Дүртөйлө
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Дүртөйлө — ҡала. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында, Ағиҙел йылғаһының һул яғында, Өфө ҡалаһынан 123 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Дүртөйлө | |
Дүртөйлө | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 1795 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Дүртөйлө |
Рәсми тел | башҡортса һәм урыҫ теле |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Дүртөйлө районы һәм Дүртөйлө ҡалаһы ҡала биләмәһе[1] |
Административ-территориаль берәмек | Дүртөйлө ҡалаһы ҡала биләмәһе[1] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны |
4500 кеше (1939)[2], 4744 кеше (1959)[3], 14 264 кеше (1970)[4], 19 646 кеше (1979)[5], 25 264 кеше (1989)[6], 27 100 кеше (1992)[2], 29 700 кеше (1996)[2], 30 200 кеше (1998)[2], 30 600 кеше (2000)[2], 30 600 кеше (2001)[2], 29 984 кеше (2002)[7], 30 000 кеше (2003)[2], 30 400 кеше (2005)[2], 30 700 кеше (2006)[2], 31 000 кеше (2007)[2], 31 665 кеше (2008)[8], 31 403 кеше (2009)[9], 31 274 кеше (2010)[10], 31 300 кеше (2011)[2], 31 217 кеше (2012)[11], 31 152 кеше (2013)[12], 31 152 кеше (2014)[13], 30 943 кеше (2015)[14], 30 986 кеше (2016)[15], 30 858 кеше (2017)[16], 30 969 кеше (2018)[17], 30 912 кеше (2019)[18], 31 021 кеше (2020)[19], 31 185 кеше (2021)[20] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 100 метр |
Почта индексы | 452320 |
Рәсми сайт | admdurtuli.ru |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1722 |
Урындағы телефон коды | 34787 |
Дүртөйлө Викимилектә |
1964 йылдан ҡала тибындағы ҡасаба, 1989 йылдын республика әһәмиәтендәге ҡала. 2009 йылда 31,4 мең кеше йәшәгән.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 25235 | 12078 | 13157 | 47,9% | 52,1% |
2002 йыл 9 октябрь | 29984 | 14275 | 15709 | 47,6% | 52,4% |
2010 йыл 14 октябрь | |||||
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Нефть сығарыу башланғанға тиклем, Дүртөйлө ауылында пристань, бер нисә ауыл хужалығы сеймалын эшкәртеүсе (май заводы, элеватор һ.б.) предприятие булған. Дүртөйлөлә Илеш, Дүртөйлө, Саҡмағош райондары территорияһындағы нефть ятҡылыҡтарын файҙаланыусы «Саҡмағош нефть һәм газ табыу идаралығы» («Чекмагушевское НГДУ») урынлашҡан.
Тимер-бетон заводы, кирбес, нефть промыслыһы объекттарын хеҙмәтләндереүсе, һөт комбинаты, ит комбинаты эшләй.
Дүртөйлөнөң иҡтисади һәм социаль үҫешенә Ағиҙел йылғаһы аша төҙөлгән күпер ҙур йоғонто яһай. Дүртөйлө пристаны — тауар әйләнеше буйынса, Өфө һәм Бөрө пристандәренән ҡалышып, 3-сө урында.
Дүртөйлө — мөһим автомобиль юлдары төйөнө (Өфө — Ҡазан—Нефтекама—Дүртөйлө—Бүздәк).
Ҡалала 6 дөйөм урта белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 2 гимназия, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы, 3 китапхана, 4 дарыухана, нефтселәрҙең ял базаһы бар.
|
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.