From Wikipedia, the free encyclopedia
Оулу (фин. Oulu [ˈoulu], швед. Uleåborg [ˈʉːleɔˌbɔrj]) — Финляндияның ҙурлығы буйынса дүртенсе урындағы ҡалаһы, Ботник ҡултығының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан, Оулу губернаһының административ үҙәге. Оулуйоки йылғаһының Ботник ҡултығына (Балтик диңгеҙе) ҡойған ерҙә урынлашҡан. Оулу ҡалаһына 1605 йылда нигеҙ һалынған, Оулу — Төньяҡ Финляндиялағы иң боронғо ҡала.
Новгород республикаһы менән Швеция короллеге араһындағы Ореховец килешеүе буйынса 1323 йылда Оулу төбәге Новгород ере составына ингән.
Новгород йылъяҙмаларынан сығып, Оулу йылға тамағында 1370 балыҡ тотоу-сауҙа ауылы (посад) булған тип әйтергә мөмкин, йәғни был эштәр өсөн уның торған урыны бик уңайлы булған, шунлыҡтан Оулу иң мөһим иҡтисади, сәйәси һәм стратегик пункт булып торған.
Оулу йылғаһы (Овла, Улео) рус Приботния йылғалары араһында иң мөһим булған һәм Пиелинен күле аша Аҡ дигеҙ Карелияһы һәм Приладожье менән бәйле булған. Нәҡ ошо йылға буйлап Приботнияға рустар бара алған ә, һәм улар, күрәһең, Приботния менән Новгородта сауҙа мөнәсәбәттәрен булдырған.
1375 йылда (София һәм Новгород I һәм IV йылъяҙмаһына ярашлы «постави корела семидесятская новый городок». София йылъяҙмаһы өҫтәмә күрһәтмәләр бирә: новгородлылар 1377 йылда Оулу «Тиврола окиян море» походын ойоштора. «Диңгеҙ окиян» һүҙе аҫтында Ботник ҡултығы күҙ алдында тотола; Тиврола — Приботния тирәһендәге урынды йәки йылғаны аңлата.
1357 йылдағы шведтарҙың Оулу ерҙәрен баҫып алыу походы һәм рустарҙың Приботния янына швед ерҙәрен баҫып алыу походының һөҙөмтәһе билдәһеҙ. Киләһе йылда рим папаһы Григорий XI конфликтҡа ҡыҫыла. Бынан һуң был ерҙәрҙе тиҙҙән рус тар ҡалдырып китә.
Әммә был ерҙәрҙең Швецияға 1375 йылда күсеүенә ҡарамаҫтан, был территория рәсми рәүештә Рәсәй ере сифатында йөрөй. Ике дәүләт араһындағы сик билдәләүсе Ореховец килешеүе тағы ла ике йөҙ йыл дауам итә.
1590 йылда Oulunsaari утрауындағы нығытмалар янында замок төҙөлә, ул Төньяҡ Остроботнияның административ үҙәге була. 1595 йылдағы Тявзин килешеүе буйынса Оулу һәм Оулуярви күле Швецияға тапшырыла.
8 апрелдә, 1605 йылда, швед короле Карл IX үҙ һарайы ҡаршыһында ауылға нигеҙ һалырға бойора, ә 1610 йылда уға ҡала статусын бирә. Был 1651 йылда Оулула 400-гә яҡын кеше йәшәй, 1682 йылда — 800 тирәһе . 1612 йылда беренсе мәктәп асыла.
Бөйөк Төньяҡ һуғышында (1714—1721 йылдарҙа) урыҫ ғәскәрҙәре Финляндияның күп өлөшөн оккупациялай. Оулу ҡалаһы рус һәм швед ғәскәрҙәре араһындағы нейтраль һыҙыҡта тора. Әммә Ништадт килещеүе буйынса 1721 йылда Финляндия кенәзлеге тағын Швецияға күсә. Һуғыш һөҙөмтәһендә Оулу халҡы яҡынса 400 кешегә тиклем кәмегән.
Һуғыштан һуң ҡала үҫеп китә, 1724 йылда Toppila яңы порты төҙөлә, һәм 1765 йылда Оулуға тышҡы сауҙа хоҡуғы бирелә, ҡала халҡы 1400 кешегә етә.
Рус-швед һуғышы йылдарында, 1808—1809 йылдарҙа, Остроботния ҡаты һуғышҡа дусар була, Оулу швед ғәскәрҙәренең терәк базаһына әйләнә. Фридрихсгам килешеүе буйынса 1809-сы йылда Финляндия территорияһының ҙур өлөшө, шул иҫәптән Остроботния, Рәсәйгә күсеп китә һәм Бөйөк Финляндия кенәзлегенә әүерелә.
1822 йылда Оулу ҡалаһында ҙур янғын була, ундағы 395 йорттоң 330-ы янып юҡҡа сыҡҡан.
1854 йылда,Ҡырым һуғышы ваҡытында инглиз флотилияһыОулуға рейд яһағанда якорь ташлай. 5800 кеше йәшәгән халыҡ ҡаршылыҡ күрһәтмәй генә, инглиздарға бирелә. Аҙыҡ-түлек запасын тулыландырырғандан һуң инглиздәр ҡаланың бер нисә сауҙа караптарын яндырып китә.
Беренсе күпер Оулуйоки йылғаһы аша 1869 йылда төҙөлә, ҡалалағы 6870 кеше йылғаны кәмәһеҙ сығып йөрөй ала. 1886 йылда Хельсинки-Оулу тимер юлы асыла.
Граждандар һуғышы 1917—1918 йылдарҙа Оулуға бик аҙ ҡағыла.
1919 йылда ҡалала 15 200-гә яҡын кеше йәшәй, Оулуҙа ҡала советтарына һайлауҙар үтә, унда 36 һайланыусы кешенең 5-е ҡатын-ҡыҙ була.
Совет-фин һуғышында, 1939—1940 йылдарҙа, ике тапҡыр Оулуҙы, 1940 йылдың 1 һәм 21 ғинуарҙа совет авиацияһы бомбаға тота, 25 мең кеше йәшәгән халыҡтың 5 кешеһе үлә.
Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Оулу ҡалаһында немец һәм фин ғәскәрҙәре штабы урынлаша, немец гарнизондары 4000 кеше иҫәпләнә. Ҡала һыҙатында ике концлагерь була (немец һәм фин), унда әсир ҡыҙылармеецтар тотола. Әсирҙәр Мерикоски ГЭС-ын төҙөүҙә эшләй. Февралдә ҡала бомбаға тотола һм ныҡ емерелә (1944 йыл). 19 сентябрҙә, 1944 йылда, СССР һәм Финляндия араһындағы солох буйынса финдар немец ғәскәрҙәрен илдән ҡыҫырыҡлап сығарыу бурысын үтәй, немец гарнизоны ҡаланы тыныс ҡына ташлап китә. Артабан төньяҡта немец һәм фин ғәскәрҙәре араһында хәрби хәрәкәттәр башлана, немецтар бөтө фин Лапландияһын юҡ итә, шул иҫәптән уның баш ҡалаһы Рованиемиҙы.
Һуғыштан һуң ҡала бик тиҙ үҫешә. 1958 йылда унда университет. асыла. 1973 йылда ҡалала Nokia компанияһының беренсе филиалы асыла, ә 1980 йылдар башында ҡала советы Оулу ҡалаһын яңы юғары технологиялар үҙгенә әйләндереү тураһында ҡарар ҡабул итә һәм артабан ике тиҫтә йыл ярайһы уңышлы бара.
Ҡала субарктик климат зонаһында урынлашҡан, бында ҡарлы һыуыҡ ҡыш һәм ҡыҫҡа йылы йәй тора. Йыллыҡ уртаса температура-2.7 ОС(36.9 °F). Уртаса йыллыҡ яуым — төшөм күләме — 508 мм; башлыса яуым-йәй һәм көҙҙөң һуңғы айҙарында була.
Климат Оул | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткестәре | Дек. | Ғин. | Март | Апра. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сена. | Окт. | Нояб. | Февр. | Йыл |
Һауа температураһы, °C | -7,4 | -6,8 | -1,7 | 4,5 | 12,2 | 17,9 | 20,4 | 17,8 | 11,9 | 5,5 | -0,6 | -4,9 | 5,7 |
Уртаса температура, °C | -11,1 | -10,4 | -5,8 | 0,5 | 7,5 | 13,5 | 16,0 | 13,7 | 8,4 | 3,0 | -3,1 | -8,2 | 2,0 |
Уртаса минимум, °C | -15,4 | -14,7 | -10,1 | -3,4 | 2,8 | 8,8 | 11,4 | 9,5 | 4,9 | 0,3 | -5,9 | -12,1 | -2 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 26 | 21 | 23 | 19 | 30 | 43 | 57 | 65 | 48 | 42 | 31 | 28 | 433 |
Сығанағы: World Climate 2018 йыл 15 ғинуар архивланған. |
Оулу ҡалаһында 2009 йылдың 31 декабрендә 139 151 кеше йәшәгән, шуларҙың 48,9 %-ир-ат ҡатын-ҡыҙҙар -51,1 %.
1958 йылда Оулу университетына нигеҙ һалына[22] унда 6 факультет бар: биотехнология, мәғлүмәт технологиялары, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләре һәм төньяҡ төбәге. Ғилми хеҙмәткәрҙәр һәм уҡытыусылар −3096, студенттар һәм уҡыусылар — 15 829, 236 профессор (2003 йыл).
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.