From Wikipedia, the free encyclopedia
Сөйөмбикә (нуғ. Суьйимбийке, татар. Сөембикә, тыуған йылы 1521 йыл тирәһе) Ҡаҙан ханлығы хакимәһе (1549—1551), Йәнғәле (1533—1535), Сафагәрәй һәм Шәғәле Ҡаҙан хандарының ҡатыны, нуғай бейе Йософтың ҡыҙы һәм Нуғай Урҙаһы династияһына нигеҙ һалыусы Иҙеүкәйҙең бүләсәре.
Сөйөмбикә | |
татар. Сөембикә | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 1516 |
Тыуған урыны | Ҡазан ханлығы |
Вафат булған көнө | 1557 |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Урыҫ дәүләте |
Атаһы | Йософ |
Хәләл ефете | Джан-Али[d], Сафа-Гирей[d] һәм Шах-Али[d] |
Балалары | Утямыш-Гирей[d] |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | регент[d] |
Сөйөмбикә Викимилектә |
Сөйөмбикәнең беренсе ире Йәнғәле бәләкәй сағында кенәз Булат Ширин һәм Мәскәү кенәзе Василий III етәкселегендәге Мәскәү яҡлы хөкүмәттең килешелгән ҡарары менән тәхеткә ултыртыла. Хан бәләкәй сағында идара итеүҙе батша ҡыҙы Гәүһәршат башҡара. 1533 йылда ул Йәнғәленең Сөйөмбикә менән никахын ойоштора (ул ваҡытта уға ни бары 12 йәш була), был хандың бәлиғ булыуына һәм властың уға күсеүенә тура килә. Никах Мәскәү менән килешелә, өҫтәүенә Мәскәү бик тиҙ ризалаша, сөнки был никах аша нуғай бейе Йософто яҡынайтырға һәм үҙенең ҡайныһы, Нуғай мирзаһы Әмәй янындағы, Ҡырым династияһынан булған, ҡолатылған Сафагәрәй ханға билдәле бер ҡапма-ҡаршылыҡ тыуҙырырға өмөтләнә. Никах уңышһыҙ була, хан ҡатынын һанға һуҡмай, уларҙың балалары булмай. Сөйөмбикә атаһына зарлана һәм уны кире алырға һорай. Йософ ханды тәхеттән төшөрөргә тәҡдим итә һәм ҡыҙын кире ҡайтарыуҙы талап итә. Был ваҡиғалар дипломатик хат алышыуҙар предметы булып тора.
Йәнғәле ҡатынын ғына түгел, Ҡазан хөкүмәтен дә ҡәнәғәтләндермәй, ул, күрәһең, Мәскәү яғынан баҫымды һәм ханлыҡтың эске эштәренә ҡыҫылыуҙы ла ҡәнәғәтләндермәй. 1535 йылда Булат Ширин һәм батша ҡыҙы Гәүһәршат ҡатнашлығында түңкәрелеш була, Йәнғәле үлтерелә, ә тәхеткә Сафагәрәйҙе ҡабаттан саҡыралар. Сөйөмбикә уның бишенсе ҡатыны була.
Сафагәрәй үлгәндән һуң, 1549—1551 йылдарҙа, улының бәлиғ булмауы арҡаһында Сөйөмбикә регентша сифатында Ҡазан ханлығы менән идара итә. 1551 йылда Сөйөмбикәне урыҫ батшаһы Иван Грозныйҙың талабы буйынса мырҙалар ҡасҡын Ҡаҙан оппозицияһы хакимы Шәғәлегә үҙенең улы Үтәмешгәрәй һәм Ҡаҙан ҡаҙнаһы менән бергә тотторалар. Патриарх йылъяҙмаһында әйтелгәнсә, улар (ҡаҙандар) түбәндәгеләрҙе ебәргән:
Шәғәленән һәм воеводаларҙан үтенеп һорайбыҙ, батша үҙ асыуын уларға бирһен, ә уларҙы әсирлеккә алырға ҡушмаһын, беҙгә батшалыҡҡа Шәғәле батшаны бирһен, ә Үтәмешгәрәй батшаны әсәһе Сөйөмбикә-батшабикә менән бергә батша үҙенә алһын
.
Йыл ярымдан һуң Сөйөмбикә үҙ ихтыярына ҡаршы Ҡасим хакимы Шәғәлегә кейәүгә бирелә. Үтәмешгәрәй батша Иван Грозный тәрбиәһенә ҡалдырыла. Һуңғы йылдарҙа Ҡасимовта йәшәй, шунда вафат була. Ҡәбере билдәһеҙ. Тыуған яҡты өйрәнеүсе Анатолий Шейкин фаразына ярашлы, һуңғы йылдарын хәҙерге Виля ҡасабаһы тирәһендәге урында үткәрә (Түбәнге Новгород өлкәһе), унда үҙенең шәхси тән һаҡсыһы Чурай-Батыр опекаһында йәшәй.
Сафагәрәйҙән улы — Үтәмешгәрәй, Мәскәүҙә Александр Сафакир улы исеме биреп суҡындырылған.
Сөйөмбикә манараһы — был Ҡаҙан Кремленең тарихи ҡомартҡыһы Һәм Ҡаҙандың архитектура эмблемаһы[1].
Шулай уҡ Яр Саллыла проспекттарҙың береһе Сөйөмбикә исеме менән аталған.
Түбәнге Камала урам Сөйөмбикә исеме менән аталған.
1991 йылдан Ҡазанда ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ай һайын «Сөйөмбикә» журналы сыға.
2012 йылда тарихи-мажаралы «Сокровища О. К.» фильмы төшөрөлә, унда Сөйөмбикә образын актриса Анора Халматова кәүҙәләндерә.
2022 йылдың 10 июнендә Ҡасимов ҡалаһында Сөйөмбикә һәйкәле асыла[2][3][4].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.