ғалим-философ, сәйәсмән From Wikipedia, the free encyclopedia
Солтанов Ринат Ишбулды улы (9 май 1954 йыл — 22 май 2021 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-философы, ислам һәм философия тарихы, дин өйрәнеү ғилеме һәм этика буйынса белгес; сәйәсмән[3] Философия фәндәре докторы (1993), профессор (1992). «Философский энциклопедический словарь» авторҙарының береһе. Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышының II-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты (1995—1999).[3][4][5][6] «Яблоко-Башҡортостан» йәмәғәт ойошмаһының Үҙәк советы рәйесе.[4][5][6]
Солтанов Ринат Ишбулды улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 9 май 1954[1] |
Тыуған урыны | Сибай, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 26 май 2021[2] (67 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй[2] |
Һөнәр төрө | ғалим, сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты |
Эш урыны |
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Институт философии РАН[d] |
Биләгән вазифаһы | Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d] |
Уҡыу йорто | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты[1] |
Ғилми дәрәжә | философия фәндәре докторы[d] |
Ғилми етәксе | Гусейнов, Абдусалам Абдулкеримович[d] |
Ойошма ағзаһы | Яблоко[d] |
Ринат (Ренат) Ишбулды улы Солтанов 1954 йылдың 9 майында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Сибай ҡасабаһында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Сибай ҡалаһы) хеҙмәткәрҙәр ғаиләһендә тыуған.[4][5][6] Милләте — башҡорт.[5]
1971 йылда мәктәпте алтын миҙалға тамамлай.[4] 1976 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының философия факультетында «философ, философия уҡытыусыһы» һөнәре буйынса юғары белем ала[3][5]. Университетта уҡығанда философия тарихы һәм этика кафедраһында махсуслашыу үтә[4]
1976—1978 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия университетында ассистент һәм 1982—1989 йылдарҙа — ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент була.[3][4][6]
1978—1981 йылдарҙа М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты философия факультетының аспирантураһында уҡый.
1984 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында философия фәндәре докторы, профессор Гусейнов Абдусәләм Абдулкәрим улы етәкселегендә «Роль дискуссий о свободе воли в оформлении теологической этики мутазилитов (VIII—IX вв.)» темаһына «философия фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай (специальность 09.00.05 — марксистик-ленинсы этика)[7]
1990—1992 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Философия институтында докторантурала уҡый.[6] Рәсәй фәндәр академияһы институтының Көнсығыш философияһы үҙәге әйҙәүсе фәнни хеҙмәткәре була.[3][5]
1992 йылда «профессор» исеме бирелә.[3]
1992—1995 йылдарҙа— профессор, Маймонид исемендәге дәүләт академияһының философия һәм хоҡуҡ факультеты деканы һәм кафедра мөдире.[3][6][8]
1993 йылда Рәсәй фәндәр академияһы институтында «Становление арабомусульманской этической мысли (VII—XII вв.)» темаһына «философия фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай (специальность 09.00.03 — философия тарихы). Рәсми оппоненттары — философия фәндәре докторы, профессор Игнатенко Александр Александрович, философия фәндәре докторы, профессор Кирабаев Нур Серикович һәм философия фәндәре докторы, профессор Тавризян Гаянэ Михайловна. Етәксе ойошма — М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты (сит ил философияһы тарихы кафедраһы).[3][9]
1995—1996 йылдарҙа «ЯБЛоко-Башҡортостан» йәмәғәт ойошмаһының иҡдисади һәм сәйәси тикшеренеүҙәр үҙәгенең ғилми хеҙмәткәре.[3][5][6]
1995 йылдың октябрендә Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышының Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидат булараҡ « „ЯБЛоко“ йәмәғәт ойошмаһы» һайлау берләшмәһенең дөйөм федераль исемлегенә индерелә.[5][6][8] 1995 йылдың 17 декабренән Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышы Дәүләт думаһының депутаты.
[5][6] 1996 йылдың 31 ғинуарынан[10] 1997 йылдың 5 февраленә хәтле[11] — Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе һәм ватандаштар менән бәйләнеш эштәре буйынса комитет ағзаһы, 1997 йылдың 6 февраленән[11] — Милләттәр эштәре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары.
[5][6] 1996 йылдың 16 ғинуарынан 1999 йылдың 5 февраленә хәтле — «ЯБЛоко» йәмәғәт ойошмаһы фракцияһы ағзаһы.
1999 йылдың 6 февраленән 1999 йылдың 19 февраленә тиклем бер ниндәй ҙә депутаттар берләшмәһендә тормай.[5] 1999 йылдың 20 февраленән — «Рәсәй региондары» депутаттар группаһы ағзаһы.[5][12]
Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһенең Парламент-ара ассамблеяһы мәҙәниәт, фән, мәғариф һәм мәғлүмәт мәсьәләләре комиссияһы ағзаһы (мәҙәниәт, фән, мәғариф һәм мәғлүмәт мәсьәләләре.[5]
Кеше хоҡуҡтары буйынса Өфө тикшеренеү үҙәге Советы рәйесе.[5]
Ҡатыны менән айырылышҡан, улы бар.[6]
50-нән артыҡ фәнни хеҙмәт авторы.[3]
Ринат Солтанов 2021 йылдың 22 майында ҡаты ауырыуҙан Мәскәү ҡалаһында вафат булды[13], 26 майҙа Яңы Мәскәүҙәге Львов зыяратынды ерләнде[14].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.