From Wikipedia, the free encyclopedia
Мөлөков Әнүәр Бәхти улы (25 август 1923 йыл — 8 ғинуар 2008 йыл) — уҡытыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1963). Башҡорт АССР-ының уҡытыусылар съезы делегаты.
Мөлөков Әнүәр Бәхти улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
уҡытыусы |
Наградалары һәм премиялары | |
Мөлөков Әнүәр Бәхти улы 1923 йылда Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны Иҫке Супты[1] ауылында тыуған.
Саҡмағош 1-се урта мәктәбен тамамлағас, Рапат урта мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эш башлай.
1942 йылдың февралендә Ҡыҙыл Армия сафына хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Хәрби әҙерлекте Ғафури районынын Красноусол ауылында яңы төҙөлгән 219-сы дивизияла үтә.
1943 йылда Өфө хәрби йәйәүлеләр училищеһына ебәрелә. Пулеметчиктар взводы командирына уҡый.
1944 йылдың йәйендә 300 курсант менән бергә 4-се Украина фронтына ебәрелә. 18-се армия составында өлкән лейтенант дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Житомир, Львов, Ивано-Франковск, Мукачево, Ужгород, Кошице янындағы хәрби операцияларҙа ҡатнаша.
1945 йылдың февраль башында Прагала Бейек Татр янында ауыр яралана. Еңеү көнөн Мәскәүҙә ҡаршы ала.
1945—1971 йылдарҙа Яңы Ҡото урта мәктәбендә математика уҡытыусыһы, уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары, директор булып эшләй.
1958 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетында уҡытыусы һөнәрен үҙләштерә.
1971 йылдан Саҡмағош 1-се урта мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә.
1985—1988 йылдарҙа — Саҡмағош 1-се урта мәктәбендә уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары, математика уҡытыусыһы булып эшләй.
1988 йылдан хаҡлы ялда.
Дөйөм педагогик стажы: 44 йыл.
2006 йылдың 8 ғинуарында вафат була.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.