From Wikipedia, the free encyclopedia
Иҙелбаев Нәжип Сафа улы, Нәжип Иҙелбай (12 март 1912 йыл — 1 октябрь 1991 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан журналист, шағир, тәржемәсе һәм драматург. 1974 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1943) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1968) ордендары кавалеры.
Нәжип Иҙелбай | |||
Исеме: |
Иҙелбаев Нәжип Сафа улы | ||
---|---|---|---|
Тыуған көнө: | |||
Тыуған урыны: |
Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе [1] Иҙелбай ауылы[2] | ||
Вафат булған көнө: | |||
Вафат булған урыны: | |||
Гражданлығы: | |||
Эшмәкәрлеге: |
Шағир, драматург, тәржемәсе | ||
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |||
Дебют: |
Күк шинель (1947) | ||
Наградалары: |
| ||
Нәжип Сафа улы Иҙелбаев 1912 йылдың 12 мартында Ырымбур губернаһының Орск өйәҙе Иҙелбай ауылында[2] тыуған. Ауылдарында асылған мәктәптә белем ала. Уны тамамларға тура килмәй. Урман ҡырҡыусы булып эшкә урынлаша. Бер аҙҙан ауыл Советында секретарь, китапханала эшләй.
1929 йылда Баймаҡтағы тау сәнәғәте техникумын тамамлап сыға. Баймаҡ ҡалаһындағы баҡыр заводына эшкә керә. Утыҙынсы йылдар башында Баймаҡ районында «Ҡыҙыл Баймаҡ» исемлe гәзит сыға башлағас, журналистикаға күсә.
1933 йылдан «Мәскәү-Волга» каналын төҙөүҙә эшләй, бер үк ваҡытта 1935 йылдан «Ударники канала» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр була.
1937—1938 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтендә мөхәррир, тәржемәсе вазифаларын башҡара. Ошо йылдарҙа ситтән тороп К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый.
1938 йылдан алып Ҡыҙыл Армия сафтарында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Взвод, рота командиры вазифаларын башҡара. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы[3], Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән бүләкләнгән.
Ҡаты яраланғас, Өфөгә ҡайта. 1945—1955 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны», «Ленинсы» гәзиттәрендә, Башҡортостан радиокомитетында эшләй.
1974 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Унлап шиғыр, бер нисә пьеса китабы авторы. Уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар билдәлелек яулаған.
1991 йылдың 1 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат була.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.