Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сәлих (рус. Салихово) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 584 кеше[1]. Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы составына инә.
Почта индексы — 453220, ОКАТО коды — 80231865000.
Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1786 йылдан алып билдәле. 1795 йылда Аҙнай түбәһе составына инә. Юрматы улусының Аҙнай түбәһендәге дүрт ауыл: Һайран, Әптек, Бәләкәй Мәҡсүт, Арлар, шулай уҡ Тәлтем-Юрматы улусының Илсектимер түбәһенә ҡараған 3 ауылы (Ғүмәр, Юлдаш, Иҫкесәк) 7-се кантондың 13-сө тирмәһенә инә. Оҙаҡ ваҡыт мәшғүллектең төп йүнәлеше булып йылҡысылыҡ һәм умартасылыҡ тора. Игенселек үҫешкән, хәҙер ул төп мәшғүллек йүнәлеше булып киткән. 489 кеше йәшәгән 78 ихатаға 1158 ат, 854 һыйыр, 278 һарыҡ, 87 кәзә тура килгән. 1839 йылда ауылда 359 умарта була. Өс йылдан һуң бында 328 бот көҙгө һәм 1330 бот яҙғы иген сәселә[2]. 1795 йылда 43 ихатала 444 кеше йәшәгән. XIX быуат уртаһында 43 йортта 690 кеше булған.
Элегерәк бөтөрөлгән Сәлих ауыл Советының административ үҙәге булған.
Ауылда төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[3].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 1041 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1061 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 1057 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 596 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 650 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 584 | 289 | 295 | 49,5 | 50,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар йәшәй (100 %)[4].
Һәләүек йылғаһының ике яҡ яры буйлап урынлашҡан. Ауылдың эргә-тирәһендә Һәләүеккә Тоҙло һәм Соңғорйылға йылғалары ҡоя, көнсығышында Ҡыҙлар Ҡарауылы тауы урынлашҡан. Ауылдан төньяҡтараҡ, Әптеккә юлда Саңғы-тау урынлашҡан.
Алыҫлығы:[5]
Урам исеме[6]:
Башҡорт АССР-ының Маҡар районы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы) Сәлих ауылында тыуған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.