From Wikipedia, the free encyclopedia
Гориневская Валентина Валентиновна (1882—1953) — ватан травматологияһына нигеҙ һалыусы, медицина фәндәре докторы (1935), профессор, РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1943)[1], медицина хеҙмәте полковнигы[2]. 100-ҙән ашыу фәнни эш авторы.
Гориневская Валентина Валентиновна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 1882 |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 25 сентябрь 1953 |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Атаһы | Гориневский, Валентин Владиславович[d] |
Һөнәр төрө | табип, хирург |
Эшмәкәрлек төрө | хирургия[d] |
Уҡыу йорто | Санкт-Петербург ҡатын-ҡыҙҙар медицина институты |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] һәм профессор[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Валентина Валентиновна Гориневская 1882 йылда Санкт-Петербургта профессор В. В. Гориневский ғаиләһендә тыуған.
1908 йылда Ҡатын-ҡыҙҙар медицина институтын тамамлай Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Көнбайыш фронттың хирургия госпиталендә эшләй.
1920 йылда Һамарҙа дәүләт университеты базаһында дөйөм хирургия кафедраһы ойошторола, кафедра мөдире итеп шул уҡ ваҡытта билдәле булған рус травматологы Валентина Валентиновна Гориневская тәғәйенләнә. Фәнни кадрҙар әҙерләү буйынса Гориневская тарафынан студенттарҙың ғилми түңәрәктәре ойошторола, 1923 йылда ул медицина факультетында студенттарҙың ғилми йәмғиәте була.
1925 йылда Мәскәүҙә ҡайта һәм 1931 йылда Мәскәүҙә Дауалау-протез институтында травматология бүлегенең мөдире була. 1932 йылда Гориневская Н.В. Склифософский исемендәге ашығыс ярҙам ғилми-тикшеренеү институтының травмотология бүлегенең беренсе мөдире була, уны 1939 йылға тиклем етәкләй. Бер үк ваҡытта табиптарҙың белемен камиллаштырыу Үҙәк институтында травматология кафедраһын етәкләй һәм Мәскәү институттарында уҡыта. 1936 йылда ҡайһы бер һөйәк һыныу билдәләрен һүрәтләй, уны «Гориневская симптомы» тип атайҙар.[3]
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында В.В. Гориневская Ҡыҙыл Армияның Баш хәрби-санитар идаралығы инспекторы-консультанты була, еңел яралылар өсөн госпиталь ойоштора. 1945 йылда «Советская женщина» журналында уның тураһында «Хирург на фронте» мәҡәләһе баҫылып сыға. 1944 йылда сыҡҡан уның «Комплексное лечение в госпиталях для легкораненых» монографияһы баҫылып сыға.[4] 1953 йылға тиклем табиптарҙың белемен камиллаштырыу Үҙәк институты янындағы хәрби-медицина факультетының хәрби-ялан хирургияһы кафедраһын етәкләй.
Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Мемориальная доска на Новодевичем кладбище | |
1957 йылдың 25 сентябрендә Мәскәүҙә була. Новодевичье зыяратында, атаһы һәм апаһы Вероника менән йәнәш ерләнә.[5]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.