Васи́лий III Иванович (25 март 1479 йыл — 3 декабрь 1533 йыл) — 1505—1533 йылдарҙағы Мәскәү һәм Владимир бөйөк кенәзе, Иван III һәм София Палеологтың улы, Иван IV Грозныйҙың атаһы. Изге Рим империяһы императоры Максимилиан I менән 1514 йылда төҙөлгән килешеүҙә беренсе тапҡыр батша (царь — цезарь) тип аталған.
Василий III | |
Василий Иванович | |
27 октябрь 1505 йыл — 3 декабрь 1533 йыл | |
---|---|
Алдан килеүсе: | Иван III |
Дауамсы: | Иван IV Грозный |
Дине: | Православ |
Тыуған: | 25 март 1479 Мәскәү |
Үлгән: | 3 декабрь 1533 (54 йәш) Мәскәү |
Ерләнгән: | Архангель соборы (Мәскәү) |
Нәҫел: | Рюриковичи |
Атаһы: | Иван III |
Әсәһе: | София Палеолог |
Ҡатыны: | 1. Соломония Юрьевна Сабурова 2. Елена Васильевна Глинская |
Балалары: | 1-се никахтан: Георгий (?), 2-се никахтан: Иван IV и Юрий |
Атаһы башлаған берҙәм Рус дәүләтен берләштерү сәйәсәтен дауам итә; ҡайһы бер удел кенәзлектәр менән килешеүҙе яңырта. Василий III заманында бер нисә удел кенәзлеге бөтөрөлә. 1510 йылда Псков, 1521 йылда Рязань ҡалаларын үҙенә буйһондора. Рус-Литва һуғышында еңеүе һөҙөмтәһендә 1514 йылда Василий III Смоленск кенәзлеген үҙ биләмәһенә ҡушыуға ирешә. Мәскәүҙән көнсығышта һәм көньякта урынлашҡан ерҙәрҙе яулап алыу сәйәсәтен дауам итә, Ҡазан ханлығына бер нисә һөжүм ойоштора; 1506 йылғы һөжүме еңелеү менән тәмамлана. Мөхәммәдәмин хан вафатынан һуң Ҡазан тәхетенә үҙ кешеһен — Шаһғалиҙе ултырта (1518). Шаһғали унан ҡыуылғас, уны Ҡазан тәхетенә ҡайтару өсөн 1523—1524 йылдарҙа яуҙар ойоштора. 1530-31 йылдарҙағы яу-һөжүмдәрҙән һуң Ҡазан тәхетенә Василий III кешеһе — Йәнғәли ултыртыла. Бер үк ваҡытта Ҡазан ханлығының көнбайыш сик буйҙарында үҙ ҡәлғә-ҡоролмаларын төҙөү һәм нығытыуҙы дауам итә. 1521 йылда Оло сик буйы кәртәләре төҙөлөшөн башлай, 1524 йылда Ҡазан ханлығы йоғонтоһонда булған сыуаштар ере сигендә, Сура йылғаһы тамағында, Васильсурск ҡәлғәһен нигеҙләй. Шул уҡ йылда рус сауҙагәрҙәренә Ҡазан ханлығы йәрминкәләренә барыуҙы тыя, Түбән Новгород йәнәшәһендә үҙ йәрминкәләрен асырға әмер бирә. Литваға ҡаршы көрәштә үҙ маҡсатында файҙаланыу һәм үҙ кенәзлегенә яу-һөжүмдәрҙе булдырмау ниәтенән Ҡырым ханлығы менән яҡын мөнәсәбәттәр урынлаштыра, дипломатик килешеүҙәр төҙөүгә ирешә. Ҡырым хандары нәҫеленән булған Сәхибгәрәй Ҡазан тәхетенә ултырғандан һуң ғына Ҡырым ғаскәре 1521 йылдың көҙөндә Мәскәүгә һөжүм ойоштора, Мәскәүҙә идараһы булып ҡалған баярҙарҙан йолом түләтә.
Әҙәбиәт
- Пресняков А. Е. Завещание Василия III // Сборник статей по русской истории, посвящённых С. Ф. Платонову. П., 1922;
- Шмидт С. О. О времени составления «Выписи» о втором браке Василия III // Новое о прошлом нашей страны. М., 1967;
Сығанаҡтар
- Татар энциклопедияһы 2013 йыл 7 декабрь архивланған. (тат.)
Был монарх, династия йә һинең вәкилдең тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
Wikiwand in your browser!
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.