Remove ads
Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһындағы Ишембай районы ауылы From Wikipedia, the free encyclopedia
Үрге Этҡол (рус. Верхнеиткулово) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 888 кеше[2]. Этҡол ауыл Советының административ үҙәге. Почта индексы — 453224, ОКАТО коды — 80231830001.
Ауыл | |
Верхнеиткулово башҡ. Үрге Этҡол | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл Советы | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Бейеклеге |
285 м |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453224 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Этҡол ауылына 1774 йылда Юрматы ырыуының Аҙнай түбәһе кешеләре нигеҙ һалған. Беренсе күскенсе билдәһеҙ. Улы Сәфәрғәле Этҡолов 1774 йылда тыуған. Ейәндәре Тимербулат, Сынбулат (уның улдары: Фәттәхетдин, Хисаметдин.
XVIII быуат аҙағында ауыл 68 ихатанан тора, унда 358 кеше йәшәй. XIX быуат уртаһында 76 йортта 644 кеше йәшәгән. Х ревизия 423 кеше йәшәгән 65 йорттан торған төп ауылды һәм 290 кеше йәшәгән 36 ихатанан торған бүлендек ауылды күрһәтә. Үрге Этҡолда 1920 йылда 91 йортта 464 кеше иҫәпләнә, Түбәнге Этҡолда — 541 кеше һәм 123 йорт. Икеһе лә Аҙнаев улусы үҙәге булған Көҫәпҡол ауылынан 20 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡандар.
1833 йылда Яңы Юрматы ауылына 3 ғаилә (Айыт Ялсин, Абдулла һәм Йосоп Ишберҙиндәр) күсеп килә. Идара итеүсе Сенат указына ярашлы ауылға сумаҙанлы татарҙарҙың (почта ташыусы) 3 ғаиләһе килә.
Фамилияларҙы барлыҡҡа килтереүселәрҙең бер нисәһенең исемен атайыҡ. 1816 йылда бында 76 йәшлек Үҙәнбай Мусин һәм уның 36 йәшлек улы Салауат, ейәндәре Юныс (10 йәш), Яҡуп (8 йәшлек), Аллабирҙе (2 йәшлек) йәшәй.
1839 йылда 476 кеше йәшәгән 75 йортҡа 765 ат, 654 һыйыр, 239 һарыҡ, 150 кәзә тура килә. Өс йылдан һуң 464 бот көҙгө һәм 1840 бот яҙғы иген сәселгән. Шул уҡ ваҡытта ауыл янында һыу тирмәне булған. 1920 йылда Түбәнге Этҡол ауылында Ведерников тирмәне эшләй[3].
1-се Май урамында 1774 йылда төҙөлгән йорт һаҡланған.
Элегерәк ауыл Аҙнай улусына (үҙәге — Көҫәпҡол) ингән.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 888 | 443 | 445 | 49,9 | 50,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Ауыл Һәләүек йылғаһы буйында, ауылдан өс йөҙ метр самаһы бейеклектәге Арҡы-Ялан яҫы таулығы эргәһендә урынлашҡан. Үрге Этҡолдан тыш, Һәләүек йылғаһының икенсе ярында, ҙурайып киткән Этҡол ауылының бер өлөшө булған Түбәнге Этҡол ауылы тора.
Урам исеме[4]:
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Үрге Этҡол Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.