей-офф пандемия арҡаһында беренсе раундтан һуң ваҡытынан алда тамамлана[2].
Кубок 925-се пробалы көмөштән яһалған, тыштан алтын менән ялатылған. Алғы яғында Юрий Гагариндың скафандрҙағы һүрәте һәм осоусы комета уйылған, ә икенсе яғында хоккейсы (легенда буйынса, Всеволод Бобров) төшөрөлгән. Түңәрәк тирәләй ҙур булмаған шайбаларғаа еңеүсе командаларҙың исемдәре яҙылған. Кубоктың аҫҡы өлөшөндә КХЛ эмблемаһы һүрәтләнгән.
Кубоктың ауырлығы 26 килограмм 800 грамм тәшкил итә[3]. Фаразланыуынса, кубоктың күләме яҡынса 12 литр.
Кубок авторы — Рәссамдар союзы ағзаһы, «Майзель» ювелир студияһы[4]. етәксеһе Владимир Майзель[5].
2011/2012 йылдар миҙгеленән Кубок яулаған һәр хоккейсы һәм тренер бүләк менән бер көн үткәрергә хоҡуҡлы тигән ҡарар ҡабул ителә.
Кубок барған тәүге ҡала — Санкт-Петербург, унда уны Мәскәү «Динамо»һы хоккейсылары Константин Горовиков һәм Константин Волков алып килә. Шул ваҡыттан алып ул Рәсәйҙең күп кенә ҡалаларында һәм башҡа илдәрҙә — Белоруссияла, Ҡаҙағстанда, Латвияла, Словакияла, Чехияла, Финляндияла, Швецияла һәм Украинала була.
Йыл | Кңеүсе | Тренер | Еңелеүсе | Тренер | Счет | Еңеү голы |
---|---|---|---|---|---|---|
2023 | ЦСКА (З) | Сергей Фёдоров | Аҡ Барс (В) | Зинэтула Билялетдинов | 4-3 | Даррен Диц (31:28) |
2022 | ЦСКА (З) | Сергей Фёдоров | Металлург (В) | Илья Воробьёв | 4-3 | Александр Попов (09:29) |
2021 | Авангард (В) | Боб Хартли | ЦСКА (З) | Игорь Никитин | 4-2 | Сергей Толчинский (19:28) |
2020 | ||||||
2019 | ЦСКА (З) | Игорь Никитин | Авангард (В) | Боб Хартли | 4-0 | Максим Мамин (77:44) |
2018 | Аҡ Барс (В) | Зинэтула Билялетдинов | ЦСКА (З) | Игорь Никитин | 4-1 | Роб Клинкхаммер (41:06) |
2017 | СКА (З) | Олег Знарок | Металлург (В) | Илья Воробьёв | 4-1 | Илья Ковальчук (40:09) |
2016 | Металлург (В) | Илья Воробьёв | ЦСКА (З) | Дмитрий Квартальнов | 4-3 | Крис Ли (38:57) |
2015 | СКА (З) | Вячеслав Быков | Аҡ Барс (В) | Зинэтула Билялетдинов | 4-1 | Илья Ковальчук (06:31) |
2014 | Металлург (В) | Майк Кинэн | Лев (З) | Кари Ялонен | 4-3 | Сергей Мозякин (43:10) |
2013 | Динамо (З) | Олег Знарок | Трактор (В) | Валерий Белоусов | 4-2 | Алексей Цветков (65:57) |
2012 | Динамо (З) | Олег Знарок | Авангард (В) | Раймо Сумманен | 4-3 | Якуб Клепиш (52:03) |
2011 | Салауат Юлаев (В) | Вячеслав Быков | Атлант (З) | Милош Ржига | 4-1 | Александр Свитов (55:48) |
2010 | Аҡ Барс (В) | Зинэтула Билялетдинов | ХК МВД (З) | Олег Знарок | 4-3 | Никита Алексеев (21:18) |
2009 | Аҡ Барс | Зинэтула Билялетдинов | Локомотив | Кари Хейккиля | 4-3 | Алексей Морозов (50:04) |
Таблицала командалар еңеүҙәр һаны буйынса күрһәтелгән. Курсив менән хәҙер КХЛ-да уйнамаған командалар билдәләнә.
Команда | Еңеүҙәр | Финал иҫәбе |
Еңелеү | Еңеү, % | Финалда ҡатнашыу йылдары (ҡалын менән еңеү йылдары) |
---|---|---|---|---|---|
ЦСКА | 3 | 6 | 3 | 50,0 | 2016, 2018, 2019, 2021, 2022, 2023 |
Аҡ Барс | 3 | 5 | 2 | 60,0 | 2009, 2010, 2015, 2018, 2023 |
Металлург (Магнитогорск) | 2 | 4 | 2 | 50,0 | 2014, 2016, 2017, 2022 |
СКА | 2 | 2 | 0 | 100 | 2015, 2017 |
Динамо (Мәскәү) | 2 | 2 | 0 | 100 | 2012, 2013 |
Авангард | 1 | 3 | 2 | 33,3 | 2012, 2019, 2021 |
Салауат Юлаев | 1 | 1 | 0 | 100 | 2011 |
Локомотив | 0 | 1 | 1 | 0 | 2009 |
ХК МВД | 0 | 1 | 1 | 0 | 2010 |
Атлант | 0 | 1 | 1 | 0 | 2011 |
Трактор | 0 | 1 | 1 | 0 | 2013 |
Лев (Прага) | 0 | 1 | 1 | 0 | 2014 |
Уйын ваҡыты 100 минуттан артыҡ булған матчтар (5 осорҙан ашыу, еңеүсе команд ҡалын менән билдәләнә):
№ | Командалар | Дата | Уйын ваҡыты | Иҫәп төп ваҡытта |
Овертайм номеры |
Еңеү голы |
---|---|---|---|---|---|---|
1 | ЦСКА — Йокерит[6] | 22 март 2018 | 142 мин. | 1:1 (1:1, 0:0, 0:0) |
5 | Мика Ниеми |
2 | Локомотив — ЦСКА[7] | 5 март 2022 | 127 мин. | 2:2 (1:1, 0:1, 1:0) |
4 | Максим Соркин |
3 | Лев — Донбасс[8] | 21 март 2014 | 127 мин. | 3:3 (2:1, 1:1, 0:1) |
4 | Андрей Конев |
4 | Северсталь — Локомотив | 25 февраль 2013 | 119 мин. | 2:2 (1:2, 1:0, 0:0) |
3 | Денис Казионов |
5 | Адмирал — Металлург Мг | 12 март 2014 | 117 мин. | 2:2 (0:1, 2:0, 0:1) |
3 | Данис Зарипов |
6 | Витязь — СКА | 7 март 2020 | 114 мин. | 2:2 (1:1, 0:0, 1:1) |
3 | Лукас Бенгтссон |
7 | Торпедо НН — Салауат Юлаев | 11 март 2014 | 114 мин. | 1:1 (0:1, 0:0, 1:0) |
3 | Александр Степанов |
8 | ЦСКА — СКА | 10 апрель 2021 | 113 мин. | 2:2 (1:0, 0:2, 1:0) |
3 | Василий Подколзин |
9 | СКА — ЦСКА | 26 март 2016 | 112 мин. | 0:0 (0:0, 0:0, 0:0) |
3 | Джефф Плэтт |
10 | Металлург МГ — Авангард | 15 март 2011 | 110 мин. | 2:2 (1:1, 1:1, 0:0) |
3 | Андрей Первышин |
11 | Салауат Юлаев — Авангард | 8 апрель 2019 | 109 мин. | 0:0 (0:0, 0:0, 0:0) |
3 | Алексей Бондарев |
12 | Трактор — Аҡ Барс | 22 март 2012 | 109 мин. | 1:1 (0:0, 0:1, 1:0) |
3 | Данис Зарипов |
13 | Авангард — Адмирал | 22 февраль 2017 | 106 мин. | 1:1 (1:0, 0:1, 0:0) |
3 | Александр Кучерявенко |
14 | Аҡ Барс — Барыҫ (хоккей клубы) | 11 март 2010 | 105 мин. | 3:3 (0:2, 2:1, 1:0) |
3 | Нико Капанен |
15 | Себер — Салауат Юлаев | 6 март 2022 | 104 мин. | 1:1 (0:0, 1:0, 0:1) |
3 | Валентин Пьянов |
16 | Нефтехимик — Авангард | 28 февраль 2016 | 103 мин. | 2:2 (2:0, 0:1, 0:1) |
3 | Денис Паршин |
17 | ЦСКА — СКА | 28 март 2015 | 102 мин. | 2:2 (0:1, 1:0, 1:1) |
3 | |
18 | СКА — ЦСКА | 2 апрель 2023 | 102 мин. | 2:2 (0:1, 2:0, 0:1) |
3 | Никита Нестеров |
# | Сезондар | Уйынсы | Командалар | Мәрәйҙәр |
---|---|---|---|---|
1 | 13 | Сергей Мозякин | Атлант, Металлург Мг | 172 (68+104) |
2 | 13 | Данис Зарипов | Аҡ Барс, Металлург Мг | 128 (57+71) |
3 | 12 | Вадим Шипачёв | Северсталь, СКА, Динамо М, Аҡ Барс | 124 (38+86) |
4 | 7 | Александр Радулов | Салауат Юлаев, ЦСКА, Аҡ Барс | 108 (34+74) |
5 | 9 | Никита Гусев | ЦСКА, СКА, Амур, Югра | 96 (40+56) |
6 | 5 | Ян Коварж | Металлург Мг | 91 (32+59) |
7 | 7 | Патрик Торесен | СКА, Салауат Юлаев | 89 (28+61) |
8-11 | 7 | Константин Окулов | Себер (хоккей клубы), ЦСКА | 76 (29+47) |
8-11 | 11 | Сергей Плотников | Амур, Локомотив, СКА, Металлург Мг, ЦСКА | 76 (28+48) |
8-11 | 13 | Александр Попов | Авангард, ЦСКА | 76 (21+55) |
8-11 | 7 | Линус Умарк | Динамо М, Йокерит, Салауат Юлаев | 76 (18+58) |
# | Сезондар | Уйынсы | Командалар | Матчтар |
---|---|---|---|---|
1 | 15 | Евгений Бирюков | Металлург Мг, Салауат Юлаев | 178 |
2 | 14 | Илья Каблуков | Торпедо НН, Атлант, Спартак, СКА, Авангард, Динамо М | 166 |
3 | 13 | Кирилл Петров | Югра, ЦСКА, Авангард, Аҡ Барс | 165 |
4 | 13 | Александр Попов | Авангард, ЦСКА | 162 |
5 | 13 | Вадим Шипачёв | Северсталь, СКА, Динамо М, Аҡ Барс | 158 |
6 | 13 | Сергей Мозякин | Атлант, Металлург Мг | 157 |
7 | 13 | Данис Зарипов | Металлург Мг, Аҡ Барс | 154 |
8 | 14 | Василий Кошечкин | Лада, Северсталь, Металлург Мг | 154 |
9 | 13 | Антон Белов | СКА, Динамо М, Авангард | 151 |
10 | 13 | Григорий Панин | Аҡ Барс, ЦСКА, Салауат Юлаев | 150 |
# | Сезондар | Уйынсы | Командалар | Еңеү |
---|---|---|---|---|
1 | 14 | Василий Кошечкин | Лада, Северсталь, Металлург Мг | 86 |
2 | 12 | Александр Ерёменко | Салауат Юлаев, Динамо М | 68 |
3 | 6 | Илья Сорокин | ЦСКА, Металлург Н | 50 |
4 | 5 | Микко Коскинен | Себер, СКА | 50 |
5 | 4 | Петри Веханен | Аҡ Барс, Лев | 39 |
6 | 6 | Майкл Гарнетт | ХК МВД, Динамо М, Трактор, Слован, Медвешчак | 39 |
7 | 6 | Георгий Гелашвили | Локомотив, Металлург Мг, Торпедо НН | 35 |
8 | 11 | Константин Барулин | ЦСКА, Атлант, Аҡ Барс, Авангард, ХК Сочи, Металлург Нк | 31 |
9 | 5 | Карри Рамо | Йокерит, Авангард | 29 |
10 | 7 | Эмиль Ғарипов | Авангард, Аҡ Барс | 28 |
Бер плей-оффта иң яҡшы бомбардирҙар | Бер плей-оффта мәрәйҙәр буйынса иң яҡшылар | |||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
# | Уйынсы | Сезон | Клуб | У | Г | А | О | # | Уйынсы | Сезон | Клуб | И | Г | А | О | |
1 | Сергей Мозякин | 2013/14 | Металлург Мг | 21 | 13 | 20 | 33 | 1 | Крис Ли | 2016/17 | Металлург Мг | 18 | 1 | 14 | 15 | |
2 | Данис Зарипов | 2013/14 | Металлург Мг | 21 | 11 | 15 | 26 | 2 | Тэйлор Бек | 2018/19 | Авангард | 16 | 3 | 11 | 14 | |
3 | Ян Коварж | 2013/14 | Металлург Мг | 21 | 8 | 18 | 26 | 3 | Вадим Шипачёв | 2015/16 | СКА | 15 | 6 | 7 | 13 | |
4 | Сергей Мозякин | 2015/16 | Металлург Мг | 23 | 11 | 14 | 25 | 4 | Сергей Мозякин | 2016/17 | Металлург Мг | 17 | 3 | 10 | 13 | |
5 | Ян Коварж | 2016/17 | Металлург Мг | 18 | 10 | 15 | 25 | 5 | Никита Гусев | 2018/19 | СКА | 18 | 6 | 6 | 12 | |
Бер плей-офф уйындарында иң яҡшы бомбардирҙар | Бер плей-офф уйындарында иң яҡшы бомбардир-һаҡсылар | |||||||||||||||
# | Игрок | Сезон | Клуб | И | Г | # | Уйынсы | Сезон | Клуб | У | Г | А | О | |||
1 | Данис Зарипов | 2016/17 | Металлург Мг | 18 | 15 | 1 | Крис Ли | 2016/17 | Металлург Мг | 18 | 1 | 20 | 21 | |||
2 | Евгений Дадонов | 2014/15 | СКА | 22 | 15 | 2 | Патрик Херсли | 2016/!7 | СКА | 16 | 6 | 12 | 18 | |||
3 | Михаил Анисин | 2011/12 | Динамо М | 21 | 14 | 3 | Коди Франсон | 2018/19 | Авангард | 19 | 4 | 14 | 18 | |||
4 | Михаил Григоренко | 2018/19 | ЦСКА | 20 | 13 | 4 | Егор Яковлев | 2021/22 | Металлург Мг | 24 | 2 | 13 | 15 | |||
5 | Сергей Мозякин | 2013/14 | Металлург Мг | 21 | 13 | 5 | Антон Белов | 2016/17 | СКА | 18 | 3 | 11 | 14 | |||
Бер плей-офф уйындарында иң яҡшы ассистенттар | Бер плей-офф уйындарында иң яҡшы ҡапҡасыла | |||||||||||||||
# | Уйынсы | Сезон | Клуб | И | А | # | Ҡапҡасы | Сезон | Клуб | И | СИ | |||||
1 | Крис Ли | 2016/17 | Металлург Мг | 18 | 20 | 1 | Ларс Юханссон | 2020/21 | ЦСКА | 23 | 7 | |||||
2 | Сергей Мозякин | 2013/14 | Металлург Мг | 21 | 20 | 2 | Андерс Нильссон | 2014/15 | Аҡ Барс | 20 | 6 | |||||
3 | Ян Коварж | 2013/14 | Металлург Мг | 21 | 18 | 3 | Миико Коскинен | 2015/16 | СКА | 15 | 5 | |||||
4 | Сергей Мозякин | 2016/17 | Металлург Мг | 17 | 17 | 4 | Илья Сорокин | 2017/18 | ЦСКА | 18 | 5 | |||||
5 | Тэйлор Бек | 2018/19 | Авангард | 16 | 16 | 5 | Шимон Грубец | 2020/21 | Авангард | 18 | 5 |
Иҫкәрмәләр: И — Уйындар, Г — голдар, А — голлы тапшырыу, О — очколар, СИ — ҡоро уйындар.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.