From Wikipedia, the free encyclopedia
Мәләүез районындағы Юлдаш ауылы менән бутамаҫҡа
Ауыл | |
Юлдашево башҡ. Юлдаш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Элекке исеме |
Түбәнге-Юлдаш, Юлдаш 2-се |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453227 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Юлдаш (рус. Юлдашево) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 16 кеше[2]. Төп халҡы- башҡорттар. Скворчиха ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453227, ОКАТО коды — 80 231 870 010.
Юлдаш исеме 1786 йылдағы Өфө наместниклығы картаһында Ағиҙел йылғаһының уң ярында осрай.
Элегерәк (XIX быуатта) Түбәнге Юлдаш йәки 2-се Юлдаш ауылы тип йөрөтөлә. Ағиҙел йылғаһының һул ярындағы бүлендек ауыл- Үрге Юлдаш (хәҙер Мәләүез районы).
Ауыл Тәлтем‑Юрматы улусы старшинаһы Юлдаш Ҡотлин исемен йөрөтә. 1774 йылда йәшәгән урыны тураһында бер документта былай тиелә: «Стәрлетамаҡ пристане артында һәм Воскресенский заводы янында йәшәүсе» Юлдаш Ҡотлин пугачевсы була. Уның улдары һәм ейәндәре билдәле: өлкән улы Бикбулат Юлдашев (1744—1822), уның балалары: Йәрмөхәмәт, Мөхәмәтшариф, Мөхәмәтйән; Кесе улы — Ғөбәйҙулла (1762—1813).
Исмәғил Солтанморатов — элекке 12-се Башҡорт полкының һалдаты, 1840 йылда тере була.
Малсылыҡ — ауыл халҡының төп шөғөлө. 395 кеше 720 ат, 431 һыйыр, 66 һарыҡ һәм 575 кәзә тотҡан, 160 умарта тотҡан. Иген үҫтереү тәүге аҙымдарын яһаған. 1842 йылда 600 бот ужым һәм 1944 бот яҙғы иген сәсәләр.
Ауылдың үҫешен түбәндәге һандар дәлилләй: 1795 йылда 35 ихатала 274 кеше йәшәгән. 55 йылдан һуң 47 йорттың һәр береһенә 10,5 кеше тура килә. 1920 йылда бында 311 кеше һәм 66 йорт хужалығы булған[3]. Бында Ҡурғашлы йылғаһында рус кешеләре дүрт һыу тирмәне тота. Ауылдың элекке урыны Ҡурғашлы йылғаһы буйлап өҫтәрәк, был урынды «Иҫке йорт» тип йөрөтәләр.
Бында революцияға тиклем үк рус-башҡорт училищеһы була, башланғыс мәктәп 1990-сы йылдарға тиклем эшләй. 1920-се йылдарҙа ул Юлдаш ауыл Советы үҙәге була.
«Кәмә тау»— был Ағиҙел йылғаһы буйында, ярҙан 100 м ситтәрәк, Ишембай районы Юлдаш ауылына яҡын ерҙә ятҡан тау. Унда боронғо ҡурған бар. Ҡурған — 15×10 м ҙурлығында, бейеклеге 1,2 м булған оҙон ҡалҡыулыҡ. Кәмә тау тураһында ерле халыҡ түбәндәге риүәйәтте һөйләй: «Был урынға башҡорттарҙың ихтилалы ваҡытында хан ҙур кәмә менән килгән. Кәмәлә хан талап йыйған байлыҡ булған. Халыҡ уны уратып алған, байҙы үлтергән, ә кәмәне таштар һәм ер менән ҡаплап, күмгән, шулай итеп, ошо ҡалҡыулыҡ барлыкка килгән. Башҡорттар был ҡалҡыулыҡты һуңыраҡ ҡаҙып ҡарайҙар, кәмәгә тиклем ҡаҙыйҙар, әмма ул тәрәнгәрәк китә. Төндәрен был ҡурғандан ат сыға имеш».
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 16 | 9 | 7 | 56,3 | 43,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Ауыл Ҡурғашлы йылғаһының яры буйында урынлашҡан.
Алыҫлығы:[4]
Урам исеме[5]:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.