Төркиәләге ҙурлығы буйынса дүртенсе ҡала From Wikipedia, the free encyclopedia
Бурса (тур. Bursa йәки Пру́са грек. Προύσα) — Анатолийҙың (Кесе Азия) төньяҡ-көнбайышындағы ҙур ҡала, ҙурлығы буйынса Төркиәлә Истамбул, Анкара һәм Измир ҡалаларынан ҡала дүртенсе һәм шул уҡ исемле илдең (өлкәнең) административ үҙәге.
Населённый пункт | |
Бурса төр. Bursa | |
Ил | |
---|---|
Координаталар | |
Телефон коды | 224 |
Һанлы танытмалар | |
2000 йыл иҫәбе буйынса, ҡалала 1 687 194 кеше, башлыса төрөктәр йәшәй. XX быуат башына тиклем Пруса (грек. Προύσα, Прусса) тигән грек исеме өҫтөнлөк иткән, шулай уҡ Брусса; төрөксә ҡаланы шулай уҡ Йәшел Бурса (Yeşil Bursa) тип атайҙар.
1912 йылда ҡалала һәм тирәһендә:
Төрөктәр — 72 993 кеше
Гректар — 21 850 кеше
Әрмәндәр —14 584 кеше
Йәһүдтәр — 2 548 кеше[1]
395 йылдан 1326 йылға тиклем ҡала Византия империяһына ҡарай, византийҙарҙы тар-мар итеп, төрөктәр ҡаланы уңышлы ҡамағандан һуң, Бурса Ғосман империяһы күскән.
1326-1365 йылдарҙа Бурса йәш Ғосман дәүләтенең баш ҡалаһы була. Шунан Адрианополь баш ҡала була, әммә Бурса империяның сауҙа һәм рухи үҙәге булараҡ әһәмиәтен юғалтмаған. Солтан Баязит I тәүҙә ҡалала Йылдырым Кюллиеси|tr|Yıldırım Külliyesi}} мәсетен, һуңынан Ҙур мәсетте төҙөтә. 1402 йылда Мөхәммәт Солтан Мирза ҡаланы яндыра.[2] Әммә Бурса тергеҙелә һәм Константинополь ҡолағанға тиклем империя үҙәктәренеъң береһе булып ҡала. 1487 йылда унда 45 мең кеше йәшәгән.[3]
Ғосман империяһы осоронда ҡала үҙенең ебәктән эшләнгән әйберҙәре менән билдәле булған.
1855 йылдың 28 февралендә һәм 11 апрелендә булған ер тетрәүҙәрҙән, шулай уҡ ҡурҡыныс янғындан ҡала ҙур зыян күргән[4].
1919-1922 йылдарҙағы Икенсе грек-төрөк һуғышы барышында 1920 йылдың йәйендә ҡала грек ғәскәре тарафынан алынған, 1922 йыл аҙағында ғына Төркиәгә ҡайтарылған.
1923 йылда Төркиә республикаһы иғлан ителгәндән һуң, Бурса Төркиәнең сәнәғәт үҙәктәренең береһе була. Был ваҡытта халыҡ һаны арта (1927 йылдан 2015 йылға тиклем халыҡ һаны утыҙ тапҡырға артҡан: 61 меңдән 1 184 000 тиклем кеше), халыҡ һаны буйынса Бурса Төркиәнең дүртенсе ҡалаһына әүерелә.
Ҡаланың төп иҫтәлекле урындары: Улудағ, Йәшел мәсет, Йәшел мавзолей (Ешиль тюрбе), Улу-Жами мәсете тау саңғыһы курорттары, шулай уҡ бөтә ҡала буйлап таралған йәшел скверҙар һәм баҡсалар.
Дүрт христиан деноминацияһы 2002-2004 йылдарҙа тергеҙгән ҡаланың берҙән-бер христиан сиркәүе 2015 йылдың февралендә, ҡала властары талабы буйынса, бушатылырға тейеш ине.
Бурса археологик музейына XX быуат башында нигеҙ һалына һәм ул Төркиәлә тәүгеләрҙең береһе булып тора.[5].
2002 йылда ҡалала метрополитен асыла. «Ностальгик трамвай» тип аталған линия ғәмәлдә, заманса трамвай селтәре төҙөлөшө алып барыла. Яҡын ғына ятҡан Истанбулдан башҡа илдәргә осор өсөн —Истанбул һәм Сәбих Гёкчен исемендәге аэропорттарҙы файҙаланалар.
Бурсала ике дәүләт һәм бер шәхси университет бар. 1975 йылда нигеҙ һалынған Улудағ университеты ҡалалағы иң иҫке юғары белем биреү учреждениеһы булып ҡала. 1982 йылға тиклем «Бурса Университеты» тип йөрөтөлгән был учреждениела 47 000 ашыу студент белем ала.
«Бурсаспор» тип аталған урындағы футбол клубы Төркиәнең 2009/2010 йылдар чемпионы булып тора, крокодил[6] формаһында төҙөлгән «Тимсах Арена» стадионында сығыш яһай.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.