Шайбалы хоккей буйынса Канада йыйылма командаһы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Шайбалы хоккей буйынса Канада йыйылма командаһы

Шайбалы хоккей буйынса Канада йыйылма командаһы — шайбалы хоккей буйынса халыҡ-ара турнирҙарҙа Канада исеменән сығыш яһаусы милли команда. Канада хоккей федерацияһы тарафынан идара ителә. Йыйылма команда 1920 йылдан алып Халыҡ-ара хоккей федерацияһы ағзаһы булып тора. Һуңғы йылдарҙа тулыһынса Милли хоккей лигаһы нан комплектлана. «Канада командаһы» тип 1972 йылдағы СССР — Канада суперсерияһынан һуң атала башлай һәм артабан йыш ҡулланыла.

Ҡыҫҡа факттар Шайбалы хоккей буйынса Канада йыйылма командаһы ...
Шайбалы хоккей буйынса Канада йыйылма командаһы
Ҡушаматы Саған япраҡтары
англ. Maple Leafs
фр. Feuilles d'Errables
Федерация Канада хоккей федерацияһы
Халыҡ-ара хоккей федерацияһы коды CAN
Ил Канада
Команданың төҫтәре               
Форма
Thumb
Баш тренер Андре Туриньи
Капитан Тайлер Тоффоли (ЧМ-2023)
Иң күп
уйын иҫәбе
Брэд Шлегел (304)
Иң яҡшы
бомбардир
(гол+пас)
Клифф Роннинг (156)
Рейтинг ИИХФ Халыҡ-ара хоккей федерацияһы рейтингы (ағымдағы)
1 (макс.)
5 (мин.)
Беренсе уйын
Канада 8:1 Швейцария
(Лез Аван, Швейцария; 10 ғинуар 1910)
Иң ҙур еңеү
Канада 47:0 Дания
(Стокгольм, Швеция; 12 февраль 1949)
Иң ҙур еңелеү
СССР 11:1 Канада
(Вена, Австрия; 24 апрель 1977)
Олимпия уйындары
Ҡатнашыу 22 (Беренсе уйын: 1920)
Уңыштары (1920, 1924, 1928, 1932, 1948, 1952, 2002, 2010, 2014)
(1936, 1960, 1992, 1994)
(1956, 1968, 2018)
Донъя чемпионаты
Ҡатнашыу 72 (Беренсе 1920)
Уңыштары (1920, 1924, 1928, 1930, 1931, 1932, 1934, 1935, 1937, 1938, 1939, 1948, 1950, 1951, 1952, 1955, 1958, 1959, 1961, 1994, 1997, 2003, 2004, 2007, 2015, 2016, 2021, 2023)
(1933, 1936, 1949, 1954, 1960, 1962, 1985, 1989, 1991, 1996, 2005, 2008, 2009, 2017, 2019, 2022)
(1956, 1966, 1967, 1968, 1978, 1982, 1983, 1986, 1995)
Ябырға

Хоккей барлыҡҡа килгән ил командаһы булараҡ, Канада йыйылма командаһы халыҡ-ара сәхнәлә иң көслө командаларҙың береһе тип һанала, 2018 йылда Халыҡ-ара хоккей федерацияһы рейтингында беренсе урында тора[1]. 1972 йылда СССР-Канада суперсерияһында, Канаданың 5 кубогының дүртәүһендә, Олимпия уйындарының туғыҙында һәм 28 донъя чемпионатында еңә. 16 тапҡыр Шпенглер кубогын һәм ике тапҡыр (2004 һәм 2016 йылдарҙа) Донъя кубогын яулай. Рәсәй, Швеция, Финляндия, Чехия һәм АҠШ йыйылма командалары менән бер рәттән иң көслө командаларҙың береһе булып тора.

Тарихы

1920 йылдан 1963 йылға тиклем Канада йыйылма командаһын һәүәҫкәр клубтарҙың береһе, йышыраҡ Аллан Кубогын яулаусы йәки финалисы тәшкил итә. 1962 йылда Дэвид Бауэр Канада һәүәҫкәр хоккей ассоциацияһына бөтә Канада һәүәҫкәрҙәренән торған йыйылма хоккей командаһы йыйырға тәҡдим итә. Тәҡдим ҡабул ителә, һәм Британ Колумбияһы университеты команданың базаһына әйләнә. Яңы команданың беренсе ҙур турниры 1964 йылғы Олимпиада була, унда Канада дүртенсе урынды биләй. 1964 йылдан Канада йыйылма командаһы донъя чемпионатының 5 тапҡыр еңә һәм 2 Олимпия уйындары миҙалы яулай.

СССР халыҡ-ара хоккей аренаһына килгәнгә тиклем Канада тулыһынса халыҡ-ара хоккейҙа өҫтөнлөк итә. 1954 йылға тиклем Канада командаһы донъя чемпионатының 18 алтын миҙалының 15-ен яулай.

Әммә 1954 йылдан һуң канадалылар СССР командаһынан, шулай уҡ Чехословакия һәм Швеция йыйылма командаларынан йыш еңелә башлай.

1977 йылға тиклем профессиональ уйынсыларға Халыҡ-ара хоккей федерацияһы турнирҙарында ҡатнашыу тыйыла. СССР, Чехословакия һәм башҡа ҡайһы бер илдәрҙең хоккейсылары һәүәҫкәр тип һанал, әммә спорт уларҙың берҙән-бер шөғөлө була. Бындай хәл Канада хоккей федерацияһын оҡшамай һәм 1970 йылда ИИФХ составынан сыға. 1977 йылда, ИИФХ башлығы Гюнтер Сабецки һәм Канада һәм АҠШ хоккейсылары араһында һөйләшеүҙәрҙән һуң, профессионалдарға халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашырға рөхсәт ителә, ә Канада кире инә. Шуға ҡарамаҫтан, Канада йыйылма командаһы бер тапҡыр ҙа донъя чемпионатына көслө состав йыя алмай, сөнки донъя чемпионаты Стэнли Кубогының плей-офф уйындары менән бер үк ваҡытта үткәрелә.

Донъяның иң көслө хоккейсылары ҡатнашлығындағы биш Олимпиаданың өсәүһендә — 2002, 2010, 2014 йылдарҙа Канада командаһы алтын яулай.

Беркетелгән номерҙар
  1. Марио Лемьё
  2. Уэйн Гретцки

Уңыштары

Олимпия уйындары

Шулай уҡ 1920 һәм 1968 йылдар араһында хоккей буйынса Олимпия турнирҙары донъя чемпионаттары тип һанала[2].

Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, Үткәрелеү урыны ...
ЙылҮткәрелеү урыныҺөҙөмтә
1920Антверпен, БельгияАлтын
1924Шамони, ФранцияАлтын
1928Санкт-Мориц, ШвейцарияАлтын
1932Лейк-Плэсид, АҠШАлтын
1936Гармиш-Партенкирхен, ГерманияКөмөш
1940 һәм 1944 йылдарҙа Олимпиада Икенсе донъя һуғышы арҡаһында үткәрелмәй.
1948Санкт-Мориц, ШвейцарияАлтын
1952Осло, НорвегияАлтын
1956Кортина д'Ампеццо, ИталияБронза
1960Скво-Вэлли, АҠШКөмөш
1964Инсбрук, Австрия4-се урын
1968Гренобль, ФранцияБронза
1972 һәм 1976 йылдарҙа Олимпиадала ҡатнашмай.
1980Лейк-Плэсид, АҠШ6-сы урын
1984Сараево, Югославия4-се урын
1988Калгари, Канада4-се урын
1992Альбервиль, ФранцияКөмөш
1994Лиллехаммер, НорвегияКөмөш
1998Нагано, Япония4-е место
2002Солт-Лейк-Сити, АҠШАлтын
2006Турин, Италия7-се урын
2010Ванкувер, КанадаАлтын
2014Сочи, РәсәйАлтын
2018Пхёнчхан, Корея РеспубликаһыБронза
2022Пекин, Ҡытай6-сы урын
Ябырға

Донъя чемпионаттары

1920 һәм 1968 йылдар араһында хоккей буйынса Олимпия турнирҙары донъя чемпионаттары тип һанала[2], шулай итеп, хоккей буйынса 1920 йылғы Олимпия уйындарында хоккей буйынса беренсе донъя чемпионаты һанала. Донъя чемпионаты 1980, 1984 һәм 1988 йылдарҙа ҡышҡы Олимпия уйындары һәм 2020 йылда коронавирус пандемияһы арҡаһында үткәрелмәй.[2].

Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, Үткәрелеү урыны ...
ЙылҮткәрелеү урыныҺөҙөмтә
1920Антверпен, БельгияАлтын
1924Шамони, ФранцияАлтын
1928Санкт-Мориц, ШвейцарияАлтын
1930Шамони, Франция; Берлин, Германия; Вена, АвстрияАлтын
1931Крыница-Здруй, ПольшаАлтын
1932Лейк-Плэсид, АҠШАлтын
1933Прага, ЧехословакияКөмөш
1934Милан, ИталияАлтын
1935Давос, ШвейцарияАлтын
1936Гармиш-Партенкирхен, ГерманияКөмөш
1937Лондон, Бөйөк БританияАлтын
1938Прага, ЧехословакияАлтын
1939Цюрих/Базель, ШвейцарияАлтын
Донъя чемпионаттары 1940—1946 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы арҡаһында үткәрелмәй.
1947Ҡатнашмай
1948Санкт-Мориц, ШвейцарияАлтын
1949Стокгольм, ШвецияКөмөш
1950Лондон, Бөйөк БританияАлтын
1951Париж, ФранцияАлтын
1952Осло, НорвегияАлтын
1953Ҡатнашмай
1954Стокгольм, ШвецияКөмөш
1955Крефельд/Дортмунд/Кёльн, ФРГАлтын
1956Кортина д'Ампеццо, ИталияБронза
1957Ҡатнашмай
1958Осло, НорвегияАлтын
1959Прага/Братислава, ЧехословакияАлтын
1960Скво-Велли, СШАКөмөш
1961Женева/Лозанна, ШвейцарияАлтын
1962Колорадо-Спрингс/Денвер, СШАКөмөш
1963Стокгольм, Швеция4-се урын
1964Инсбрук, Австрия4-се урын
1965Тампере, Финляндия4-се урын
1966Любляна, ЮгославияБронза
1967Вена, АвстрияБронза
1968Гренобль, ФранцияБронза
1969Стокгольм, Швеция4-се урын
Канада 1970—1976 йылдарҙа Халыҡ-ара хоккей федерацияһы турнирҙарында ҡатнашмай
1977Вена, Австрия4-се урын
1978Прага, ЧССРБронза
1979Мәскәү, СССР4-се урын
1981Гётеборг/Стокгольм, Швеция4-се урын
1982Хельсинки/Тампере, ФинляндияБронза
1983Дюссельдорф/Дортмунд/Мюнхен, ФРГБронза
1985Прага, ЧССРКөмөш
1986Мәскәү, СССРБронза
1987Вена, Австрия4-се урын
1989Стокгольм/Сёдертелье, ШвецияКөмөш
1990Берн/Фрибур, Швейцария4-се урын
1991Турку/Хельсинки/Тампере, ФинляндияКөмөш
1992Прага/Братислава, Чехословакия7-се урын
1993Дортмунд/Мюнхен, ФРГ4-се урын
1994Больцано/Канацеи/Милан, ИталияАлтын
1995Стокгольм/Евле, ШвецияБронза
1996Вена, АвстрияКөмөш
1997Турку/Хельсинки/Тампере, ФинляндияАлтын
1998Цюрих/Базель, Швейцария6-сы урын
1999Осло/Лиллехаммер/Хамар, Норвегия4-се урын
2000Санкт-Петербург, Рәсәй4-се урын
2001Кёльн/Ганновер/Нюрнберг, ФРГ5-се урын
2002Гётеборг/Карлстад/Йёнчёпинг, Швеция6-сы урын
2003Турку/Хельсинки/Тампере, ФинляндияАлтын
2004Прага/Острава, ЧехияАлтын
2005Инсбрук/Вена, АвстрияКөмөш
2006Рига, Латвия4-се урын
2007Мәскәү/Мытищи, РәсәйАлтын
2008Квебек/Галифакс, КанадаКөмөш
2009Берн/Цюрих, ШвейцарияКөмөш
2010Кёльн/Маннгейм/Гельзенкирхен, Германия7-се урын
2011Братислава/Кошице, Словакия5-се урын
2012Хельсинки, Финляндия/Стокгольм, Швеция5-се урын
2013Стокгольм, Швеция/Хельсинки, Финляндия5-се урын
2014Минск, Белоруссия5-се урын
2015Прага/Острава, ЧехияАлтын
2016Мәскәү/Санкт-Петербург, РәсәйАлтын
2017Кёльн, Германия/Париж, ФранцияКөмөш
2018Копенгаген/Хернинг, Дания4-се урын
2019Братислава/Кошице, СловакияКөмөш
2021Рига, Латвия Алтын
2022Хельсинки/Тампере, ФинляндияКөмөш
2023Тампере/Рига, Финляндия Алтын
Ябырға

СССР йыйылма команда менән суперсериялар

  • 1972 Канада (НХЛ) — СССР — Еңеү: 4-1-3
  • 1974 Канада (ВХА)[3] — СССР — Еңелеү: 1-3-4

Канада Кубогы

  • 1976 — Еңеү
  • 1981 — 2-се урын
  • 1984 — Еңеү
  • 1987 — Еңеү
  • 1991 — Еңеү

Донъя Кубогы

  • 2 1996 — 2-се урын
  • 1 2004 — Еңеү
  • 1 2016 — Еңеү

Шпенглер кубогы

Шпенглер кубогында Канада йыйылма командаһы Европа клубтары командаларына ҡаршы көс һынаша Башта был турнирҙа Канада исеменән даими милли йыйылма команда сығыш яһай, әммә һуңыраҡ Европа лигаларында йәки Америка хоккей лигаһында сығыш яһаусы канадалыларҙан тора. Бөтәһе Канада йыйылма командаһы Шпенглер кубогын 16 тапҡыр яулай.

Ентеклерәк мәғлүмәт Һөҙөмтә, Йыл ...
ҺөҙөмтәЙыл
Еңеү1984, 1986, 1987, 1992, 1995, 1996, 1997, 1998, 2002, 2003, 2007, 2012, 2015, 2016, 2017, 2019
2-се урын1985, 1988, 1990, 2000, 2001, 2005, 2006, 2008, 2010, 2018
3-сө урын1989, 1991, 1994, 1999, 2004, 2009
Ябырға

Тренерҙар

Олимпия уйындары

  1. Фрэнк Ранкин, 1924
  2. Конн Смит, 1928
  3. Джэк Хьюз, 1932
  4. Эл Падас, 1936
  5. Фрэнк Боучер, 1948
  6. Луи Холмс, 1952
  7. Бобби Бауэр, 1956, 1960
  8. Дэвид Бауэр, 1964
  9. Джэкки Маклеод, 1968
  10. Лорн Дэвис, Клэр Дрэйк, Том Уатт (бергә), 1980
  11. Дэйв Кинг, 1984, 1988, 1992
  12. Том Ренни, 1994
  13. Марк Кроуфорд, 1998
  14. Пэт Куинн, 2002, 2006
  15. Майк Бэбкок, 2010, 2014
  16. Уилли Дежарден, 2018
  17. Клод Жюльен / Джереми Коллитон (вазифа башҡарыусы), 2022

Суперсериялар

  1. Гарри Синден, 1972 (НХЛ)
  2. Билли Харрис, 1974 (ВХА)

Канада Кубогы

  1. Скотти Боумэн, 1976, 1981
  2. Глен Сатер, 1984
  3. Майк Кинан, 1987 һәм 1991

Донъя Кубогы

  1. Глен Сатер, 1996
  2. Пэт Куинн, 2004
  3. Майк Бэбкок, 2016

Донъя чемпионаттары

  1. Гордон Сигурйонсон, 1920
  2. Лез Аллен, 1930
  3. Блэйк Уилсон, 1931
  4. Харолд Баллард, 1933
  5. Джонни Уолкер, 1934
  6. Скотти Оливер, 1935
  7. Джон Ачтзенер, 1937
  8. Макс Силверман, 1938
  9. Элмен Пайпер, 1939
  10. Макс Силверман, 1949
  11. Джимми Грэм, 1950
  12. Дик Грэй, 1951
  13. Грег Карри, 1954
  14. Грант Уорик, 1955
  15. Сид Смит, 1958
  16. Айк Хилдебранд, 1959
  17. Ллойд Роубелл, 1961, 1962
  18. Бобби Кромм, 1963
  19. Гордон Симпсон, 1965
  20. Джэкки Маклеод, 1966, 1967, 1969
  21. Джонни Уилсо
  22. Дон Черри, 1981
  23. Ред Беренсон, 1982
  24. Дэйв Кинг 1983, 1987, 1989, 1990, 1991, 1992
  25. Даг Карпентер, 1985
  26. Пэт Куинн, 1986
  27. Майк Кинан, 1993
  28. Джордж Кингстон, 1994
  29. Том Ренни, 1995, 1996, 2000
  30. Энди Мюррей, 1997, 1998, 2003, 2007
  31. Майк Джонстон, 1999
  32. Уэйн Флеминг, 2001, 2002
  33. Майк Бэбкок, 2004
  34. Марк Хабшейд, 2005, 2006
  35. Кен Хичкок, 2008, 2011
  36. Линди Рафф, 2009, 2013
  37. Крейг Мактавиш, 2010
  38. Брент Саттер, 2012
  39. Дэйв Типпетт, 2014
  40. Тодд Маклеллан, 2015
  41. Билл Питерс, 2016, 2018
  42. Джон Купер, 2017
  43. Ален Виньо, 2019
  44. Жерар Галлан, 2021
  45. Клод Жюльен, 2022
  46. Андре Туриньи, 2023

Формаһы

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.